Шәкәр диабеты менән Ауырыусыларҙың 70 проценты үҙҙәрендә ошо сирҙең булыуын белмәйКүптән түгел хаҡлы ялдағы бер хеҙмәттәшебеҙҙең — әлегәсә ҡулынан ҡәләмен төшөрмәй яҙышып торған ветерандың — аяғынан мәхрүм ҡалыуын ишетеү һәммәбеҙҙе лә тетрәндерҙе. Ағайыбыҙҙың байтаҡ йылдар шәкәр диабетынан яфаланыуын белһәк тә, шундай ауыр хәлгә тарыр тип һис уйламағайныҡ. Хәйер, был берҙән-бер миҫал түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәребеҙҙең туғандары йәки таныштары араһында ла ошо сирҙән яфаланыусылар байтаҡ.
Һүҙҙе әҙип ағайҙы иҫкә төшөрөп башлауыбыҙ юҡҡа түгел. Табиптар шәкәр диабетына бәйле ауырыусыларҙың йылдам арта барыуына хәүеф белдерә. Етмәһә, элегерәк ул нигеҙҙә өлкән йәштәгеләргә хас тип иҫәпләнһә, хәҙер диабеттың “йәшәрә” барыуына тәрән борсолалар.
Яңыраҡ Милләт сәләмәтлеге лигаһы вице-президенты Николай Кононов етәкселегендәге бер төркөм белгес Өфөлә булды һәм Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында ойошторолған “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашты.
Мәскәү табиптары Башҡортостанға шәкәр сире таралыуҙы иҫкәртеүҙе йәнләндереү маҡсатында сәфәр ҡылған. Матбуғат баҫмалары хеҙмәткәрҙәрен дә ошо йүнәлешкә әүҙем ҡушылырға саҡырҙылар. Халыҡҡа гәзит-журнал, радио һәм телевидение аша шәкәр диабеты һәм уның эҙемтәләре ауыр, хатта үкенесле тамамланыуы хаҡында аңлатыу мотлаҡ, һөҙөмтәһе ҙур буласаҡ, тип иҫәпләйҙәр. Табиптар, һаҡланыу сараларын күргәндә, сәләмәт йәшәү рәүешенә өҫтөнлөк биргәндә күпселек ошо бәләгә тарымай йәшәй ала, тип раҫлай. Шулай уҡ улар, дауаланыуҙы ауырыу тәрәнәйгәнсе башлағанда һәм тейешле сараларҙы еренә еткереп үтәгәндә лә ауыр хәлдәрҙән ҡотолоп ҡалып була, тип ышандыра.
Белгестәрҙең ошо хаҡта мәғлүмәтте һәр кемгә еткерергә тырышыуы яҡшы аңлашыла, сөнки шәкәр диабеты, киң таралған сирҙәрҙең береһе булараҡ, замандың киң күләмле етди медик-социаль проблемаһына әүерелгән.
Донъяла 20 йыл элек кенә шәкәр сире диагнозы ҡуйылғандар һаны 30 миллиондан артмаһа, әле уларҙың һаны 336 миллионға еткән. Был афәт йылына дүрт миллиондан ашыу кешенең иртә донъя ҡуйыуына сәбәп булып һанала.
Рәсәйҙә лә хәл тынысланырлыҡ түгел, диабеттан яфаланған өс миллиондан ашыу кеше рәсми теркәлгән. Әммә контроль-эпидемик тикшеренеүҙәр ауырыуҙарҙың ысынбарлыҡтағы һаны туғыҙ миллиондан кәм түгеллеген күрһәтә.
Табиптар сирҙең йәшерен барыуына, йыш ҡына организм етди үҙгәрештәр кисергәндән һуң ғына асыҡланыуына борсола. Ә эҙемтәләре, ысынлап та, ҡурҡыныс. Мәҫәлән, инфарктҡа, инсультҡа, һуҡырайыуға һәм аяҡ-ҡулһыҙ ҡалыуға килтерә. Тикшеренеүҙәр бер ауырыуға үҙендә ошо сирҙең башланыуын белмәгән өс-дүрт кеше тура килеүен күрһәтә. Шуға ла Николай Кононов, матбуғат баҫмалары ла эпидемияға әүерелгән сирҙе иҫкәртеүҙә үҙ өлөшөн индерергә тейеш, тип иҫәпләй.
Диабеттан һәм уның ауыр эҙемтәләренән вафат булыусылар ВИЧ/ СПИД-ҡа бәйле яҡты донъянан китеүселәр һанынан да артып киткән. Табиптар шәкәр сиренә ҡарата ла йоғошлоларына тыуҙырылған кире ҡараш булдырыу кәрәк, ти. Бәлки, шул сағында йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә һаулыҡты ҡәҙерләргә өйрәнер, сәләмәтлеген һаҡлау өсөн хәстәрлек күрергә ынтылыр һәм иҫкәртеүгә ҡолаҡ һалыр, тип ышаналар.
Республикала ла хәл уйландырырлыҡ, сөнки ауырыусылар һаны арта. Былтыр, мәҫәлән, йыл башында 75 147 кеше рәсми иҫәптә торған, уларҙың 5 096-һы — I типтағы шәкәр сирле, 590-ы — балалар һәм үҫмерҙәр. Төбәктә ҡаралған льготаларҙан 49 657 пациент файҙаланған, 25 490 кеше Федераль ҡаҙна иҫәбенән препараттар менән тәьмин ителгән. Инсулин терапияһы 15924 кешегә күрһәтелгән, дарыуҙар ярҙамында 59070 кеше дауаланған.
Ошо һандар ғына ла мәсьәләнең киҫкенлеген күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә. Әйтеп үтелеүенсә, былтыр йыл башында 75147 ауырыу рәсми иҫәптә торһа, туғыҙ айҙа уларҙың һаны 76380-гә еткән, йәғни ошо осорҙа ғына ла 1,6 процентҡа артҡан. Өлкән йәштәгеләр араһында “диабетсылар” 2,3 процент тәшкил итә, ә ҡатын-ҡыҙҙың өлөшө — 2,8 процент. 2001 йылдан шәкәр диабеты диагнозы ҡуйылыусыларҙың һаны йылдам күбәйә. Мәҫәлән, 2006 йылда 100 мең кешегә 176 ауырыу тура килһә, 2010 йылда был күрһәткес 181-гә еткән. Төбәгебеҙҙә нигеҙҙә уларҙың һаны II типтағылар иҫәбенә арта. Ауырыусыларҙың 70 проценты самаһы үҙҙәрендә сир барлығын белмәй һәм табипҡа мөрәжәғәт итмәй. Инвалидлыҡ алыу һәм вафат булыу осраҡтары йыш ҡына шуға бәйле. Сир иртәрәк асыҡланғанда дауалауҙың һөҙөмтәле булыуы бәхәсһеҙ. Ошо маҡсатта республиканың дауалау-иҫкәртеү учреждениелары эргәһендә “Шәкәр диабеты” мәктәбе эшләй, алыҫ төбәктәргә барып күсмә мобиль үҙәктәр медицина тикшереүе үткәрә. Шулай ҙа халыҡ замана афәтенә еңел ҡарай, уның башланыуына юл ҡуймау өсөн етерлек саралар күрмәй. Битарафлыҡты асыҡ күрһәткән бер миҫал килтереп үтәйек. Күсмә мобиль үҙәктәр Башҡортостандың алты ҡалаһында ҡабул итеү ойошторған һәм медицина тикшереүе үткән һәр унынсы кешелә шәкәр сире булыуы асыҡланған. Ғәҙәттәгесә, бындай сараларҙа күберәк ҡатын-ҡыҙ ҡатнаша, ә ир-ат һаман да ситтә ҡала йәки һүлпән ҡуҙғала, тиҙәр. Ауырыусыларҙың күпселеге, йәғни 85-90 проценты, 40 йәштән уҙған граждандар.
Бынан тыш, эш биреүселәр хеҙмәткәрҙәре өсөн медицина тикшеренеүе үткәреүҙе ойоштороуҙы үҙ өҫтөнә алырға ашыҡмай. Социаль яуаплылыҡ тойорға тейешлектәре әле һаман һүҙҙә генә ҡала. Уларҙы был сараның күп сығым талап итмәүенә ышандырыуы ла ауыр, тиҙәр. Ғөмүмән, белгестәр ХХI быуат эпидемияһына ҡаршы күмәк көс менән көрәшкәндә генә ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшеп буласағын ҡат-ҡат иҫкә төшөрә.
Стандарт буйынса, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауаханала дауалау — 38 мең һум, ә шәкәр диабетынан яфаланыусылар өсөн 28 мең һум тәшкил итә. Шуға күрә шәкәр сире проблемаһы ла күптән медик-социаль мәсьәлә булыуҙан уҙған.
