Һәр яҙма күңел йылыһы һаҡлай02.06.2015
Белем биреү, тәрбиә мәсьәләләре көнүҙәклеген һис ҡасан юғалтмаған. Йылдам үҙгәреш кисергән яңы заманда мәғариф тармағына иғтибар айырыуса көсәйҙе. Быны редакцияға килгән хаттар араһында белем биреүгә, тәрбиәгә арналғандарҙың күплеге йәнә бер раҫлай. Яҙмаларҙың ҡайһы берҙәренә күҙ һалып үтәйек.
Мәғлүм булыуынса, Бөрйән районы уҡытыусыһы Сәйҙә Сәйәхова – иң әүҙем авторҙарыбыҙҙың береһе. Ул бер яҙмаһында Байназар мәктәбенең Мораҙым филиалында ойошторолған сара – район мәғариф учреждениелары директорҙары урынбаҫарҙарының методик семинары – тураһында хәбәр итә. “Уҡытыусы белемен камиллаштырыуҙан туҡтамаһа, белем биреүҙә яңынан-яңы алымдар эҙләһә генә ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшә ала, – тип яҙа автор. – Район хакимиәте мәғариф идаралығының методика кабинеты мөдире Роза Ғүмәрова етәкселегендә ойошторолған әлеге сара – Бөрйән педагогтарының заманса ҡарашлы булыуына бер дәлил. Уҡыусыларҙың, мәктәпкәсә йәштәге сабыйҙарҙың ҡатнашыуы сараны тағы ла йәмләп ебәрҙе”.
Мәһәҙей филиалында иһә Әҙәбиәт йылы уңайынан әҙәби-музыкаль кисә ойошторолған. Унда балалар яратҡан шиғырын һөйләгән, билдәле яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен сәхнәләштергән. Аҙаҡ уҡыусылар башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башланғыс класс уҡытыусылары, китапханасы менән берлектә “Кешене әҙәбиәт әҙәм итә” тип исемләнгән “түңәрәк өҫтәл”дә фекер алышҡан.
“Байназар мәктәбендә һәм уның филиалдарында юл ҡағиҙәләренә арналған класс сәғәттәре, осрашыуҙар, кисәләр, ярыштар әленән-әле уҙғарылып тора, – тип хәбәр итә Сәйҙә Сәйәхова сираттағы мәҡәләһендә. – Аңлатыу эше алып барыуҙа юл хәрәкәте инспекторҙарының да ҡатнашыуы һөҙөмтәне тағы арттыра. Мәһәҙей филиалында үткән аҙналыҡ та уҡыусыларҙың хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр”.
Хәүефһеҙлек темаһын дауам иткәндә, Илештән Ғ. Батыргәрәеваның Үрге Йәркәйҙәге 1-се гимназияла һәм Түбәнге Йәркәйҙәге лицейҙа төрлө ҡурҡыныс хәлдәрҙе, террорсылыҡты иҫкәртеү йәһәтенән яҡшы шарттар булдырылғаны тураһында яҙмаһы иғтибарға лайыҡ. Автор билдәләүенсә, тәүге мәғариф учреждениеһы биләмәһендә, коридорҙарҙа, интернатта видеокүҙәтеү системаһы, янғынға ҡаршы махсус ҡорамалдар, элемтә саралары – барыһы ла бар. “Түбәнге Йәркәйҙәге лицейҙың да биләмәһе, эс яғы даими күҙәтелә, – тип яҙа автор. – Мәктәпкә һәр уҡыусы шәхси картаһы аша теркәлеп инә. Уның ҡасан кергәне, сыҡҡаны яҙылып бара. Мәғариф учреждениеһына килгән башҡа кешеләр ҙә иҫәпкә алына. Янғынға ҡаршы заманса техника, хәүеф тыуһа, автоматик рәүештә мәғлүмәт бирә. Ут һүнә ҡалһа, балалар яңы ҡоролма ярҙамында (ул яҡтылыҡ бирә) ауырлыҡһыҙ тышҡа сыға ала.
Ашханала уҡыусылар карта аша иҫәпләшә. Баланың ниндәй ризыҡ алыуы, уның хаҡы тураһында мәғлүмәт СМС-хәбәр аша ата-әсәнең телефонына тапшырыла. Был уңайлыҡтарҙың барыһы ла – илештәрҙең йәш быуынды даими хәстәрләүенә дәлил”.
