Һаулыҡ “асҡысы” кем ҡулында?17.02.2012
Һаулыҡ “асҡысы” кем ҡулында?Һаулыҡ һаҡлау тармағын бығаса булмағанса ғәйәт ҙур үҙгәрештәр көтөүе тураһында матбуғат биттәрендә күп яҙҙыҡ, медицина өлкәһендәге реформаларҙың барышы менән уҡыусыларыбыҙҙы даими таныштырырға тырыштыҡ. Рәсәй Федерацияһында һаулыҡ һаҡлау системаһын 2020 йылға тиклем үҫтереү концепцияһы төрлө яҡлап өйрәнелде, тәҡдимдәр, фекерҙәр менән байытылды.
Һуңғы ике йылда беҙҙең тормош сифатын билдәләйәсәк ике төп документтың донъя күреүе, һис шикһеҙ, халыҡ йәшәйешендә һәм сәләмәтлегендә сағылыш тапмай ҡалмаясаҡ. “Рәсәй Федерацияһында мотлаҡ медицина страховкаһы тураһында”ғы Федераль закондың үҙ көсөнә инеүенә бер йылдан аҙ ғына күберәк ваҡыт уҙыуы әлегә үҙгәрештәрҙе тулыһынса баһаларға мөмкинлек бирмәй, әлбиттә. Әммә ошо ҡыҫҡа ғына арауыҡта ла мотлаҡ медицина страховка системаһының эшкә һәләтлелегенә ышанырға яҙҙы. Ниһайәт, ошо йылдың 1 ғинуарынан көтөп алынған “Рәсәй Федерацияһында граждандарҙың һаулығын һаҡлау нигеҙҙәре тураһында”ғы Федераль закон буйынса йәшәй башланыҡ.
Белеүебеҙсә, бөтә донъя күптән инде пациент һәм врач мөнәсәбәттәрен еңеләйтеүсе һәм көйләүсе страховка медицинаһы юлын һайлаған, уңыштары бәхәс тыуҙырмай. Әлегәсә беҙҙә һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләрен үҙ эсенә алған, оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән программалар ҙа, һәр ғаиләгә ҡағылған, сәләмәтлек табиптың ғына хәстәрлеге булыуҙан уҙып, эш биреүсенең һәм һәр граждандың үҙ бурысына әүерелергә тейешлекте күҙ уңында тотҡан закондар ҙа булманы.
Берҙәм талаптар һәм заман ҡаҙаныштарын ҡыйыу индереү һәр кем файҙалана алырлыҡ, сифатлы медицина ярҙамына юл асырмы? Сәләмәтлек “асҡысы” кем ҡулында? Бөгөн етәкселәрҙең теленән төшмәгән яңғырауыҡлы “модернизация” һүҙе киләсәктә өмөттәрҙе аҡлармы?
Башҡортостан Мотлаҡ медицина страховка фонды директорының беренсе урынбаҫары Юлай Зиннәтулла улы ҒӘЛИЙӘНОВ барыбыҙҙы ла ҡыҙыҡһындырған мөһим һорауҙарға яуап бирҙе.
Иң тәүҙә һеҙҙе Фондтың эшмәкәрлеге менән таныштырып китмәксемен. Төп йүнәлешебеҙ — граждандарға түләүһеҙ медицина ярҙамы күрһәтеү гарантияларын көсәйтеү. Республикабыҙҙың мотлаҡ медицина страховка системаһында былтыр 158 медицина учреждениеһы, һигеҙ страховка ойошмаһы һәм страховкаланған граждандар (4 миллиондан ашыу) ҡатнашты. Һандар менән артыҡ мауыҡмай, финанс хәлен күҙ алдына килтереү өсөн Фондтың былтырғы килеменең унан элгәрге йылдан 42 процентҡа артыуын билдәләге килә.
Сығымдар ҙа артты. Мәҫәлән, стационарҙа бер койка-көндөң уртаса хаҡы — 1104, көндөҙгө стационарҙа дауаланыу 364 һум кимәленә етте. Бер ауырыуҙы дауалауға киткән аҡса күләме лә һиҙелерлек.
Быға тиклем эшләмәүсе халыҡты страховкалауға даими аҡса етешмәне, 2011 йылдан был йүнәлешкә страховка иғәнәләре суммаһы байтаҡҡа арттырылды һәм 2015 йылға Мотлаҡ медицина страховкаһы программаһын финанс менән тәьмин итеүҙә ҡытлыҡ бөтөрөлөр, тип күҙаллана.
“Рәсәй Федерацияһында мотлаҡ медицина страховкаһы тураһында”ғы Федераль закондағы үҙгәрештәргә күсәйек. Элек страховкалаусы ролен эш биреүсе үтәне, ә эшләмәүсе халыҡты страховкалау бурысын Рәсәй төбәктәре хакимиәттәре үҙ өҫтөнә алды. 2011 йылдың 1 ғинуарынан алып ниндәй компанияла страховкаланыу теләген һәр кеше үҙаллы хәл итә. Был процеста эш биреүсе башҡаса ҡатнашмай.
Һөҙөмтәлә страховка баҙарында конкуренция көсәйеүе сер түгел. Былтыр ошо өлкәлә 95 медицина компанияһы эшләне, шул уҡ ваҡытта халыҡтың күпселеге (70 проценты) бары ун ойошмала страховкаланған. Бәләкәй ойошмаларҙың йөкләмәләрен тулыһынса үтәмәүе бик ихтимал. Мәҫәлән, тәүлек әйләнәһенә эшләүсе күп каналлы телефонды ойоштороуҙың ғына ла ҡиммәткә төшөүе бар. Ә быйылдан башлап страховкалаусы медицина ойошмаларының устав капиталына ҡарата талаптар ҙа ҡәтғиләнде. Уның күләмен 30 миллион һумдан 60 миллион һумға тиклем арттырыу талабы компанияларҙың кәмеүенә һәм ҙурайыуына юл аса.
Страховкалаусы ойошмаларға, хеҙмәтләндереү күрһәткестәренә ҡарап, дәртләндереү саралары күреләсәк. Тимәк, уларға ла дауалауҙың һөҙөмтәле юлдарын асыҡлау, иҫкәртеү сараларын тормошҡа ашырыу буйынса даими эҙләнергә, уйланырға тура киләсәк. Врачтарға ла тынысланырға һис урын юҡ, сөнки дауалау учреждениеһын финанслау бары күрһәтелгән медицина хеҙмәте күләменә һәм сифатына ҡарап бүленәсәк. Ҡыҫҡаса әйткәндә, аҡса пациент артынан “эйәреп” йөрөйәсәк.
Закондың иң мөһим яғы — дәүләттең төп урында кеше торған мотлаҡ медицина страховка системаһын булдырырға ынтылыуында. Хәҙер һәр страховкаланған граждан полис буйынса медицина хеҙмәтен, ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, Рәсәйҙең теләгән бер мөйөшөндә алыу хоҡуғына эйә. Иҫке полистар бөгөн дә файҙаланыуға яраҡлы. Яңылары тәү сиратта яҡты донъяға килеүсе кескәй граждандарыбыҙға, полистарын юғалтыусыларға, исем-фамилияһын һәм атаһының исемен үҙгәртеүселәргә йәки страховка компанияһын алмаштырыусыларға биреләсәк. Быйылдан башлап илдә берҙәм универсаль электрон карта ҡулланыуға инәсәк. Унда кешенең социаль гарантияларға хоҡуғы билдәләнергә тейеш. Ә хоҡуҡтарын яҡшы белгән кеше төрлө алдашыуҙар, мутлыҡтар ҡапҡанына һис эләкмәйәсәк, түләүһеҙ хеҙмәт өсөн кеҫәһенән сығарып аҡса һалмаясаҡ.
