(З. Ҡотлогилдина,
“Мода күрһәтеү урынымы?”,
2015 йыл, 29 апрель)
Ғүмеремде мәғарифҡа арнаған кеше булараҡ, әлеге мәҡәләлә күтәрелгән мәсьәләгә битараф ҡала алмайым.
“Педагог балаға белем биреү менән генә сикләнмәҫкә, ә үҙ-үҙен тотошо аша тәрбиәле булырға ла өйрәтергә тейеш”, – тип бик дөрөҫ яҙа автор. Был яҙманы уҡығас, күп йылдар элек булған бер хәл иҫкә төштө. КПСС-тың Хәйбулла райкомы секретары бурысын башҡарған осорҙа Әбеш мәктәбе уҡытыусылары менән осрашыуға килдем. Был белем усағы – районда иң ҙур милли мәғариф учреждениеларының береһе, коллектив көслө, төп фәндәрҙе өйрәткән педагогтарҙың барыһы ла юғары белемле, тәжрибәле. Ләкин осрашыу мәлендә шул күҙгә салынды: бер уҡытыусының итәге бысраҡ, икенсеһе күлдәген үтекләмәйенсә кейгән... Уларға ҡаты иҫкәрмә яһаным. Кешенең өҫ кейеме күп нәмә тураһында һөйләй бит.
Аҙаҡ Аҡъяр мәктәбендә директор булып эшләргә тура килде. Ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә мәктәпкә аяғына быйма кейеп, шәл ябынып килгән уҡытыусыларҙы дәрескә шул ҡиәфәттә инеүҙән тыя торғайным. Баштараҡ был талапҡа ризаһыҙлыҡ белдерһәләр ҙә, һуңынан күнделәр.
Уҡытыусы нимә кейһә лә, ыҫпай булһын, уҡыусылары уны күреүгә ҡәнәғәтлек кисерһен. “Кешелә барыһы ла матур булырға тейеш: төҫ-ҡиәфәте лә, кейеме лә, рухы ла, фекере лә”, – тигән бөйөк урыҫ яҙыусыһы А.П. Чехов. Уҡытыусыларыбыҙ ошо һүҙҙәрҙе иҫендә тотоп йәшәһә һәм эшләһә, йәш быуын тарафынан ҙурыраҡ ихтирам тойор ине тип уйлайым.
Роберт АРЫҪЛАНОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре.