Әйлән-бәйлән уйнай йәш балалар...”03.06.2015
1 июндә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөләге В.И. Ленин исемендәге паркта булды. Бында Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө айҡанлы дөйөм ҡала байрамы ойошторолдо.

Республика етәксеһе парктағы ижади, спорт, уйын һәм күнекмә майҙансыҡтарын ҡарап сыҡты, 1-се балалар музыка мәктәбе уҡыусылары менән аралашты. Парктың үҙәк сәхнәһендә баш ҡаланың вокаль, хореография һәм фольклор ансамблдәре ҡатнаш­лы­ғында ҙур концерт булды. Ул ике мең кешене йәлеп иткән дуҫлыҡ әйлән-бәйләне менән тамамланды.



Вернуться назад