Үҙебеҙҙекен ал – оторһоң03.06.2015
Еңел сәнәғәттә эш хаҡы башҡа тармаҡтарға ҡарағанда ике тапҡырға кәмерәк. Былтыр тегенселәрҙең уртаса айлыҡ килеме 12 мең 806 һум, күн эшкәртеү-аяҡ кейеме етештереү хеҙмәткәрҙәренеке 11 мең 953 һум тәшкил иткән. Шуға ла республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов алып барған сираттағы кәңәшмәлә ошо мәсьәлә көн үҙәгенә ҡуйылды.

Ысынлап та, илдәге иҡтисади хәл айырыу­са еңел сәнәғәтте ауыр хәлдә ҡалдырҙы, етештереү күләме кәмене. Билдәле: эш хаҡы булмағас, тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр ситкә ки­тә. Шуға ла бында йәштәр аҙ, күпселек өл­кәндәр, пенсия йәшендәгеләр мәшғүл.
Әйткәндәй, тармаҡта килеп тыуған пробле­маларҙы хәл итеү өсөн Башҡортостан Хөкү­мә­те 2012 йылда махсус программа ҡабул иткәйне. Ул сеймал һатып алған өсөн пред­приятиеларға сығымдың бер өлөшөн субсидиялай. Ошо йүнәлештә 2013 йылда 30, был­тыр 22 миллион һум аҡса кире ҡайта­рыл­ған. Быйыл иһә сумманы 102 миллион һумға еткереү күҙаллана.
Әлбиттә, был юлы өҫ­төн­лөк бары Рәсәй сей­малын үҙ иткәндәргә бирелә. Мәҫәлән, уны илебеҙҙең башҡа төбәктәренән алһаң, хаҡтың – 25, ә республика етештереүсе­лә­ренекен һай­ла­һаң, 50 проценты кире ҡайтарыла. Шәп бит!



Вернуться назад