Башҡортостан – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында03.06.2015
Башҡортостан – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 1945 йылдың 9 майы алыҫлашҡан һайын Бөйөк Еңеүҙең бөйөклөгөн, әһәмиәтен ысын мәғәнәһендә тулыраҡ, нығыраҡ аңлай барабыҙ. Республикабыҙ ҡалаларында, райондарында, ҡасабаларында һәм ауылдарында ошо бөйөк тантана айҡанлы йылдан-йыл әҙәйә барған ҡаһарман ветерандарҙы, тылда Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән хеҙмәт ветерандарын тәбрикләүҙәр һәм ҡотлауҙар, яу ҡырында һәләк булған яугирҙәрҙе иҫкә алыу һәйбәт йолаға әйләнеп китте. Был мәҡәләнең маҡсаты – ошо дәһшәтле һуғыш йылдары тураһында мөмкин тиклем тулыраҡ мәғлүмәт биреү.

Меңдән ашыу кеше – үҙ теләге менән

Һуғыш башланғас та республиканың бөтә ҡалаларында, район үҙәктәрендә, айырым предприятиеларҙа, хатта ауылдарҙа митингтар, йыйылыштар үткән. Өфөлә, мәҫәлән, ҙур митинг 22 июндә киске сәғәт 8-ҙә булған, унда 10 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Стәрлетамаҡ ҡалаһында 30 июндә 94 митинг һәм 85 йыйылыш үткәрелгән. “Дошманды үҙ ерендә тар-мар итәбеҙ” тигән лозунг аҫтында тәрбиәләнгән егеттәр һәм йәш ирҙәр үҙ теләге менән тиҙ арала фронтҡа ебәреүҙе һорап хәрби комиссариаттарға, партия ойошмаларына, ауыл Советтарына ғариза тапшыра. Өфөлә өс көн эсендә, йәғни 22 – 24 июндә, 1 270 кеше ҡаланың хәрби комиссариаттарына мөрәжәғәт иткән, Стәрлетамаҡта — 380, Әбйәлилдә – 300-ҙән ашыу, Ҡыйғыла — 150, Шишмәлә — 120, Ишембай районында 50-нән ашыу кеше шундай уҡ теләк белдергән. Бынан тыш, Стәрлетамаҡта 23 – 30 июндә 1 770 кеше халыҡ ополчениеһына яҙылған.
Республика буйынса 22-23 июндә өс меңдән ашыу кеше үҙҙәре теләп ашығыс рәүештә фронтҡа ебәреүҙе һорай. Шул уҡ ваҡытта дөйөм мобилизация башлана. 1942 йылдың 1 ғинуарына ҡәҙәр Башҡортостан фронтҡа 231 мең 993 кеше оҙата. Шул иҫәптән Өфөнән – 20 мең 393 кеше, Стәрлетамаҡтан – 3 мең 254, Бәләбәй ҡалаһынан һәм районынан – 5 мең 616, Бөрө ҡалаһынан һәм районынан – 5 мең 356, Әлшәй районынан – 5 мең 332, Ғафури районынан – 5 мең 247, Өфө районынан – 5 мең 549, Туймазы районынан – 7 мең кеше һ.б. Бынан тыш, партияның өлкә комитеты айырым рәүештә – коммунистарҙы, комсомол өлкә комитеты тик комсомолдарҙы мобилизациялаған. 1941-1942 йылдарҙа фронтҡа 23 меңдән ашыу коммунист һәм 62 мең комсомол киткән.
Беҙҙең Бөрйән районында һуғыш башланыр алдынан ни бары 10 мең 37 кеше йәшәгән, шулар араһынан 1941 йылдың июнь-декабрь айҙарында фронтҡа 868 ир киткән. Беренселәрҙән булып яуға инеүселәр араһында атайым Мөхәмәтрәхим Зәйнетдин улы Йәнғәлин булған, Ғалимнас, Таип, Әбделғәни, Зәйнулла, Кәлимулла бабайҙар, Усман, Мәүлетҡол, Хәбибулла ағайҙарым да оҙатылған. Хәбибулла ағайым ни бары 20 йәштә генә булған. Атайымдың иң кесе ҡустыһын — Миңлебай ағайымды фронтҡа 1942 йылда алып киткәндәр. Уға 18 йәш булған. Шулай итеп, һуғышта 10 Йәнғәлин ҡатнашҡан, алтыһы яуҙа башын һалған. Әсәйем яғынан армияға Вара, Кәбир һәм Сәләхетдин ағайҙарҙы алғандар. Уларҙың береһе лә кире әйләнеп ҡайтманы.
Бөрйән районынан фронтҡа беренсе булып киткәндәр араһында атайымдың дуҫтары Ғилман ағай Шәмиғолов, Фәйзрахман ағай Мерәҫов, Батыргәрәй ағай Ҡотлобаев, атайымдың ике туған ҡустыһы Ғилман ағай Биккинин, Хәйрулла ағай Сәғитов, Ғәфур Сәғитов, Ғәлимйән Баймөхәмәтов, Солтан Айытбаев, Хәмзә Сафиуллин, Ырыҫмөхәмәт Ильясов, Халиҡ Ҡарағолов, Ибраһим Мөхәмәтйәров һәм башҡалар теркәлгән. Миндә уларҙың тулы исемлеге бар.

