Берҙәмлеккә ни етә?!03.06.2015
3 – 9 июндә Башҡортостанда “Берҙәмлек” Халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале уҙа. Унда, ғәҙәттәгесә, Рәсәй төбәктәренән, сит илдәрҙән ҡунаҡтар ҡатнашасаҡ. Быйыл сара Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС илдәре саммиттарына арнала.
“Берҙәмлек” Өфө, Октябрьский ҡалалары, Бәләбәй, Дәүләкән, Туймазы райондары буйлап уҙасаҡ. Фестивалдең гала-концерты 8 июндә Өфөләге “Башҡортостан” дәүләт концерт залы алдындағы майҙанда була. Башта “Мираҫ” фольклор ансамбле сығыш яһаһа, артабан концертты фестивалдә ҡатнашыусылар дауам итәсәк.
“Ватандош” ансамбле Башҡортостан һәм Өфө халҡын үзбәк мәҙәниәте менән таныштырырға ниәтләй. Коллектив былтыр декабрҙә Түбәнге Новгород өлкәһендә ойошторолған. Етәксеһе – Рәхәт Ниязмәтова.
– Тыуған яғыбыҙҙың йырҙары, бейеүҙәре менән ватандаштарыбыҙҙың күңелен һуғарырға тырышабыҙ. Милли моңдарҙы яҡташтарыбыҙ көтөп ала, – ти “Ватандош” коллективы ағзалары. – Төп маҡсатыбыҙ – йәш быуынға халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, йолаларын еткереү. Заманса йырҙарға әүрәп, улар боронғо үзбәк йырҙарын да онотмаһын ине.