Эш ҡағыҙҙа ғына ҡалмаһын03.06.2015
Ҡарар ҡабул итеү генә етмәй, уның үтәлешен контролдә тотоу ҙа кәрәк. Шуны иҫәпкә алып, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе “Реаль эштәр” тигән яңы проектты тормошҡа ашырырға тотондо. Был турала политолог, Башҡортостан Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының сәйәси тикшеренеүҙәр бүлеге етәксеһе Николай Новиков аңлатма бирә:


– Рәсәйҙәге барлыҡ кимәлдәге сәйәси системаның үҙенсәлеге шунда: ҡабул ител­гән ҡарарҙар йыш ҡына халыҡҡа барып ет­мәй. Тимәк, был система ҡарарҙың тор­мошҡа ашырылыуын контролдә тотоу өлкәһенә етер­лек дәрәжәлә йоғонто яһамай. Бының иһә халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙырыуы, башҡарма власть органдарының эшмәкәр­легенә ышанысты кәметеүе ихтимал. Партия был хәлде белә һәм тейешле саралар күрә. Шуға ла Башҡортостан төбәк бүлексәһенең “Реаль эштәр” тигән проект менән сығыш яһауы – тормош талабы ул.
Был маҡсатҡа өлгәшеү өсөн мөмкинлектәр етерлек: “Берҙәм Рәсәй”ҙең һәр ҡала һәм районда бүлексәһе бар, партия контролен тормошҡа ашырыу өсөн бөтөн шарттар тыуҙырылған.







Вернуться назад