Һуғышыр өсөн әҙерлек кәрәк

Билдәле булыуынса, һуғыштың тәүге осоронда илебеҙ күрелмәгән һәм көтөлмәгән юғалтыуҙар кисергән. 1941 йылдың 10 июленә ҡәҙәр бик ҡаты һуғыштарҙа Ҡыҙыл Армия бер миллионға яҡын яугирен юғалтҡан, ике миллионы ҡамауҙа ҡалып, тотҡонға эләккән. Бынан тыш, 22 мең пушка һәм миномет, 6 мең танк, 3,5 меңгә яҡын самолет юҡҡа сыҡҡан. Осоу аппараттарының 1989-ы һауаға күтәрелеп тә өлгөрмәгән. Фашистарҙың ни бары 35 самолеты юҡ ителгән. Дошман ҡулына бик күп яғыулыҡ, ҡорал һәм хәрби кейем-һалым, аҙыҡ-түлек менән тулы келәттәр эләккән. Немецтар ни бары 77 мең 313 кешеһен юғалтҡан.
Фашистарға ҡаты ҡаршылыҡ күрһәтеп, бик күп зыян кисергән Ҡыҙыл Армияны һәр ваҡыт тулыландырып торорға кәрәк булған. Яңы ойошторолған хәрби частар өсөн дә кешеләр талап ителгән. Ошо сәбәпле Дәүләт Оборона Комитеты (ГКО) 1941 йылдың авгусында үҙ ҡарары менән фронтҡа мобилизациялау йәшен үҙгәртә. Әгәр 1941 йылдың авгусына ҡәҙәр 23 – 36 йәштәге ир-атты ғына алһалар, яңы ҡарар буйынса хәрби комиссариаттар 18 – 51 йәштәгеләрҙе лә саҡырта башлаған.
ГКО-ның яңы ҡарарын тормошҡа ашырып, Башҡортостан хәрби комиссариаты 1942 йылдың 1 октябренә ҡәҙәр өҫтәмә рәүештә фронтҡа 178 мең кеше, 63 мең 758 ат, 13 мең 265 йөк арбаһы, 559 еңел һәм йөк машинаһы, 685 трактор оҙатҡан. Бынан тыш, 16 – 50 йәштәге бөтә ир-ат курстарҙа ниндәй ҙә булһа хәрби һөнәр үҙләштерергә тейеш булған. Уның өсөн бөтә ил буйынса хәрби-уҡыу пункттары (ҡайһы бер документтарҙа “хәрби курстар” тип яҙылған) ойошторолған. Башҡортостанда 1941 йылдың көҙөндә 924 хәрби-уҡыу пункты булған, уларҙа 83 мең кеше төрлө хәрби һөнәргә өйрәнгән. Бынан тыш, республикала комсомолдар һәм комсомол сафында булмаған 18 – 24 йәштәге егет-ҡыҙҙарҙан автоматсылар, снайперҙар, пулеметсылар, минометсылар, элемтәселәр әҙерләү өсөн махсус хәрби курстар ойошторолған. Һуғыш йылдарында атап үтелгән хәрби-уҡыу пункттарында һәм йәштәр курстарында 200 мең автоматсы һәм 39 меңдән ашыу снайпер, пулеметсы, минометсы, элемтәсе (айырыуса ҡыҙҙарҙан) әҙерләнгән. Бынан тыш, яугирҙәрҙе өс аэроклуб (Өфөлә, Белоретта һәм Стәрлетамаҡта), өс кавалеристар клубы (Бөрөлә, Ғафури һәм Нуриман райондарында), ике уҡсылар клубы, автомашина йөрөтөүселәр мәктәптәре әҙерләгән. “Ҡыҙыл Тәре” йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе фронт һәм госпиталдәр өсөн дүрт меңдән ашыу шәфҡәт туташын әҙерләп сығарған.