Краснокама районы хакимиәтенең мәғариф идаралығы методисы Регина Ғибәҙуллина ла – әүҙем авторҙарыбыҙҙың береһе. Уның бер яҙмаһында әйтелеүенсә, төбәктә ике йыл рәттән “Һүнмәҫ усаҡ” тигән патриотик йыр конкурсы уҙғарылған. Сираттағыһы Бөйөк Еңеүҙең – 70, Краснокама районының 85 йыллығына арналған. Еңеүселәр араһында төрлө ауыл мәктәптәре уҡыусылары бар, улар грамота, диплом, иҫтәлекле бүләк алып һөйөнгән.
Автор икенсе яҙмаһында балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре араһында уҙғарылған “Краснокама йондоҙсоҡтары” исемле конкурс-фестиваль хаҡында бәйән итә. Унда райондың 18 мәктәпкәсә учреждениеһы вәкилдәре ҡатнашҡан. “Фестиваль тамашасылары әкиәт иленә сәйәхәт ҡылды, төрлө милләт балаларының йырҙарын тыңланы, бейеүҙәрен ҡараны, – тип яҙа Регина Ғибәҙуллина. – Йәш сәхнә оҫталары һәләте, сағыу кейеме, ихласлығы менән һоҡландырҙы”.
Башҡа райондарҙың белем усаҡтарында ла мәҙәни саралар гөрләп үтеп тора. Мәҫәлән, Салауат районының Малаяҙ башҡорт гимназияһында эшләгән ҡурсаҡ театры тамашасыларын мауыҡтырғыс әкиәттәре менән һөйөндөрөүҙән туҡтамай. Өлкән вожатый Зәлифә Хәкимова етәкселегендәге һәләтле балалар сәхнәләштергән һуңғы әҫәрҙәрҙең береһе – “Башмаҡҡай”. “Әкиәтте гимназия уҡыусылары ла, Малаяҙҙың 1-се һәм 2-се балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре лә яратып ҡараны, – тип яҙа мәҡәлә авторы Лиана Вәлиуллина. – Ҡурсаҡ театрында шөғөлләнеүселәрҙең киләсәктә башҡа ауылдар халҡын ҡыуандырырға ниәте лә бар. Тамашаларға ҡурсаҡтарҙы гимназиялағы “Семәр” түңәрәгенә йөрөгән ҡыҙҙар тегә, сәхнә декорацияларын рәсем уҡытыусыһы Тайфур Абдуллин оҫта итеп ҡора”.
Йәш быуын вәкилдәре ғилем туплауға ҙур иғтибар бүлә. Әйтәйек, Бөрйән, Ишембай, Күгәрсен, Учалы, Миәкә райондарынан һәләтле уҡыусылар БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында уҙғарылған “Телдә – халыҡ хәтере” исемле ғилми йыйынтыҡтың исем туйында ҡатнашҡан. “Рухлы, илһөйәр йәш эҙәрмәндәр сарала үҙенең тыуған яғы, ундағы ер-һыу атамалары тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирҙе, – тип белдерә Миәкә районы уҡытыусылары Г. Йәнтүрина менән Р. Фәйрүзова. – Уҡыу йортоноң башҡорт филологияһы факультеты педагогтары йәштәргә уңыштар теләне. Сарала ҡатнашҡан балалар рәхмәт хаты, диплом, сертификаттар алып ҡыуанды. Факультет уҡытыусыларына, йыйынтыҡты төҙөгән ғалимдарға ҙур рәхмәт!”
Редакцияға студенттарҙың да яҙышып тороуы – ҡыуаныслы хәл. Был йәһәттән айырыуса М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетында белем алған йәштәрҙең әүҙемлеген билдәләргә кәрәк. Улар араһынан, мәҫәлән, Гөлнур Хужәхмәтова Интернеттың балаларға йоғонтоһо хаҡында уйланыуҙарын бәйән итә. “Ысын бәхет – һаулыҡта, изгелектә, күңел таҙалығында, яҡын кешеләрең булыуҙа, аралашыуҙа, тормош матурлығын күреүҙә, – ти студент. – Ә Интернет аша йылы тойғолар кисереү, гүзәллеккә һоҡланыу мөмкинме? Һүҙ юҡ, унда матур фотоһүрәттәр, фильмдар бихисап. Ләкин уларҙы күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүҙән, тәбиғәткә сәйәхәт ҡылыуҙан, театрҙан, төрлө тамашанан, матбуғат баҫмаларынан алған тәьҫораттар менән сағыштырып булмай”.
Ғөмүмән, редакцияға килгән һәр хаттан гәзит уҡыусыларҙың күңел йылыһы, милли баҫмаға ышанысы бөркөлә. Ошо күркәм мөнәсәбәт артабан да дауам итһен ине, хөрмәтле дуҫтар. Һеҙҙән хаттар көтөп ҡалабыҙ.