Уны президенттар ҡотлай03.06.2015
Уны президенттар ҡотлай Ҡалта ауылында тыуып, кендеге киҫелгән ғәзиз еренән ситкә китмәй, Баязит шишмәһенең шифалы һыуын эсеп ғүмер иткән яҡташтарыбыҙ араһында бер быуатты артмаҡлаған аҡһаҡалдар, йөҙйәшәр инәйҙәр бар. Шундайҙарҙың береһе — әле район үҙәге Ермолаевкала йәшәгән, былтыр 90 йәшен билдәләгән Дилшат Шәрәфетдин ҡыҙы Биғәнәкова.

Дилшат апай яҙлы-көҙлө йәйәү йө­рөп, ҡышҡы бурандарҙа туғанда­рында ятып Мораптал мәктәбендә VIII класты тамам­лағанда Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Ул йылдарҙа бындай “багаж”лы кеше ярайһы ғына белемлеләрҙән һанала, шуға күрә уға күпселек халыҡ күргән михнәттәр — физик көс талап иткән һыйыр егеп ер һөрөү, көн буйы ураҡ урыу кеүек колхоз эштәре, ҡышҡыһын урман ҡырҡыу, торф сығарыу ғазаптары “тәтемәгән”. Әммә һәр эштең беҙ белеп бөтөр­мәгән ауырлыҡтары, нескәлектәре бар. Тәүҙә ул тыуған ауылындағы Салауат исемендәге колхозда ун ике йылға яҡын хисапсы (халыҡ әйтмешләй, “щитауат”) булып эшләй. Ә инде 1947 йылда колхоздар берләштерелеп, Киров исе­мендәге хужалыҡ барлыҡҡа килгәс, ҙур колхозды техника менән тәьмин итеү маҡсатында Чапаев исемендәге МТС ойошторола, бик күп белгес саҡырыла, шул “шестидесятник”тар сафынан Әф­тәх Ишмаев — замполит, һуңынан партком секретары итеп тәғәйенләнә. Дилшат Шәрә­фетдин ҡыҙын да 1954 йылдың февраленән ошо ойошмаға инструктор-бухгалтер итеп күсерәләр. Ишмаев менән бергә эшләгән йылдар хаҡында Дилшат апай күңелендә йылы хәтирәләр һаҡлай. “Артабан уҡы, һең­лем, һин булдыраһың”, — тигән кәңәшен то­топ, ул ситтән тороп Өфөлә КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты ҡарама­ғындағы өс йыллыҡ Ауыл хужалығы мәктәбен тамамлай.
Шуныһын да әйтеп үтергә кәрәк­тер: уҡырға инеү менән үк, 1954 йылдың сентябренән, Дилшат апайҙы өлкән инструктор-бухгалтер итеп үрләтәләр. Ә инде юғары иҡтисад мәктәбен тамамлағас, 1958 йылдың июленән уны Ермолаевкаға райондың дәүләт статистика инспек­цияһына инспектор итеп күсерәләр.
— Райондарҙы ҡушып, район үҙәген Мәләүезгә күсерәләр, имеш, тигән яңылыҡ ишетелгәс, 1962 йылда Ермолаевка мәктәп-интернатына бухгалтер булып күстем. Алексей Тарасов директор ине. Һәүетемсә генә эшләп йөрөгәндә икебеҙҙе лә Өфөгә Мәғариф министрлығына саҡыртып алдылар. Ауыл балаларын юғары уҡыу йорттарына йәлеп итеү өсөн райондарҙа урта мәктәп янында интернат-ятаҡ булмауы кәртә булып тора икән. Беҙҙең Ермолаевка мәктәп-интернатында ла ситтән килгән балалар өсөн ятаҡтар ошо уҡ мәктәп бинаһында урынлашып, беҙҙә уҡырға теләгән балаларҙы тулы­һынса тәьмин итә алмай ине. Был мәсьәлә үҙемә лә яҡшы таныш — ике мырҙам VIII кластан һуң, Мораптал мәктәбендә интернат-ятаҡ булмау сәбәпле, йәйәү йөрөп уҡыу михнәт­тәренә түҙмәйенсә, уҡыуҙарын ташлап, урта белем ала алмай ҡалды. Министрлыҡтағы ошо осрашыу һәм алға ҡуйылған бурыстар һөҙөмтә­һендә беҙҙең генә түгел, район­дың башҡа мәктәптәре эргәһендә лә типовой интернат биналары төҙөлә башланы.
Проект-смета документтары ме­нән Күмертау — Өфө араһын йыш тапарға тура килде. Төрлө хәлдәр булды. Ул ваҡытта хәҙерге кеүек сәғәт һайын автобустар йөрөмәне, – тип иҫкә ала инәй ул йылдарҙы.
Райондың мәғариф өлкәһенә ҡағыл­ған бөтә бухгалтерия мәшәҡәт­тәрен үҙ елкәһендә “тартҡан” Дилшат Шәрә­фетдин ҡыҙын 1975 йылда ғына рәсми рәүештә Күмертау хакимиәте мәғариф бүлегенең үҙәкләштерелгән бухгал­терияһына баш бухгалтер итеп күсереү тураһында бойороҡ бирелә. Ошо вазифала ул, 1979 йылдың аҙағына тиклем эшләп, хаҡлы ялға сыға.
Берҙән-бер улы Салауатты күҙ ҡараһын­дай күреп яңғыҙ үҫтерһә лә, тормошонан ҡәнәғәт булып, ҡәҙер­леһенең уңыштарына һөйөнөп йәшә­гән бәхетле әсә ул. “Аллаға шөкөр, улымдың ҡәҙер-хөрмәтендә йәшә­йем. Өйөмдө лә ағартып бирә, быйыл район хакимиәте башлығы ярҙамы менән өйгә һыу үткәрелде. 90 йәшем менән Рәсәй Президенты Владимир Путиндан, Баш­ҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтан да, Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтан да ҡотлауҙар алдым. Район хакимиәтенең мәға­риф бүлеге лә онотмай”, — тип ҡыуана хеҙмәт ветераны.
Ысынлап та, унынсы тиҫтәне ваҡ­ла­ғанда ла эшсәнлеге ауырыуҙарҙы еңергә ярҙам итә: баҡсаһында күп йыллыҡ сәскәләр үҫтерә. Ә йәш­легендәге ауыр­лыҡтарҙы йыр-моң менән еңер булған: хәҙер инде элекке тауышы юҡ, әммә “Таштуғай”, “Ҡара урман”, “Зөлхизә” кеүек оҙон көйҙәр һаман да күңелендә яңғы­рағандай. “Тормошоғоҙҙа хәтергә иң ныҡ һеңеп ҡалған ваҡиғаларҙың береһен Һөйләгеҙ әле”, — тип үтенгәс, ул арҙаҡлы ауылдашы Баязит Бикбай менән осрашыуҙары хаҡында бәйән итте: “Тыуған ауылына йыл да ҡайтып, ике аҙна тирәһе тора ла Түбәнге Ба­баларға әсәһе Хәбибә инәйҙең хәлен белергә китә торғайны. Уның ҡайтыуын ишетеү менән, йәш-елкенсәк йыйылып, үҙен уйынға саҡырырға барабыҙ. “Әллә­се, Мәрфуға еңгәгеҙ сығарырмы икән һуң?” — тип шаярта. Мәҙәк һүҙ һөй­ләп көлдөрөргә ярата ине. Маһа­йыуҙы белмәне, бергә уйынға сығабыҙ, таҡмаҡ әйтешәбеҙ, йөҙөк һалышып уйнайбыҙ, ул шиғырҙарын һөйләй, беҙҙең менән бергә төшөп бейей.
Башҡаса уны күрмәнем. Колхоздан киттем, ял ваҡытында ла осраманы. Бына тау башындағы шишмәгә Баязит исеме бирелгәндә инде мине лә ауылға алып барҙылар. Бик матур сара ойошто­ролғайны. Эйе, ул шишмәнең һыуы саф, шифалы. Тағы ҡайтып, һыуһын ҡанғансы эсергә яҙһын”...
Дилшат Шәрәфетдин ҡыҙы Бөйөк Еңеү­ҙең 70 йыллығын иҫән-һау ҡаршы­ланы, күкрәгендәге 1945 йылдың 6 июнендә тапшырылған “Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы фиҙакәр һәм данлыҡлы хеҙмәте өсөн”, “Хеҙмәт ветераны” миҙалдары һәм Еңеү юбилейы миҙалдары янына тағы бер награда өҫтәлде.





Вернуться назад