Йәшерен түгел, әлегә беҙҙә медицина хеҙмәтләндереүенә, ришүәтселеккә, коррупцияға ҡағылған дәғүәләр етерлек. Айырыуса райондарҙан ҡалаларға килеп дауаланырға мәжбүр булғандарҙы төрлө процедураларға аҡса түләтеп йөҙәтәләр. Кеше үҙенең ҡулындағы полисынан файҙалана ла белергә тейеш. Ҡайһы компания һине страховкалай? Телефоны ниндәй? Медицина хеҙмәтләндереүенә ҡағылған төрлө һорау, дәғүә менән тот та шул ойошмаға шылтырат! Страховка компанияһы һинең иң яҡын кәңәшсең, яҡлаусың, ҡурсалаусың булырға тейеш.
Поликлиниканы йәиһә страховка ойошмаһын йылына бер тапҡыр алмаштырырға мөмкин. Шулай уҡ ауырыуҙар ифрат күп булған осраҡта дауалау учреждениеһы яңы пациенттан баш тартырға ла хоҡуҡлы. Уның ҡарауы, кешенең дәүләт һәм муниципаль дауалау учреждениеларынан тыш мотлаҡ медицина страховка системаһына ингән ведомство йәки шәхси дауалау учреждениеһын һайлау хоҡуғы ла бар. Ҡулында медицина полисы булған пациент страховкалау системаһына ингән медицина учреждениеһында өҫтәмә аҡса түләргә тейеш түгел. Бары юғары кимәлдәге уңайлыҡтар тыуҙырылған палата өсөн йәки үҙенең һорауы буйынса машина менән өйөнә оҙатҡанда йә иһә икенсе дауалау учреждениеһына илткәндә, медицина күрһәтмәләре буйынса ҡаралмаған махсус тәрбиә күрһәтелгәндә генә пациенттың өҫтәмә аҡса түләүе ихтимал. Ҡалған бөтә медицина ярҙамы түләүһеҙ күрһәтелә. Тармаҡ 2013 йылдан бер каналлы финанслауға күскәс, бөтә эш тә үтә күренмәле буласаҡ. Быға тиклем дауалау учреждениелары бер нисә сығанаҡтан — мотлаҡ медицина страховка системаһынан һәм бюджет иҫәбенән финансланды. Яңы ҡағиҙәләр буйынса, медицина ярҙамын күрһәтеүҙә берҙәм тариф булдырыла, бар сығымдар ҙа иҫәпкә алына — врачтың эш хаҡынан башлап хатта эш кабинетын ниндәй суммаға йылытыуға тиклем.
Һуңғы осорҙа шәхси медицина ойошмаларының ММС системаһына ҡыҙыҡһыныуы көсәйеүен тоябыҙ. Яңы законға ярашлы, шәхси, дәүләт, муниципаль милеккә ҡараған төрлө ойоштороу-хоҡуҡи формалы учреждениелар ҙа ММС программаһында ҡатнаша ала. Тағы ла бер мөһим айырмаға иғтибар итегеҙ: закон страховкаланған кешенең хоҡуҡтарын һанап сығыу менән генә сикләнмәй, ә уларҙы тәьмин итеү өсөн ойоштороу һәм финанс механизмдарын булдыра. Һаулыҡ һаҡлау тармағын финанслау етди күләмдә арта. Беҙ хәҙер аҡсаны нисек экономиялау тураһында баш ватмайбыҙ, ә уны нисек тәьҫирле, дөрөҫ файҙаланырға тип уйланабыҙ. Бөтә тырышлығыбыҙҙы медицина ярҙамын нисек тә сифатлыраҡ, һәр кем файҙаланырлыҡ итеүгә һалабыҙ. Интернет селтәрендә рәсми сайтыбыҙ булыуы, “ҡыҙыу бәйләнеш” телефоны эшләүе халыҡ менән яҡындан аралашырға, уларҙың тын алышын тойомларға ярҙам итә.