Башҡортостан – ышаныслы тыл

Һуғыш башланыу менән Башҡортостанға өс хәрби учреждение һәм 18 хәрби уҡыу йорто, шул иҫәптән Ҡыҙыл Армияның Генераль штабы Академияһы, Хәрби-сәйәси академияһы, Рига һәм Гомель ҡалаларынан хәрби пехота училищелары, Сорочинск ҡалаһынан пулеметсылар һәм Ленинградтан артиллерия училищелары, Севастополдән зенитсылар училищеһы һәм башҡа хәрби уҡыу йорттары звакуацияланған. Республика етәкселәре, Башҡортостандың хәрби комиссариаты тырышлығы менән атап үтелгән һәм башҡа хәрби уҡыу йорттарына биналар бирелгән, улар бөтә кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителеп, тиҙ арала хәрәкәт итеүсе армияға офицерҙар әҙерләй башлаған. Хәрби учреждениелар һәм уҡыу йорттары менән бергә республикаға ете хәрби келәт, 100-ҙән ашыу дәүләт ойошмаһы күсерелгән. Шулар араһында – СССР-ҙың Дәүләт контроле халыҡ комиссариаты, Нефть сәнәғәте халыҡ комиссариаты, Элемтә халыҡ комиссариаты, РСФСР-ҙың сәнәғәт халыҡ комиссариаты, Социаль тәьмин итеү халыҡ комиссариаты, Украинаның Фәндәр академияһы, ете ғилми-тикше­ренеү ойош­маһы, шул иҫәптән Маркс, Энгельс, Ленин (ИМЭЛ) ғилми- тикшеренеү институты, вуздарҙан Мәскәү нефть институты, Рыбинск ҡалаһынан авиация институты, Беренсе Мәскәү, Витебск һәм Киев медицина институттары, Орел ҡалаһынан педагогия һәм Мәскәүҙән китапхана институттары, Украинаның яҙыусылар, композиторҙар һәм рәссамдар йәмғиәттәре. Быларҙың барыһын да ҡайҙалыр урынлаштырырға, аҙыҡ-түлек, башҡа кәрәк-яраҡ менән тәьмин итергә кәрәк булған бит.
Һуғыш башланыу менән республика етәкселәре алдында тағы бер көтөлмәгән, ләкин ашығыс рәүештә хәл итеүҙе талап иткән мәсьәлә барлыҡҡа килгән: Мәскәүҙән, Ленинградтан, Смоленск, айырыуса Минск, Житомир һәм Шахта ҡалаларынан, Воронеж өлкәһенән, башҡа төбәктәрҙән Башҡортостанға 43 балалар учреждениеһы, шул иҫәптән 24 балалар интернаты, 20 балалар баҡсаһы, 15 балалар йорто, дүрт ауырыу балалар йорто эвакуацияланған. Атап үткән учреждениеларҙа 4950 бала булған. Ата-әсәһеҙ ҡалғандарҙың һанын асыҡлап булманы. Эвакуацияланған балалар ҙа тиҙ арала республиканың төрлө ҡала һәм райондарында урынлаштырылып, кейем-һалым, аҙыҡ-түлек, башҡа кәрәк-яраҡ, тәрбиәселәр менән тәьмин ител­гән. Бының турала документтарҙа мәғлүмәттәр бар.
Беҙҙә нисә госпиталь эшләгән?

Төрлө фәнни хеҙмәттәрҙә, 1941—1943 йылдарҙа көнбайыш өлкәләрҙән Башҡортостанға 30, 32, 33, 36, 40 госпиталь эвакуацияланған, тип яҙылған. Был һандарҙың береһе лә дөрөҫ түгел. Документтарҙа “эвакогоспиталь” тип билдәләнеүе бөтә госпиталдәрҙең дә көнбайыш өлкәләрҙән килгәнен аңлатмай әле. Билдәле булыуынса, һуғыш йылдарында Башҡортостанда 47 госпиталь эшләгән, уларҙың 31-е 1941 йылда ойошторолған. Һуғыш башланыу менән үк, июнь-июль айҙарында, йәнә ете госпиталь ойошторолған, ГКО ҡарары менән август-декабрь айҙарында тағы 17 ошондай ойошма барлыҡҡа килгән. 1941 йылдың июнь-декабрь айҙарында көнбайыш өлкәләрҙән яраланған яугирҙәре менән Башҡортостанға ете госпиталь эвакуацияланған. Уларҙың ҡайһы берҙәре һуғышҡа ҡәҙәр булған шифаханалар нигеҙендә эшләп киткән. Мәҫәлән, “Шафран”, “Йоматау”, “Янғантау” һәм башҡаларҙы атап үтергә була. Ҡалған госпиталдәр (эвакогоспиталдәр) республикала 1942—1943 йылдарҙа ойошторолған, уларҙың барыһы ла республика етәкселәре, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тырышлығы менән төрлө дарыуҙар, башҡа дауалау кәрәк-яраҡтары, аҙыҡ-түлек, шәфҡәт туташтары һәм табиптар менән Башҡортостан иҫәбенә тәьмин ителгән. 27-һе Өфөлә, икешәре Стәрлетамаҡта, Ишембайҙа, Бәләбәйҙә, ҡалғандары Шафран, Яңауыл, Аксаков һәм Әлшәй ҡасабаларында, Йоматау, Шишмә, Аксен һәм Алкин станцияларында, “Янғантау” шифаханаһында урынлашты­рыл­ған. Һуғыш йылдарында атап үткән госпиталдәрҙә 250 меңдән ашыу яралы һәм ауырыу яугир дауаланған. Яралыларҙың — 70, сирлеләрҙең 90 проценттан ашыуы һаулығын нығытып, кире сафҡа баҫҡан.

