Ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы Зиннур Байбулатовтың еңел машинаһында баҫыуҙарҙы гиҙәбеҙ: бар ерҙә эш ҡайнай, тракторҙар геүләй, һабантурғайҙар йырлай.– Яҙғы сәсеү эштәре ҡыҙыу һәм дәртле бара, — тип йылмая Зиннур Ғизетдин улы. — Дым етерлек, уңышҡа өмөт бар. Ер кешеһе түккән хеҙмәтенең, ниһайәт, үҙ һөҙөмтәһен күрһен ине.
Белгестең һүҙҙәре менән килешмәү мөмкин түгел, сөнки һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ крәҫтиәнде тамам йонсотто, хатта сәскәнен дә урып алмаған йылдар булды. Шуныһы ҡыуандыра: ил етәкселеге ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша. Яҙғы сәсеү эштәренә республика ҡаҙнаһынан орлоҡ һатып алыуға, яғыулыҡҡа субсидия бүленгән.
Тыуған төбәгенең һәр һуҡмағын, һәр ташын яҡшы белгән Зиннур Байбулатов сәфәр барышында ер-һыу атамаларының тарихы менән таныштырҙы. Данлыҡлы Ҡәнифә юлын күрһәтеп, уңға боролғас, Ҡоръятмаҫтың килеп сығыу тарихының ике вариантын да һөйләп өлгөрҙө.
Беҙҙе хужалыҡ етәксеһе Вафа Сурин ҡаршы алды. Игенселек менән күптән шөғөлләнә Вафа Тәлғәт улы. Эш һөйгән, ер яратҡан кеше булыуы йөҙөнә сыҡҡан: тупраҡты усына алып: “Дымлы, йомшаҡ, күрәһегеҙме, ҡамыр кеүек күпереп ята”, — тип балаларса ҡыуанды.
– Хужалыҡтың сәсеү майҙанын арттырып, 900 гектарға еткерҙек. Орлоҡто күрше Ырымбур өлкәһенән һатып алдыҡ, ул беҙҙең төбәктәге тәбиғәт шарттарына яраҡлы. Сәсеү ике сменала ойошторолған, барлығы ете кеше йәлеп ителгән. Яңы һатып алған сәсеү агрегаты эште күпкә еңелләштерҙе, – тине ул.
Яңы техниканы Байрас Төрөпҡолов “йүгәнләгән”, тиҙ арала Ҡоръятмаҫ баҫыуында эште тамамларға иҫәбе. Әйтергә кәрәк, “Сурин” крәҫтиән (фермер) хужалығы үҫемлекселек тармағын үҫтереүҙә райондың күп хужалыҡтарына өлгө булып тора. Киләсәктә Вафа Тәлғәт улы орлоҡсолоҡ буйынса ла махсуслашырға уйлай, шулай уҡ йәшелсәселек менән күптән шөғөлләнә. Уңған фермер сәсеүҙе тамамлағас, Ивановка ауылы янындағы баҡсала күпләп кәбеҫтә ултыртасаҡ. Аталарына алмашҡа фермерҙың баһадирҙай өс улы — Малик, Арыҫлан һәм Инсаф үҫеп килә. Ҡатыны Мәүлиҙә Фәйзулла ҡыҙы — иренең уң ҡулы, ул бешергән тәмле аш-һыу баҫыу батырҙарына көс һәм дәрт өҫтәй.