Рухи хазина сәсте күңелдәргә02.06.2015
“Заман үҙгәрҙе: баланы тәрбиәләүгә күпме көс түгәһең, ә һөҙөмтәһе күренмәй”, “Урам тәрбиәһе ғаиләнекенән көслөрәк” тигән һүҙҙәрҙе бөгөн йыш ишетергә тура килә. Ысынлап та, телевидениенан, Интернеттан ағылған барлыҡ мәғлүмәттәрҙе лә хәүефһеҙ тип әйтеп булмай. Шулай ҙа бала төп тәрбиәне ғаиләлә ала. Дөйөм маҡсат насар күренештәргә ҡаршы торорлоҡ көс бирә.

Күберәк матди байлыҡ артынан ҡыуған ғаиләләрҙә рухи тәрбиә биреү, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, икенсе планға күскән йә бөтөнләй юҡ кеүек. Беҙ бала саҡта иһә атай-әсәйҙе көндөҙ күрмәй ҙә инек – эштә булдылар. Ә кем тәрбиәләне һуң беҙҙе? Әлбиттә, өләсәйҙәр һәм олатайҙар. Бөгөнгө ҡайһы бер йәштәрҙең тәрбиәһеҙлек сәбәбен ошо сынйырҙың өҙөлөүендә күрәм. Йәштәр ғаилә ҡороу менән айырым фатир алып йә йорт төҙөп, үҙаллы йәшәргә тырыша, ата-әсәһенән айырыла.
Минең өләсәйем Хөмәйрә Ғосман ҡыҙы Ғосманова донъяның әсеһен дә, сөсөһөн дә күп татыған кеше ине. Өс йәшендә етем ҡалған, 13 йәшендә һөргөнгә ебәрелгән, Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәрендә үк ирен юғалтҡан ҡәҙерле кешем, белеме дүрт кенә класс булһа ла, ифрат итәғәтле, дини ине. Ауылыбыҙҙың ғына түгел, эргә-тирәнең ағәбейе булды ул. Хәҙер инде үҙем өләсәй йәшенә етеп киләм, әммә уның кәңәштәре, өгөт-нәсихәттәре һаман күңелемдән китмәй. Яҡын кешемдең тәрбиә мәктәбе ни тиклем хаҡлы, көслө булғанына йылдан-йыл нығыраҡ инанам.
“Балам, ике ҡулбашыңда ике фәрештә ултырыр. Уң яҡтағыһы яҡшы ҡылыҡтарыңды яҙып барыр, һулдағыһы – насарҙарын. Һулдағыһы бик сабыр булыр: кире эштәрҙе шунда уҡ яҙып ҡуйырға ашыҡмаҫ, тәүбә иткәнеңде көтөр, башҡаса улай эшләмәҫеңә ышаныр”, – тигән һүҙҙәре гелән изгелеккә ынтылыш бирә ине. “Ашағанда аяҡтарыңды һелкеп ултырма – шайтан саҡырма”, “Бисмилләһ әйтеп аша, юғиһә тамағың туймаҫ”, “Ашап бөткәс, табаҡ-һауытыңды йыуып ҡуй – аҙыҡ өләшкән фәрештәләр ҡанатлана алмаҫ”, “Ишектән уң аяғың менән сыҡ – юлың уңыр” тигән кәңәштәре мәңге хәтеремдә.
Өләсәйебеҙ шиғри күңелле булды, мөнә­жәттәрҙе, бәйеттәрҙе яттан һөйләй торғайны. Ваҡытында уларға артыҡ иғтибар итмәгәнемә хәҙер ныҡ үкенәм: ысын сәсәниә булған бит өләсәйебеҙ! Үҙен уҡымышлы тип һанамаһа ла, телмәре тотош мәҡәл һәм әйтемдәрҙән торор ине. “Һыйларыңа һыйың булмаһа, һыйпамаға телең булһын”, “Изгелек өсөн шәфҡәт күрһәтеү – һәйбәт кешеләрҙең, ә ташҡа аш менән атыу иң яҡшыларҙың эшелер”, “Хеҙмәтең кеше өсөн булһа ла, өйрәнеүең – үҙеңә” тигән мәҡәлдәрҙе йыш ҡабатлай торғайны.
Өләсәйебеҙ ифрат тынғыһыҙ кеше булды, бер минут ваҡытын да бушҡа үткәрмәне. Йәй етһә, беҙҙе урманға, әрәмәгә алып сыға торғайны. Муйыл, еләк, бөрлөгән, ҡарағат, балан йыйыр инек. “Аҙаҡ ҡар аҫтынан бер нәмә лә табып булмаҫ”, – тип ҡабатларға яратты өләсәйем. “Һабанда һайрашмаһаң, ырҙында ыңғырашырһың”, – тип тә өҫтәп ҡуйыр ине. Баҫыуға башаҡҡа, кәбәккә йөрөнөк. Көҙ бәрәңге, сөгөлдөр баҫыуҙары һөрөлгәс, бар муллыҡ ер өҫтөнә күпләп сығып ятҡас, шуларҙы йыйырға ла бара торғайныҡ. “Бәрәңге менән сөгөл­дөрөбөҙ бар бит” тигәнгә: “Өҫтөнә өҫтәмәһәң, әйбер тиҙ кәмей ул”, – тип яуаплар ине өлә­сәйебеҙ. Дөрөҫ әйткән икән.
Өләсәйемдең гүр эйәһе булғанына күп йылдар үтте, ләкин уның исеме халыҡ теленән төшмәй, үҙен ҙур хөрмәт, юҡһыныу менән иҫкә алалар. Өләсәйҙең 17 ейән-ейәнсәре өгөт-нәсихәтен ишетеп үҫте. Ҡәҙерлебеҙҙең “Кемдеке – уныҡы, тиһендәр” тигән һүҙҙәрен онотмайбыҙ, рухына тоғробоҙ.

Дамира ХӨСНӨТДИНОВА,
Яңы Бөртөк мәктәбе уҡытыусыһы.






Вернуться назад