Республика делегацияһы — Сыуашстанда02.06.2015
Рәсәйҙә сыуаш әҙәбиәте классигы Константин Ивановтың тыуыуына 125 йыл тулыуҙы киң билдәләнеләр. 2015 йыл Сыуашстанда үлемһеҙ “Нарспи” поэмаһы авторы йылы тип иғлан ителде.
Чебоксар ҡалаһында уҙғарылған тантаналарҙа Башҡортостандың рәсми делегацияһы ла ҡатнашты. Мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Валентина Латипова үҙенең сығышында Башҡортостандың күп милләтле халҡы исеменән барыһын да сәләмләне һәм Рөстәм Хәмитовтың ҡотлауын уҡып ишеттерҙе.
– Тантанаға килеүегеҙҙе, иң элек, Константин Ивановтың иҫтәлегенә ҙур ихтирам, уның исеменең һәм ижадының бөйөклөгөн таныу билдәһе булараҡ ҡабул итәбеҙ. Халыҡтарыбыҙ араһындағы дуҫлыҡты һәм берҙәмлекте нығытыу йәһәтенән мөһим аҙым яһаған өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа рәхмәт белдерәм, — тине Сыуашстан Башлығы Михаил Игнатьев.
Шәхестең юбилейы айҡанлы тантаналар Башҡортостан ерендә лә үткәрелде. Классиктың тыуған яғында — Бәләбәй районындағы Ыҫлаҡбашта – милли-мәҙәни ойошмаларҙың Сыуаш мәҙәниәте фестивале уҙғарылды. Ҡунаҡтар Константин Ивановтың музейында булды, уның ҡәберенә һәм һәйкәленә сәскә һалды, Яков Ухсайҙың да музейын ҡарап сыҡты. Кис район халҡы һәм ҡунаҡтар Бәләбәй ҡалаһындағы үҙәк мәҙәниәт һарайына тантанаға йыйылды.