“Рәсәй Федерацияһында граждандарҙың һаулығын һаҡлау нигеҙҙәре тураһында”ғы Федераль закон, медицина хеҙмәте сифатын яҡшыртыу бурысынан тыш, табипты һайлау, түләүһеҙ һәм түләүле хеҙмәттәрҙе сикләү мәсьәләләрен дә үҙ эсенә ала. Яңы закондың модернизация программаһын тормошҡа ашырыу менән тап килеүе лә осраҡлы түгел. Илдең бөтә төбәктәрендә лә ҡабул ителгән программаларға ярашлы, ул иң хәүефле сирҙәр буйынса үлем күрһәткестәрен кәметеүгә, кадрҙар ҡытлығын бөтөрөүгә, мәғлүмәт технологияларын индереүгә йүнәлтелгән. Рәсәйҙә ММС системаһында эшләүсе һигеҙ мең ойошманың яртыһына ремонт үткәреләсәк. Республика фондының бюджеты тураһында 2012 йылға ҡабул ителгән Законға ярашлы, мотлаҡ медицина страховкаһы программаһын тормошҡа ашырыуға 18 миллиард 625 миллион һум аҡса тотоноласаҡ, күҙаллауҙар буйынса средстволар дефициты 16 проценттан да артмаҫҡа тейеш (2011 йылда — 27 процент).
Һаулыҡ — кешенең иң төп хоҡуҡтарының береһе һәм ул Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы тарафынан яҡлана. Сәләмәтлекте һаҡлау социаль-иҡтисади сәйәсәттең айырып алғыһыҙ мөһим өлөшө булғанлыҡтан, бюджеттың төп сығымдары ла ошо өлкәгә йүнәлтелә.
Рәсәй Хөкүмәте тармаҡты үҙгәртеп ҡороу буйынса финанслауҙың бер каналлы системаһына күсеү тәҡдиме менән сығыш яһаны. Был яңылыҡтың әһәмиәте ҙур. Беренсенән, финанс ағымын контролләү ябайлаша, аҡсаны нимәгә, нисек тотоноу көҙгөләгеләй асыҡ күренәсәк. Медицина учреждениелары законда ҡаралған сығымдарҙың биш статьяһы (эш хаҡы, хеҙмәткә түләүгә өҫтәмәләр, медикаменттар һәм дауалау кәрәк-ярағы, аҙыҡ-түлек, йыһаздар) буйынса ғына түгел, учреждение мохтажлыҡ кисергән башҡа нәмәләргә лә аҡсаны тотонорға хоҡуҡлы.
Алдыбыҙҙа торған бурыстарҙың һис тә ябай, еңел түгеллеген яҡшы аңлайбыҙ. Медицина ярҙамы стандарттарын һайлағанда республикабыҙҙағы үлем күрһәткестәре, сирләү кимәле иҫәпкә алынды. Бөтә үлем осраҡтарының 87 процентын тәшкил иткән сирҙәрҙең ун төрөнә өҫтөнлөк бирелде (ҡан әйләнеше системаһы сирҙәре, шештәр, имгәнеүҙәр, тын алыу ағзалары, бәүел-енес, нервы системалары сирҙәре, перинаталь осорҙа барлыҡҡа килгән ҡайһы бер хәл-торош, тыумыштан килгән аномалиялар һәм үҫеш кәмселектәре, йоғошло сирҙәр) һәм һәр стандарттың хаҡы иҫәпләнде.
Күреүебеҙсә, яңы закондар пациент хоҡуҡтарын тулыраҡ яҡлауға йүнәлтелгән. Һорауҙарығыҙ булһа, үҙегеҙҙе хеҙмәтләндергән страховка ойошмаларына һәм Башҡортостан Мотлаҡ медицина страховка фондына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 37.
Телефондар: (347) 272-58-64, 273-39-00
Факс: (347) 272-02-86
Е-mail: [email protected]
Сайт: ФОМС РБ: http://www.rfoms-rb.ru
Динә АРЫҪЛАНОВА яҙып алды.


Вернуться назад