Тормошобоҙҙо яҡты шәхестәр биҙәй02.06.2015
Тормошобоҙҙо яҡты шәхестәр биҙәй Ейәнсура районының Абзан ауылында бер туған Мәһәҙиевтәрҙең урамы бар. Бына шундағы бер йортта, ғәҙәти генә ғаиләлә халҡына һәм тыуған иленә йәне-тәне менән бирелеп хеҙмәт итер ике шәхес тыуған. Уларҙың береһе – билдәле журналист, “Ҡөрьән-Кәрим”дең башҡортсаға тәржемәһен мөхәррирләүсе, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Дәүләт Мәһәҙиев, икенсеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған геологы, СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты Басир Мәһәҙиев. Был донъяны тотоп торған иң күркәм сифаттарҙың береһе – рәхмәтле була, шөкөр итә белеү. Бындай һыҙаттар ағалы-ҡустылы Мәһәҙиевтәргә мул бирелгәйне. Улар иҫән сағында үҙҙәренә ҡанат ҡуйып, оло тормошҡа осорған туған мәктәптәренә ярҙам итергә атлығып тора ине. Ә хәҙер был күркәм йоланы уларҙың балалары дауам итә. Йыл һайын тантаналы шарттарҙа мәктәпте айырыуса уңышлы тамамлаған уҡыусыларға Мәһәҙиевтәрҙең премияһы бирелә. Был сара быйыл да үтте.


“Рухи аҡһөйәклек” тигән төшөнсә бар. Был си­фат­ҡа эйә булыу өсөн ҙур һарайҙарҙа, бай­лыҡ эсендә тыуыу мотлаҡ түгел, нәҫел-нә­сә­беңдең шөһрәте лә ундайға сәбәп була алмай. Ул кешегә тыумыштан бирелә һәм артабан, йәшәй-йәшәй, нығыраҡ асыла бара. Басир Дәү­ләт улында шул рухи аҡһөйәклек осрашыу ме­нән күҙгә салына ине: үҙ-үҙен тотошонан, ке­йеменән, кешеләр менән мөғә­мә­ләһенән, сабыр, ипле һөйләшеүенән, һәммә эшен төплө генә түгел, зауыҡ менән башҡарыуынан — ҡыҫ­ҡаһы, һәр ишараһынан затлы бәҫлелек һәм хатта ниндәйҙер бер аһәң бөркөлгәндәй тойолдо. Һүҙ ыңғайында ғына булһа ла әйтеп үтмәһәм, хилаф булыр: һирәк осрай торған ундай сифат тағы ла бер кешелә – Басир ағайҙың хеҙмәттәше Диҡҡәт Бураҡаевта – бар ине.
“Басир рәссам булыр тип уйлай тор­ғай­ныҡ”, – тип хәтерләй ул биҙәгән стена гәзит­тәрен уҡып үҫкән һабаҡташтары. “Басир ағай­ҙан ҙур педагог-тәрбиәсе сығыр ине”, — ти урта белем алғандан һуң бер йыл тыуған ауылындағы мәктәптә эшләгәндә унан математика һәм һыҙма буйынса һабаҡ алған замандаштары. Әммә һәләтле егет геолог һөнәрен һайлай. Үҙе әйтмешләй: “Мәктәпте миҙалға бөткәйнем, был миңә Мәскәүгә юл асты”.
