“Ул йығылды, ләкин башҡаларға Ғүмер бирҙе. Юҡҡа ауманы”02.06.2015
Тема: Динис Бүләковтың “Яралы китап” хикәйәһен өйрәнеү.
Маҡсаттар: әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү; хикәйә, сюжет төшөнсә­ләрен аңлатыу; яҙма әҙәбиәткә һөйөү уятыу; яу ҡаһармандарына, һуғышты күргән быуынға ихтирам тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: Д. Бүләковтың китаптары күргәҙмәһе, яҙыусының тормош юлы һәм ижадына арналған белешмә, фотоһүрәттәр, электрон дәреслек, мультимедиа проекторы.

Дәрес барышы
1. Инеш.
Артикуляцион-фонетик күнегеү өсөн һүҙҙәр: май – тай – һай; яҙ – яп – яҡ; ҡор – тор – бор.

Йомаҡтар:

Мин – яҙ айы,
Табып ҡара,
Хәҙер – мин аш,
Ҡабып ҡара. (Май)

Гөрләй-гөрләй йырлай ул,
Ҡыҙыл итек кейә ул.
Күлдәктәре күгелйем,
Тыныслыҡты һөйә ул. (Күгәрсен)

Дәрестең эпиграфы:
“Ул йығылды, ләкин башҡаларға
Ғүмер бирҙе. Юҡҡа ауманы”. (М. Харис)
Уҡытыусы балаларҙан “Батыр үҙе үлһә лә, даны үлмәй” тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә нисек төшөнөүҙәре хаҡында ҡыҙыҡһына, батырҙар тураһында мәҡәлдәр әйттерә.

2. Өйгә эште тикшереү.
3. Яңы темаға күсеү.
Уҡытыусы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда китаптың дошманға ҡаршы көслө ҡорал булып хеҙмәт итеүе, ҡаһарман әҫәр геройҙарының яугирҙәргә ҙур өлгө булыуы хаҡында һөйләй, күренекле яҙыусы Динис Бүләковтың ошо йәһәттән “Яралы китап” исемле хикәйә яҙыуын бәйән итә. “Нимәнең яралы булыуы мөмкин?” тигән һорау ҡуйыла (яралы кеше, яралы ҡош, яралы йәнлек һәм башҡалар). Ә был сифатты китапҡа ҡарата ҡулланып буламы?
Әҫәргә күсерҙән алда Динис Бүләковтың тормошо һәм ижады өйрәнелә. Был эштә слайд, яҙыусының китаптары, фотоһүрәттәр файҙаланыла.
4. “Яралы китап” әҫәренә анализ (уҡыу­сылар әҫәрҙе өйҙә уҡып килгән була).
5. Һүҙлек эше.
Уҡыусылар аңлатмалы һүҙлектән “кәмһетеү”, “уйһыулыҡ”, “тоҫҡау”, “ғәрсел”, “яугир”, “тиҫтер”, “көнләшеү”, “әмәл”, “ҡуҡырайыу”, “яра” һүҙҙә­ренең төшөнсәһен таба. Унан әҫәргә план төҙөлә. Уҡытыусы һәр өлөш буйынса төрлө һорауҙар бирә.
6. Әҫәрҙең йөкмәткеһенә дөйөм анализ.
Уҡыусылар хикәйәгә, уның геройҙарына ҡарата фекерҙәрен әйтә. Төп тема билдәләнә. Унан уҡытыусы сюжеттың нимә икәнен төшөн­дөрә. Аңлатма дәфтәргә яҙыла. “Яралы китап”тың сюжеты билдәләнә.
Артабан уҡытыусы “Әҫәр ниндәй тәрбиә бирә?” тип һорай. (Геройҙарҙы алыҫтан эҙләргә түгел. Һәр ауылдан бик күп кеше һуғышта ҡатнашҡан, күбеһе иҫән-һау ҡайтмаған. Ветерандарға ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булырға кәрәк. Азатлыҡ өсөн көрәшеп, яу ҡырында ятып ҡалған батырҙарыбыҙҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ). (Слайд)
Персонаждарға “кластер” алымы буйынса ҡылыҡһырлама бирелә:

7. Синквейн төҙөү.
Бөгөн кем тураһында һөйләштек? (Фәғилә)
Уның тураһында ни әйтергә мөмкин? (Сая, ғорур)
Ул нимә менән шөғөлләнә, ни эшләй? (Һөйә, көрәшә, һәләк була)
Ҡылығына ниндәй һүҙбәйләнеш нығыраҡ тап килә? (Ҡыйыу йөрәкле ҡатын).
8. Йомғаҡлау.
Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы һорауҙар бирелә, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан фекерҙәр тыңланыла, уҡыусылар яуҙа ҡат­нашҡан, тылда хеҙмәт иткән олатай-өләсәйҙәре хаҡында һөйләй, ҡаһарман ауылдаштар иҫкә алына. Мәктәптә музей булһа, унда һуғышҡа бәйле ниндәй экспонаттар барлығы бәйән ителә. Унан уҡыусылар бергәләп темаға бәйле йыр башҡара, шиғырҙар һөйләй.
Дәрес һуңында “Тормошта иң ҙур бәхет нимә ул?” тигән һорау бирелә. (Ул – тыныслыҡ. Фашизмды еңеүгә күп йылдар үтте. Ләкин Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары онотолмай. Киләсәктә һуғыш булмаһын, Ер йөҙө һәр саҡ тыныс торһон).
Бер минутҡа тын ҡалып, һуғыш ҡорбандары, яуҙан әйләнеп ҡайтып баҡыйлыҡҡа күскәндәр иҫкә алына.
9. Уҡыусыларҙың дәрестәге эшен баһалау.
10. Өйгә эш.
1. “Эш дәфтәре” буйынса бирелгән күнегеү­ҙәрҙе үтәргә.
2. “Бөйөк Ватан һуғышында нисек еңеп сыға алдыҡ?” тигән темаға инша яҙырға.

Илүсә ҒӘҘИЕВА,
Мәскәү мәктәбе уҡытыусыһы.




Вернуться назад