Табиптар билдәләүенсә, шәкәр диабеты — матдәләр алмашыныуы боҙолоуға бәйле етди сир. Ашҡаҙан аҫты биҙе инсулин эшләп сығара һәм ул ашаған аҙыҡтағы углеводтарҙы энергияға әйләндерә. Кеше шул энергия ярҙамында йәшәй ҙә инде. Организмға инсулин етешмәһә, ҡан составындағы глюкозаны нормала тотоу, углеводтарҙы энергияға әүерелдереү барышы боҙола. Һөҙөмтәлә ҡанда шәкәр миҡдары арта башлай. Шәкәр сире шулай барлыҡҡа килә.
Диабетты ике төргә бүлеп йөрөтәләр: I һәм II типтар. Беренсе осраҡта ашҡаҙан аҫты биҙе инсулин эшләп сығармай һәм уны организмға индерергә тура килә. Икенсеһендә инсулин етә, уға ҡытлыҡ кисерелмәй, әммә теге йәки был сәбәп менән ул үҙ функцияһын үтәй алмай.
Табиптар әйтеүенсә, шәкәр сирлеләрҙең йылдам артыуы хәҙерге йәшәү рәүешенә лә бәйле. Мәҫәлән, дөрөҫ туҡланмау, аҙ хәрәкәтләнеү, даими стресс үткәреү һәм артыҡ ауырлыҡ — сир башланыу өсөн сәбәп.
Кемдәрҙең сиргә тарыуы ихтимал?
*туған-тыумасаһында шәкәр сиренән яфаланыусылар булғандар;
*һимергән, артыҡ йыуан кешеләр (кәүҙә ауырлығының 20 проценттан артыуы диабет үҫешен 4-6 тапҡырға күтәрә);
*ҡанында глюкоза миҡдары юғары булыусылар;
*тиреләге яралары оҙаҡ бөтәшмәүселәр.
Шәкәр сире булыуына шик тыуҙырған күренештәр:
1. Тирелә һәм тырнаҡтарҙа “бәшмәк” ауырыуы, тиренең ҡытыршыланыуы һәм яраларҙың яй бөтәшеүе күҙәтелә.
2. Теш ҡаҙнаһы ҡанай һәм бер ниндәй сәбәпһеҙ тештәр төшә.
3. Бәүел йышая һәм күбәйә.
4. Ауыҙ кибә һәм һыуһата.
5. Туҡтауһыҙ ашағы килә.
6. Ябыҡтыра.
7. Аяҡ ауырта һәм ойой. Киҫкен осраҡтарҙа күңел болғана, ҡоҫтора.
8. Бәүелдә шәкәр асыҡланғанда (глюкозурия), бигерәк тә пациент ҡапыл ябыға башлаған осраҡта (ҡайһы ваҡыт 1,5 — 2 ай эсендә 10-20 килограмм ташлауы ихтимал).
Дауаланыу алымдары:
I тибында инсулин индерелә, диета һаҡлау мотлаҡ һәм физик эш файҙалы.
II тибында диета, физик эш һәм табип билдәләгән дарыуҙар ярҙам итә.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА.
Олег МАЛИЕВСКИЙ, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш балалар эндокринологы:— Ата-әсә шәкәр диабеты билдәләрен яҡшы белергә тейеш. Баланың һыуһауына, төндә лә эскеһе килеүенә, бәүеленең йышайыуына иғтибар итергә кәрәк. Был — диабеттың II тибы билдәләре. Хәҙер кескәйҙәрҙә лә ошо төрө асыҡлана башланы, элегерәк ул нигеҙҙә өлкәнерәк йәштәгеләрҙә күҙәтелә ине. Сиргә тарыуға һимереү ҙә, йәшәү рәүешенең үҙгәреүе лә булышлыҡ итә.
Татьяна МОРУГОВА, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш эндокринологы:— Нәҫелдән күсеү, иммун системаһы боҙолоу менән бергә диабет барлыҡҡа килеүгә спиртлы эсемлектәр эсеү, тәмәке тартыу, физик эштең, хәрәкәтләнеүҙең кәмеүе һәм организм өсөн файҙалы аҙыҡтар менән туҡланмау ҙа сәбәп. Әле төбәгебеҙҙә I типҡа ҡараған шәкәр сирлеләр 6,1 процент тәшкил итһә, II тибы 94 процент самаһында күҙәтелә. Дауалауҙа заманса дарыуҙар ҡулланыу сирҙәре тәрәнәйгән пациенттарҙың да инвалидлыҡ алыуын һәм вафат булыусыларҙың һанын кәметергә, тормош сифатын күтәрергә һәм ғүмерҙе оҙайтырға булышлыҡ итә. Шуға күрә ниндәй генә осраҡта ла табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.