Ҡыҫҡаса...03.06.2015
Ҡытайҙа Янцзы йылғаһында сәйә­хәтселәр паромы батҡан. Борттағы 458 кешенең ни бары егермеләбе генә ҡотҡарылған. Фажиғәгә тары­ғандар башлыса 60 – 80 йәштәге өлкәндәр булған.
***
Рәсәйҙең Федерация Советы спикеры Валентина Матвиенко: “Рәсәй­ҙә пенсия йәшен арт­тырырға кәрәк, сөнки илдә тыуым аҙ, ситтән кил­гәндәр кәмей. Шуға ла был – ҡотол­ғоһоҙ хәл”, – тип әйткән.
***
2014 йылда Мурманск ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Михаил Соколовтың килеме 947 миллион 108 мең 956 һум 31 тин тәшкил иткән. Мэрияның иҡтисади үҫеш һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре департаментын етәкләгән түрәнең өлкән ҡыҙы Австрияла йәшәй, донъя буйлап сәйәхәт итергә ярата. Ә улы уҡыған шәхси мәктәптә белем алыу йылына 270 мең һум тора.
***
Мәскәү ҡала суды Ярославль мэ­ры Евгений Урлашовты һаҡ аҫтында тотоуҙы 3 авгусҡа ҡәҙәр оҙайтты. Урлашов һәм уның ҡул аҫтында эшләгәндәр эшҡыуарҙан 14 миллион һум ришүәт алыуҙа ғәйепләнә.
***
Санкт-Петербургтан депутат Виталий Милонов “Берҙәм Рәсәй” партияһы исеменән ҡаланың йәмә­ғәт­селек урындарында купальникта, плавкиҙа йөрөүҙе тыйыу хаҡында тәҡдим менән сығыш яһаған.
***
Мәскәүҙә берәү фатирында ике леопард тотҡан. Әле тикшереү бара.
***
Өфөнөң Калинин районы суды “Апекс” һәм “БашТоргСтройБетон” йәмғиәттәренең элекке директоры Инна Быченконы (Макарова) өс йыл да ике айға иркенән мәхрүм итте. Ғәйепләнеүсе алдаҡ юл менән кеше­ләрҙең биш миллион һум самаһы аҡсаһын үҙләштергән.


Вернуться назад