Төҫлө металдар һәм алтын институтында белем алған егеттең диплом эшен күренекле ғалим, профессор В.М. Крейтер: “Написано со знанием дела, отлично”, — тип баһалаған. Институттан һуң никель, баҡыр эҙләгән партия­лар­ҙа ябай геолог булып эш башлаған белгес артабан баҡыр, алтын сығарыу эше алымдарын камиллаштырыу менән шөғөл­ләнгән партияларҙың начальнигы, “Башкиргеология” берекмәһенең баш геологы – генераль директоры урынбаҫары, республикабыҙҙың Геология һәм ер аҫты байлығын файҙаланыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе, хөкүмәт ағзаһы булыуға өлгәшә. Ғүмер буйы производствола эшләһә лә, фән менән төплө шөғөлләнеп, ситтән тороп аспирантурала уҡып сыға һәм Әбйәлил районының геологик төҙөлөшөн яңы­са яҡтыртҡан кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Геология идаралығында эшләгән дә­үерендә Сибай, Бүребай яҡтарында тәрәндәге ҙурҙан-ҙур баҡыр-цинк ятҡылыҡтарын табыуға өлгәшәләр. Йөҙ йыллыҡ мәғдән запастарына “юл ярыу”, халыҡ хужалығы ихтыяждары күҙле­генән сығып баһалағанда, бик ҙур асыш була. Бының өсөн бер төркөм геолог араһында уға ла СССР-ҙың Дәүләт премияһы бирелә.
“Үҙ һөнәремдән, башты биләп алған тау-таш ту­ра­һындағы уйҙарҙан айырылып булмай. Бына мин һыу эсәм тип Билән итәгендәге шишмәгә эйеләм һәм һыу төбөндәге гранат бөртөктәрен күрәм. Еләк өҙәм тип Билән битләүендәге ергә ҡул һуҙһам, бындағы туп­раҡтың ялтыраған (слюда) ҡабырсаҡтарына бай икән­леге күҙгә салына. Ҡыҙыл буйында һәр ҡыр­сынташ миңә үҙ исемен, ҡайҙан ағып кил­гәнен, ер йөҙөндә нисә миллион йыл йәшәгәнен әйтеп ята. Ә тауҙарға менһәм, һәр ҡаяташ миңә үҙ телендә тарих һөйләй”. Былай тойоу һәм ошолай тос итеп яҙыу өсөн шағир булырға кәрәк. Ә инде был ҡомарға ирҙе ир иткән ил тойғоһо ла ҡушылһа, халҡы өсөн был шәхес – ысын мәғәнәһендәге хазина. Ә Басир Мәһә­ҙиевтең бул­мы­шын­дағы иң күркәм сифат­тар­ҙың береһе – илһө­йәрлек. Хәйер, был аға­лы-энеле Мәһәҙиевтәрҙең икеһенә лә хас ине. Ил, милләт яҙмышы, туған тел мәсьәлә­ләре уны әленән-әле ҡулына ҡәләм алырға, республика матбуғаты менән тығыҙ бәйлә­неш­тә йәшәргә мәжбүр итте. Ҡайҙа ғына йөрөһә лә, уны халҡының хәле, был донъяла тотҡан урыны, биргән шәхестәре тураһындағы уй-ғәме ташламаны.
Ҡытай һәм Төркиәлә ул һөнәре буйынса халыҡ-ара конференцияларҙа ҡатнашып сы­ғыш яһау менән бер рәттән, дөйөм төрки ха­лыҡтарының яҙмыштары ме­нән дә ҡыҙыҡһына, уларҙың эҙҙәрен юллай, хәүеф­ләнә, борсола һәм ғүмере буйы алдырып, яратып уҡыған “Башҡортостан” гәзитендә “Баҡсаһарай фонтаны илай ҙа илай” тигән күләмле мәҡәлә яҙып баҫтыра. Уның күңеленә телгә ҡағылышлы мәсьә­лә­ләр ҙә яҡын. Мәҫәлән, “Кем ҡаш тө­ҙәтә?” мәҡә­ләһендә Басир ағай был хаҡта ифрат төплө фекерҙәр ме­нән сығыш яһай. “Ниңә шәхестәребеҙҙе күтәр­мәйбеҙ?” — тип бер нисә мәртәбә әрнеп яҙып сыҡты. Миллә­тебеҙ үҫеше мәсьәләләре тураһында борсолоп, ул “Башҡортостан”да: “Йырлап-бейеп кенә йә­шәргәме ни башҡортҡа?” — тип яҙғайны. Күп һанлы мәҡәләләре менән милләттәштәрен, үҙе әйтмешләй, “тимер-томор һәм тау-таш һөнә­ренә ылыҡтырыу” теләге менән янды. Баш­ҡорт­остандың таштар донъя­һына арнап “Ки­тап” нәшриәтендә сығарған “Уралымдың ғәжәп төҫтәре” тигән ҙур, биҙәкле бер китабы ғәжәйеп таштар тураһындағы ғәжәйеп бер баҫма булды. Нәшриәттә эшләгән сағымда Басир ағайҙың тағы ла бер китабы донъя күрҙе. “Ҡәнифә юлы” тип аталған был баҫмала ул боронғо башҡорт риүәйәтен һөйләп бирә. Сағыу һүрәттәр менән биҙәлгән был китап миндә авторҙың ҡултамғаһы менән һаҡлана һәм күргән һайын күңелемдә “берәй заман ейән-ейәнсәрҙәрем менән ат менеп, ошо юлдан уҙырға насип булһын ине” тигән хыялымды ләүкетеп ебәрә.
