Төбәктәр ил именлеген хәстәрләй02.06.2015
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Волга буйы федераль округы төбәктәре дәүләт власының закондар сығарыу (вәкиллекле) органдары ассоциацияһының Ҡазанда уҙғарылған ултырышында ҡатнашты.

Округ төбәктәрендә коррупцияға ҡаршы сәйәсәтте тормошҡа ашырыу, милләт-ара һәм этноконфессия мөнәсәбәттәре өлкә­һендәге дәүләт сәйәсәте көн тәртибендәге төп мәсьәләләр булды. Ултырышта Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич ҡатнашты, дин һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре лә саҡырылғайны.
Округ закон сығарыусылары Татарстан­дың ыңғай тәжрибәһен өйрәнде, төбәк­тәрҙә йәшәгән халыҡтарҙың телен һәм мәҙәниәтен һаҡлау, үҫтереү буйынса дәүләт власы органдарының эшен тикшерҙе.
Волга буйы төбәктәренең закон сығарыу йыйылыштары етәкселәре Татарстанда парламентаризмдың 25 йыллығына арналған тантаналарҙа ҡатнашты.






Вернуться назад