Биш йыл ултырыр ҙа ул, ә зыянды кем ҡаплар?03.06.2015
“Инвест капитал плюс” кредит кооперативының элекке директоры Армен Акопяндың эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге эшмәкәрлеге фашланды: ул ҙур суммала мутлашыуҙа ғәйепле тип табылды. Баш ҡаланың Октябрьский районы суды таныуынса, Акопян 2009 йылда ойошманың 1500-ҙән ашыу пайсыһынан 222,7 миллион һум күләмендә аҡса йыйған. Хөкөм ҡарарына ярашлы, алдағы дүрт йыл ярым ғүмерен эшҡыуар ултыраҡ колонияла уҙғарасаҡ. Бынан тыш Акопян кооперативтың клиенттары менән дә иҫәпләшергә бурыслы. Әммә, тәфтишселәр асыҡлауынса, ғәйепленең зыянды ҡапларлыҡ аҡсаһы юҡ.

Әлбиттә, эшҡыуарҙың бер нисә фатиры, офисы булыуы билдәле. Тикше­реү органдары әйтеүенсә, кооператор пайсыларҙан йыйылған аҡсаны бер көн­лөк фирмалар аша үҙләштергән. Белгестәр “Инвест капитал кредит” эш­мә­кәрлегендә финанс пирамидаһы бил­дәләрен дә инҡар итмәй. Пайсыларға юғары проценттар (17 проценттан 32-гә саҡлы) вәғәҙәләгән ойошма тәүге осор­ҙа һүҙендә тора. Ләкин 2009 йылда бер ниндәй аңлатыуһыҙ түләүҙәрҙе туҡтата. Кооператив клиенттарының береһе хоҡуҡ һаҡлау органдарына 901 мең һум аҡсаһын урлауҙары тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткәс, Армен Акопянға ҡаршы енәйәт эше асыла. Ул ваҡытта “Инвест капитал кредит” исемен “Инвест капитал плюс”ҡа үҙгәртеп өлгөр­гән була. Халыҡтың ышанысын тиҙ яулай кооператив — һалынған аҡсанан юғары килем, ылыҡтырғыс процент­тар... Етмәһә, “Инвесткапиталбанк”тың да брендын оҫта файҙалана сос Акопян — офистарын биҙәгәндә, компанияны рекламалағанда билдәле банктың логотиптарын ҡуллана.
Армен Акопянға ҡаршы суд процесы биш йыл дауам итә. Эшҡыуарға йәшә­гән ерҙән бер ҡайҙа ла китмәҫкә ҡушы­ла. Әммә ошо ваҡыт эсендә ун йылға тиклем иректән мәхрүм итеү язаһын күҙ уңында тотҡан “Айырыуса ҙур күләмдә мутлашыу” статьяһы йомшағырағына — “Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге өлкәһен­дә мутлыҡ” тигәненә алмаштырыла. Уға ярашлы яза ваҡыты – ни бары биш йыл. Суд процесының оҙон-оҙаҡҡа һу­ҙылыуын зыян күргән меңдән ашыу кешенең Башҡортостандан ғына түгел, ә Силәбе өлкәһенән дә булыуы менән аңлаталар.
Тикшереү барышында Армен Акопян енәйәт ҡылыуын инҡар итһә лә, судта үҙ ғәйебен таныған. Һөҙөмтәлә суд хөкөм язаһын йомшартырға ҡарар итә: уғры эшҡыуар биш йылға яҡын ғүмерен ултыраҡ колонияла үткәрәсәк. Әммә Армен Акопян “Пайсылар­ҙың аҡсаһы ҡайҙа?” тигән һорауға аныҡ ҡына яуап бирә алмай. Күпмелер сумманы биз­несҡа һалыуын, үтескә биреп тороуын ғына белдергән.



Айһылыу (исем-шәрифен күрһәт­мәү­ҙе һораны):
— Һөйләүе лә оят, әммә әйтмәй булдыра алмайым — башҡаларға һа­баҡ булһын. Бынан бер нисә йыл элек туйға төшкән аҡсаны ошо коопе­ра­тивҡа алып барып һалдым. Бармаҫ та инем, вәғәҙәләгән проценттары ылыҡ­тырҙы. Тәүге айҙарҙа киле­шеүҙе бо­ҙоу, түләү­ҙәрҙе тотҡарлау кеүек алдаҡ тойол­мағас, тағы өҫтәп 100 мең һум ин­дер­ҙем. Шунан башланды ла инде... Баштараҡ, бер-ике ай сабыр итегеҙ, тип ышандырҙылар, һуңынан бөтөнләй телефонды алмай, ҡабул итмәй ыҙалат­тылар.
Алданыуыма ошоғаса ышанғы кил­мә­не, өмөтһөҙ шайтан тигәндәй, әле лә аҡсамдың яртыһын булһа ла ҡайта­рыр­ҙар тип көтәм. Еңел аҡса артынан ҡы­уып, алдаҡ фирма­лар­ҙың “ҡапҡа­нына” эләгеүҙән һаҡла­нығыҙ.


Вернуться назад