Басир ағайҙың тормош юлдашы Сәүиә Мәһәҙиева биргән мәҡәләләрҙе уҡый-уҡый, ҡыҙыҡһыныу даирә­һе иҫ киткес күп яҡлы һәм мауыҡтырғыс булған ға­лим­дың яҙмаларын киләсәктә китап итеп күрергә хыялланып ултырҙым. Тағы бер нәмә йөрәкте семетеп ҡуйҙы: геология терминдары буйынса һүҙлек тө­ҙөмәгәнме икән? Улар яҙмалары араһында теркәлеп ҡал­мағанмы? Ҡалғандыр, сөнки мәҡәләләрен уҡы­ғанда ғына ла һүҙ гәүһәрҙәре һибелмәһенә осрайһың. Бына шуларҙы ла берәй нисек дөйөм ҡулланылышҡа индереп ебәргәндә ҡайһылай дан булыр ине!
Тауҙың мөһабәтлеген күрер өсөн уға алыҫ­таныраҡ ҡарарға кәрәк. Шәхестең дә ҙурлығы, араларға ваҡыт арауығы ятҡас, баҙығыраҡ, бөтөн ысынбарлығында асыла. “Мин Басирҙы, нисәмә йыл буйы янында йәшәһәм дә, аңлама­ғанмын икән”, – ти Сәүиә апай, һоҡланып. Оҙон ҡыштың һил кистәрендә хәләленең ҡағыҙҙарын барлап, уның яҙа башлап та тамамланмай ҡал­ған мәҡәләләренә, тер­кәп ҡуйған уй-фекерҙә­ренә юлығып, шул ҡә­ҙәрле белемлелегенә, егәрлелегенә, ваҡы­тын файҙалана белеүенә һәм өлгөрлөгөнә һаман да хайран ҡала ул.
“Производство, сәйәсәт, иң юғары бейек­лек­тәргә күтәрелһәм дә, минең эш булмаған. Фән, фән эләк­мә­не миңә”, – тип яҙып ҡуйған Басир ағай бер урында. Был, әлбиттә, уның үткән ғү­мере өсөн үкенеүенән түгел, ә күпме мөм­кинлектәренең, һәләттәренең асылып өл­гөр­мәгәнен, әҙәм балаһына насип булған ғү­мерҙең самалы булыуын аңлауынан. Ул былтыр ошо мәлдәрҙә арабыҙҙа булған, йыл­май­ған, шау сәскәгә күмелгән муйыл­дар­ҙың, алма­ғас­тар­ҙың, сирендәрҙең хуш еҫен һулаған, яҙға ҡы­уанған. Мәңгелеккә хушлашҡан кеше­лә­ре­беҙҙе һағынғанда беҙ һәр саҡ шулай уй­лай­быҙ. Ә һағынабыҙ, онотмайбыҙ икән, бәй­лә­нештәр өҙөлмәй, ул һаман да беҙҙең арала ҡала бирә һәм күңел хазиналары менән уртаҡлаша.





Вернуться назад