Күҙ-ҡолаҡ булыу ҡамасауламаҫ17.02.2012
Күҙ-ҡолаҡ булыу ҡамасауламаҫБала саҡтағы бөтә ағыуланыу осраҡтары ата-әсәләрҙең иғтибарһыҙлығы, ғәмһеҙлеге арҡаһында тыуа. Хәүефле матдәләр һәм дарыуҙарҙы сабый үрелеп алырлыҡ ергә ҡуйыу йыш ҡына бәләгә килтерә. Тормош кимәле күтәрелгән һайын һәр өйҙә көнкүреш химияһы саралары һаны ла арта, экзотик үҫемлектәр күбәйә. Шуның менән бергә балалар араһында ағыуланыуҙарҙың йышайыуы һәм сирҙең бик ауыр үтеүе, үлем осраҡтары артыуы күҙәтелә.
Организмдың функцияларын боҙоуға һәләтле теләһә ниндәй матдәнең ағыуға әүерелеүе ихтимал. Аш бүлмәһе — бала өсөн айырыуса хәүефле урын, бында ниндәй генә таҙартыу сараһы юҡ: раковина һәм плитәне, торбаны йыуыу өсөн тәғәйенләнгәне, аш һеркәһе, нашатыр спирты, марганцовка...
Әлбиттә, ағыуланыуҙа ғәйепте өйҙә токсик матдәләрҙең күплегенә япһарыу урынһыҙ. Бәлә башы — уларҙы дөрөҫ һаҡламауҙа. Айырыуса биш йәшкә тиклемге сабыйҙар араһында ағыуланыу осраҡтары йыш күҙәтелә. Баланың зарарлы матдәгә үрелеп тәмләп ҡарауы өсөн күп ваҡыт кәрәкмәй — бер нисә секунд эсендә фажиғәгә тарыу хәүефе бар. Кескәйҙәр тирә-яҡ донъяны танып-белеүҙә үтә әүҙем, өлгөр. Таныш булмаған һәр әйбер, айырыуса сағыу ярлыҡлы, матур ҡаплылары уларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Өлкәндәр өсөн тәғәйенләнгән дарыуҙар, хатта беҙ хәүефһеҙ тип иҫәпләгән витаминдар ҙа фажиғәгә сәбәпсе булыуы ихтимал. Ауыртыуҙарҙы баҫыу һәләтенә эйә төймәләрҙе һәм йоҡо дарыуҙарын ҡулланған әсәнең күкрәк һөтө менән туҡланған сабыйын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыуы мөмкин. Бала имеҙеүсе әсә һәр аҙымын табип менән кәңәшләшеп эшләргә тейеш. Хатта танауға тамыҙыу өсөн тәғәйенләнгән ғәҙәти дарыу тамсылары ла дозаһын арттырғанда ағыуға әүерелеүе бар.
Ағыуланыуҙың төп билдәләрен хәтерегеҙҙә тотоғоҙ:
— һүлпәнлек, йоҡомһорап тороу, аң юғалтыу, баш ауыртыу һәм баш әйләнеү;
— йөрәктең йыш тибеүе һәм ҡан баҫымының күтәрелеүе (киреһенсә булыуы ла ихтимал);
— кинәт ҡуҙғыу, телмәр боҙолоу, тән тартышыу;
— ишетеү һәм күреү һәләтенең боҙолоуы, тән төҫөнөң үҙгәреүе;
— самаһыҙ тирләү йәки киреһенсә тиренең ҡоролоғо;
— күҙ ҡараһының ҙурайыуы йәки бәләкәйләнеүе;
— күңел уйнауы, эс ауыртыуы.
Бәләгә тарый ҡалғанда бер минутты ла әрәм итмәгеҙ, тирене, лайлалы тиресәне, ашҡаҙан-эсәк юлын ағыуҙан таҙартыу өсөн бөтә сараларҙы күрегеҙ: бысранған кейемен һалдырып, сабыйҙың тәнен йылы һабынлы һыу менән йыуығыҙ. Газ менән ағыуланғанда саф һауаға алып сығып, йортоғоҙҙо елләтегеҙ.
Бензин, кәрәсин, скипидар, кислота, һелте менән ағыуланғанда мотлаҡ “ашығыс ярҙам” саҡырырға, ашҡаҙанын йыуҙыртырға кәрәк. Бала уҡшығанда, уны тубыҡҡа йөҙтүбән һалып, химик матдәләр менән тын алыуынан арындырығыҙ. Табип килгәнсе баланың нимә менән ағыуланыуын, ваҡытын асыҡлағыҙ.
Бәхетһеҙлеккә тарымау өсөн ошо ябай ҡағиҙәләрҙе үтәү мөһим: бөтә хәүефле матдәләрҙе (дарыу, көнкүреш химияһы, йоғошһоҙландырыу, иретеү саралары һәм башҡалар) балалар үрелеп алмаҫлыҡ урынға йәшерегеҙ. Үҙ белдегегеҙ менән дауалауҙың да бәләгә килтереүе мөмкин. Гөл һәм үҫемлектәрҙең дә кескәйҙәрҙең һаулығына зарар килтереүе ихтимал. Биш йәшкә тиклемге балаларҙың туҡланыу рационында бәшмәк булмаҫҡа тейеш. Ғөмүмән, сабыйыңдың һәр аҙымы иғтибар үҙәгендә булһын, бөтә ағыуланыуҙарҙың да бары өлкәндәр ғәмһеҙлеге арҡаһында килеп сығыуын онотмағыҙ.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.


Вернуться назад