Барыһы ла — үҫеш өсөн02.06.2015
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Әлшәй районында булғанда агросәнәғәт комплексы предприятиеларының эше менән танышты, шулай уҡ һабантуйҙа ҡатнашты.
Тәүҙә төбәк етәксеһе төрлө ҡатнаш аҙыҡ етештергән, игенде һәм майлы культураларҙы ҡабул итеү, киптереү, эшкәртеү һәм һаҡлау буйынса хеҙмәт күрһәткән “Раевка элеваторы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенә (“Башҡорт бройлеры” йәмғиәтенә инә) барҙы. Элеватор 76 мең тонна иген эшкәртеүгә иҫәпләнгән. Ҡатнаш аҙыҡ заводының ҡеүәте — тәүлегенә 150 тонна.
Заводты яңыртыу “Башҡорт бройлеры” йәмғиәтенең ҡошсолоҡ комплексын төҙөү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырыуына бәйле. Бында бройлерҙың инкубация йомортҡаһы етештереләсәк. Объект проект ҡеүәтенә сығыу менән ҡатнаш аҙыҡҡа ихтыяж йылына 40 мең тоннаға етәсәк. Әле себеш өсөн — ике, тауыҡтар өсөн дүрт майҙансыҡтан торған тәүге сиратты төҙөү тамамланған. Ҡошсолоҡ комплексында 212, 9 мең баш ҡош-ҡорт аҫрала. Проект тормошҡа ашырыла башлағандан алып туҡланыу өсөн — 8,7 миллион, себеш сығарыу өсөн 35,5 миллион дана йомортҡа етештерелгән. 210 яңы эш урыны булдырылған. Дәүләт ярҙамы күләме 268 миллион һум тәшкил иткән. Уға инфраструктура һәм юл һалыу хаҡының бер өлөшөн ҡаплауға сығымдар ҙа инә. Әле икенсе сират буйынса проект-тикшеренеү эше алып барыла. Ләкин проектты тормошҡа ашырыу тиҙлеге республика Башлығын ҡәнәғәтләндермәне.
– Дүрт йыл инде ошо теманы күтәрәбеҙ, ә етди үҫеште әле булһа күрмәйем, — тине Рөстәм Хәмитов. — Беренсе сиратты сафҡа индерҙегеҙ, шунан икенсеһенә керешегеҙ! Беҙ ярҙам күрһәтәбеҙ бит. Проектҡа тотондоғоҙ — беҙ аҡса, ресурстар бүлдек. Ә файҙаһы ҡайҙа?
Яңы Сәпәш ауылында Рөстәм Хәмитов “Һабантуй-2015” байрамында ҡатнашты. Республика Башлығы ауыл халҡын яҙғы баҫыу эштәренең тамамланыуы менән ҡотланы һәм райондың алдынғы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы.