Төньяҡ ярымшарҙа июнь – иң ҡояшлы ай. Иң оҙон көн һәм иң ҡыҫҡа төн тап ошо осорға тура килә. Көн оҙонлоғо 17 сәғәт 20 минутҡа тиклем етә. Айҙың исеме төрлөсә аңлатыла. Иң ныҡ таралған аңлатма – Юпитер (бор. Рим), алланың ҡатыны Юнона исеменән алынған. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҡлаусы, ҡурсалаусы алиһә ул. Боронғо Римда был исем беҙҙең эраға тиклемге VIII быуаттан уҡ билдәле. Ә боронғо Грецияла алиһәне Гера исеме менән беләләр. Нисек кенә булмаһын, әле лә Италияла һәм Грецияла июнь ғаилә ҡороу өсөн иң яҡшы ай һанала: никах ныҡлы һәм бәхетле була, тип иҫәпләйҙәр.
Боронғо Рим шағиры Овидий ай исемен икенсе төрлө лә аңлата: латин телендәге iuniores (“йәш кеше”); ә унан алдағы ай исемен – май – maiores (“оло кеше”) һүҙенән. Ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙә ай исемен Римдың беренсе консулы Луций Юний Брут менән дә бәйләйҙәр.
Үҙәк Европала боронғо германдар, франктар июнде “ҡара ер айы” тип атаған, сөнки ошо мәлдә ерҙе парға һөрөп ҡалдырғандар. Боронғо рус календарында “изок” тигән исеме һаҡланған. Ул славяндар телендә “сиңерткә” тигәнде аңлата. Католиктар уны ҡотҡарыусы ай тип тә иҫәпләй, сөнки был айҙа тамаҡты туйҙырырлыҡ ризыҡты тәбиғәттән алып була.
Июнде ҡаршылыҡтар айы тип иҫәпләргә була, сөнки был саҡта тәбиғәттә көтөлмәгән хәлдәр йыш осрай. Хатта ай аҙағында ла ҡырау төшөүе, ҡар яуыуы мөмкин. Һауа температураһының да 350-400 градус йылынан -20-40С һалҡынға тиклем түбәнәйеүе ихтимал.
Июнь йәйҙең беренсе айы булһа ла, ғәҙәттә, миҙгел айҙың икенсе ун көнлөгөндә генә башлана. Был хаҡта беҙгә гөлйемештең сәскә атыуы һәм һандуғастың һайрауҙан туҡтауы күрһәтә.
Июнь төрлө ырымға бай. Был айҙа һәр көндөң үҙ ваҡиғалары бар. Улар нигеҙендә төрлө фараздар ҙа барлыҡҡа килгән. Бына уларҙың ҡайһы берҙәре:
1 июнь – ҡояшҡа ҡарап шатланыу көнө. Ул айҙың ҡояшлы көндәрен күрһәтә.
2 июнь – ҡыяр көнө. Ошо көндә ултыртылған ҡыярҙың уңышы мул була.
3 июнь. Көньяҡтан иҫкән ел – яҡшы уңышҡа, ә төньяҡ-көнбайыш еле – еүеш йәйгә.
4 июнь. Сәсеү һәм утау ярамай, сөнки был эштәр баҫыуҙа ҡый үләндәренең дәррәү үҫеүенә генә килтерә.
5 июнь. Көн ҡояшлы булһа, ялһыҙ эшлә, байығырһың.
6 июнь. Күгәүендәр осоуы яҡшыға: йәшелсә уңа.
7 июнь. Ысыҡ һыуын эс, һаулығың яҡшырыр.
8 июнь. Төнөн ысыҡ төшөп, иртән томан булһа, мул уңыш алырһың.
9 июнь. Ҡара ҡарға үләндә йөрөһә, йәй ямғырлы була.
10 июнь. Кис ел башланһа, ямғыр оҙаҡҡа һуҙылыр.
11 июнь. Көн ҡояшлы булһа, ашлыҡтар башаҡҡа үҫә башлай.
12 июнь. Борсаҡ сәс, уңырһың.
13 июнь. Яҙ менән йәйҙең осрашыуы. Ысын йәй башлана.
14 июнь. Билсәнгә ҡаршы көрәш, еңерһең: баҫыуың таҙа, бойҙайың туҡ башаҡлы булыр.
15 июнь. Ямғыр һыуы ерҙә ятмай, тиҙ һеңә.
16 июнь. Кәкүк һаҡаулана башлай. Был инде ҡояштың иң юғары нөктәһенә еткәнен күрһәтә.
17 июнь. Тупраҡ тыныслана, сөнки унда эләккән бөтә төр орлоҡтар ҙа шытып сыға.
18 июнь. Йәшен йәшнәп, ямғыр яуһа – мул уңышҡа.
19 июнь. Дарыу үләндәренең иң файҙалы сағы.
20 июнь. Бытбылдыҡтар көнө. Урыҫ халҡы ырымы буйынса, уларҙы бәпкәләре менән бергә тотоп һатырға рөхсәт бирелә.
21 июнь. Йәшенгә бай көн. Ямғыр башланһа, ҡырҡ көн барыр.
22 июнь. Бесән тураһында уйла: салғыңды көйлә, сәскәгә ҡара, йоҡоңдо онот.
23 июнь. Арыш сәскә атһа, бесәнгә төш. Дарыу үләндәре тамырҙарын йыйыуҙың һуңғы көнө.
24 июнь. Иван Купала көнө. Кисен усаҡ яғып, уның аша һикереү көнө. Дөйөм ял көнө.
25 июнь. Ҡояш – ҡышҡа, ә йәй эҫегә борола.
26 июнь. Ер еләге йыйыу башлана. Беренсе еләкте ауыҙыңа ҡап, бай булырһың, һау булырһың.
27 июнь. Башланған ямғыр ете аҙна барыр.
28 июнь. Ҡоштар һайрауҙан туҡтай.
29 июнь. Ҡояш тиҙлеген кәметә. Ысынлап та, астрономдарҙың иҫәпләүе буйынса, ҡояш тиҙлеге кәмеү сәбәпле, тәүлек оҙонлоғо 0,4 секундҡа арта.
30 июнь. Көнбайышта ялағай (һаҙағай) күренһә, уңыш мул була.
Хөрмәтле уҡыусылар! Әгәр ҙә һеҙ ай көндәренең нимә аңлатыуы тураһында яңы мәғлүмәт белһәгеҙ, беҙгә хәбәр итегеҙ. Уны, һис шикһеҙ, гәзит уҡыусыларға еткерербеҙ.
Инбер ЯПАРОВ,
география фәндәре кандидаты,
БДУ доценты.