Теүәл һанды тарихсылар ҙа белмәй

Эвакуация менән бәйле эштәр араһында республика етәкселәре, партия органдары өсөн тиҙ арала хәл итеүҙе талап иткән тағы бер көтөлмәгән проблема булған. Ул — көнбайыш өлкәләрҙән һуғыш башланыу менән Башҡортостанға эвакуацияланған сәнәғәт предприятиеларын, улар менән бергә килгән эшселәрҙе, техниктарҙы һәм инженерҙарҙы, уларҙың ғаиләләрен урынлаштырыу. Ләкин мәсьәлә бының менән генә хәл ителмәгән, предприятиеларҙың эшен яйға һалырға, күбеһенең профилен ҡырҡа үҙгәртеп, фронт өсөн продукция етештереүен тәьмин итергә кәрәк булған. Бының өсөн предприятиеларға етерлек күләмдә яңы сеймал, ҡорамалдар биреү, ә эшселәрҙе эшкә өйрәтеү зарур. Бының турала бер тарихи хеҙмәттә лә бер һүҙ ҙә юҡ. Ғалимдар фәлән завод фәлән хәрби продукцияны етештерә башланы, тип кенә яҙа. Ә яңы эште юлға һалғансы теге йәки был коллективтың ниндәй ҡыйынлыҡтар аша үтеүе тураһында ләм-мим.
Һуғыш башланыу менән илдең көнбайыш өлкәләренән көнсығыш райондарына, шул иҫәптән Башҡортостанға күпләп сәнәғәт предприятиелары күсә башлаған. Уларҙың һанын бер тарихсы ла белмәй. Тарихи хеҙмәттәрҙә ошондай мәғлүмәттәр бер-береһенән ҡырҡа айырыла.
Партия өлкә комитетының 1944 йылдың 6 декабрендә Үҙәк комитетҡа ебәргән отчетында асыҡ ҡына итеп “һуғыш йылдарында Башҡортостанда ҡурҡыныс янаған райондарҙан 86 сәнәғәт пред­приятиеһы урынлаштырылды” тип яҙылған. Ул ваҡыттарҙа пар­тияның Үҙәк комитетына берәй төрлө ялған, ысынбарлыҡҡа туры килмәгән мәғлүмәт биргән кешене күҙ алдына килтереүе ҡыйын.
Ҡайһы бер тарихи хеҙмәттәрҙә, эвакуацияланған предприятиелар Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Белоретта ғына урынлаштырылған, тип яҙылған. Был да дөрөҫ түгел. Уларҙың 43-ө Өфөлә, унауһы Стәрлетамаҡта, дүртеһе Белоретта, өсөһө Благовещен ҡалаһында, өсөһө Ҡарламан станцияһында, икеһе Бөрө ҡалаһында, икеһе Бәләбәйҙә, ҡалғандары Дәүләкәндә, Бүздәктә, Таутөмән станцияһында һәм Красный Ключ ҡасабаһында эш башлаған.
Предприятиелары менән бергә килгән эшселәр, инженерҙар һәм техниктар, республикаға үҙаллы ҡасып килгән кешеләр һаны менән дә шул уҡ хәл. Төрлө тарихи хеҙмәттә төрлө һан бирелгән. Береһендә республикаға 247 мең кеше ҡасып килгән, икенсеһендә 256 мең, өсөнсөһөндә 278 мең хаҡында әйтелгән. “Очерки по истории Башкирской АССР” (Уфа, 1966) тип аталған монографияла “республикаға 247 мең кеше ҡасып килгән” тип яҙылған. Беҙҙеңсә, ошо һан ысынбарлыҡҡа тура килә.

Әхмәтгәрәй ЙӘНҒӘЛИН,
тарих фәндәре кандидаты.


(Дауамы бар).


Вернуться назад