Ҡапыл көслө ел иҫеп, ҡаты ҡойон-дауыл күтәрелгәнен ҡайһы саҡ һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Артынан боҙ ҡатыш ямғыр башланып, ер һелкетеп, күк күкрәп, ялт та йолт йәшен йәшнәргә тотона. Юлаусыларға бигерәк ҡурҡыныс: йәнеңде, тәнеңде һаҡлап ҡалыу өсөн ышыҡланыу сараһын күрергә тырышаһың.
Ә йән һәр кемгә ҡәҙерле. Үҙең дә һиҙмәйенсә, ҡапыл ауырып киткәндә, ярҙам һорап белгестәргә мөрәжәғәт итергә тура килә. Халыҡ медицинаһы ярҙам итмәҫ сирҙәр ҙә осрап тора. Ундай хәлдә заманса йыһазландырылған дауаханаларҙан, шәфҡәтле, мәрхәмәтле табиптарҙан башҡа һауығыуы мөмкин түгел.
Һүҙ ҙә юҡ: улар әллә күпме ғүмерҙе ҡотҡара. Шуға һәр саҡ “Ашығыс ярҙам”ға шылтыратабыҙ. Был йәһәттән фельдшерҙарыбыҙ көсөнән килгәнсә ярҙам итте, ҡаты ауырыуҙарҙы район үҙәк дауаханаһына үҙҙәре үк илтә ине. Хәҙер иһә ярҙамға мохтаждарҙы үҙәк район дауаханаһы ҡарамағындағы фельдшерҙар хеҙмәтләндерә. Әйткәндәй, ауылыбыҙ район үҙәгенән 50 километр алыҫлыҡта ята. Шуға сирле кешегә минуты-секунды ҡәҙерле. Ауылыбыҙҙа быға ҡәҙәр эшләгән өс фельдшерҙан бик ҡәнәғәт булдыҡ: тиҙ арала кәрәкле дарыуҙарын табып, 22 ауылдың халҡын хеҙмәтләндерҙеләр, ваҡыт менән иҫәпләшмәй, кеше ғүмере һағында торҙолар.
Төйәгебеҙҙең дауахана тарихы бик бай. Ул төҙөлгәнгә тиклем Дәмин бабай Таһиров халыҡ табибы булған. 1929 йылдан дауаханалар һалына башлағас, фельдшер-акушерҙар, санитарҙар, медицина хеҙмәткәрҙәре эшләп киткән. Мәҫәлән, Мәүиҙә апай Булатова күп йылдар регистратурала хеҙмәт иткән. Хәҙер 80 йәшлек был апай йылы хистәр менән хәтер йомғағын һүтә.
— Миңә Фәрит, Фидаил Мәҡсүтов кеүек табиптар менән эшләү бәхете тейҙе, — ти ул. — Ауырғазы районынан Хәтмулла Саттаров 1970 йылда участка табибы булып килде. Эште яңы амбулатория һалдырыуҙан башланы. Ошо йылдарҙа “Ашығыс ярҙам” машинаһына гараж, келәт, төкәтмә төҙөлдө.
Ауырыуҙар уның кабинетына инһә, йәшәргә көс алып, күҙҙәре нурланып сығыр ине. Үтә баҫалҡы, ғәҙел табиптың әйткән һүҙҙәре лә шифалы дарыу булды. Коллективта бик татыу, бер ғаиләләй инек, йәмәғәт эштәрендә ҡайнаныҡ. Дауахана хеҙмәткәрҙәре тип торманыҡ, колхозға ярҙамлаштыҡ, сөгөлдөр утаныҡ, иген тараттыҡ. Мағаш тауына утын әҙерләргә йөрөнөк, Ҡаран шишмәһенән һыу ташыныҡ...
Ысынлап та, Хәтмулла Ғайса улы эшләгән осор бер ҙә онотолмай. Яңы стационар асыу, проекттар эшләтеү өсөн Өфө — Еҙем-Ҡаран юлын күп тапаны.
Донъяның ҡанундары ҡаты. Кеше ғүмере һағында ҡанатланып хеҙмәт итеп йөрөгәндә ғүмере фажиғәле өҙөлдө Хәтмулла Саттаровтың. Шулай ҙа ҡылған изгелектәре әле лә йәшәй. Табипты ихтирам һәм рәхмәт тойғолары менән иҫкә алып торабыҙ. Ауылыбыҙҙың бер урамына уның исеме бирелде.
Дәүер үҙенсәлектәре, заман үҙгәрештәре яңылыҡтар индерҙе. Ауылыбыҙҙың юғары осонда урынлашҡан дауахана түбәнгә күсте. Элекке колхоз идараһы бинаһы үҙгәртелеп, ремонт үткәрелеп, участка дауаханаһына әйләнде. Хәҙер унда эш бөтөнләй еңелләште: мейес яғып, утын әҙерләп йонсомайҙар, бил бөгөп, көйәнтә менән һыу ташымайҙар.
Ҡасандыр ауыр шарттарҙа эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәре лә бик аҙ ҡалды. Әлбиттә, үкенесле, шулай ҙа өҙөлгән өмөттәрҙе яңынан ялғап, йәшәүгә көс-ҡеүәт биреп, сәләмәтләндереп торған, беренсе “Ашығыс ярҙам” күрһәткән табиптарҙың, шәфҡәт туташтарының, санитаркаларҙың намыҫлы хеҙмәте йылылыҡ менән күңел түрендә урын алды. Дауахана тарихында яҡты эҙ ҡалдырған Фәүзиә апай Бәшәрованы ла ауыл халҡы ҙур ихтирам менән иҫкә ала. Санитаркалар Хәлиҙә Булатова, Наилә Рәхмәтуллина, Ләлә Ҡаһарманова, Мәрүә Сәлиховаларҙың һәр береһе тырышып эшләне, яҡшы һүҙле булды.
Хәҙерге ваҡытта тулыһынса һау кешене хатта йәштәр, үҫмерҙәр араһында табыуы ауыр. Пенсия йәшендәгеләр ҙә сәләмәт кенә түгел. Ғаилә мәшәҡәттәре, хеҙмәткә арналған ғүмер, сәләмәтлеккә йоғонто яһап, уны ҡаҡшата. Табипҡа бер генә тапҡыр булһа ла мөрәжәғәт итмәгән кеше юҡтыр.
Ни генә тиһәң дә, иң беренсе “Ашығыс ярҙам”ға шылтыратабыҙ. Ауырыуҙың ғүмере ҡыл өҫтөндә торғанда улар ваҡытында килеп етеп, ҡотҡара, үлем тырнағынан йолоп алып ҡала. Революцияға тиклемге осорҙа йоғошло ауырыуҙарҙың күп булғанын уҡып беләбеҙ. Ҡыҙылса, тиф, биҙгәк, ҡысынма сире дини йолалар ярҙамында дауаланған, сөнки ауылдарҙа һаулыҡ һаҡлау пункттары булмаған.
Кеше сәләмәтлеге тураһында хәстәрлек, белеүебеҙсә, революциянан һуң, уҙған быуаттың 20-се йылдары аҙағында, башлана. Ауылдарҙа һаулыҡ һаҡлау пункттары төҙөлә. Бигерәк тә трахома кеүек күҙ ауырыуҙарына ҡаршы көрәшеү өсөн курстар асылып, шәфҡәт туташтары күпләп уҡытыла.
Билдәле, бөгөн дә кешенең һис көтмәгәндә сирләп китеүе ихтимал. Тәҙрә төбөндәге гөл кеүек, ул наҙлап, һаҡлап тороуға мохтаж. Ваҡытында табип ҡулына эләкһәң, үлем осраҡтары, һис шикһеҙ, кәмейәсәк. Ауылыбыҙҙа “Ашығыс ярҙам” эше туҡтатылғас, үлем осраҡтары йышайҙы. Әлбиттә, 50 километр араға фельдшерҙың килеп өлгөрөүе икеле.
Әле беҙҙә бер нисә генә урынлыҡ стационар эшләй. Бер табип, 22 ауылды хеҙмәтләндереп, Гиппократ антына ни ҡәҙәр тоғро булһа ла, өлгөрә алмай. Ул бит башҡа ауырыуҙарҙы ла ҡабул итә. Шуға күрә тирә-яҡ ауылдар, Еҙем-Ҡаран халҡы “Ашығыс ярҙам” машинаһын кире биреүҙәрен һорай. Ғүмер бер генә бит. Уны ҡәҙерләргә, һаҡларға, хәле ҡыл өҫтөндә булғандарға ваҡытында ярҙам итергә ашығайыҡ. Ябай ауыл халҡын сәләмәтләндереүгә бүленгән сығымдарҙы арттырыу өсөн яңы программалар тураһында хәстәрлек күрелһә, ҡайһылай һәйбәт булыр ине. Хужалыҡтарҙы тергеҙеү өсөн программалар бар бит.
Беҙҙән “Красноусол” шифаханаһы әллә ни йыраҡ түгел. Ә унда ауыл халҡы сәләмәтлеген нығыта алмай. Ошо йүнәлештә уйланаһы эштәр байтаҡ әле.
Флүрә ХӘЛИЛОВА.
Ғафури районы,
Еҙем-Ҡаран ауылы.