Илдар тормошон тыуған еренән башҡа күҙ алдына ла килтермәй. Нордовка ауылында урта мәктәпте уңышлы тамамлағас, Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумында уҡый.
Хужалыҡтың игенселек, үҫемлекселек тармағы үҫешенә индергән өлөшө ҙур уның. Сәсеүлектәрҙе, техник культураларҙы тәрбиәләү, тупраҡты эшкәртеү, уңыш йыйыу, мал аҙығы әҙерләү – бөтәһе лә Илдарҙың егәрле ҡулдары аша үтә.
Фиҙакәр хеҙмәте район, республика кимәлендәге бихисап награда менән баһаланған. Уның исеме байтаҡ йылдар алдынғы эшселәр иҫәбендә. Ябай, киң күңелле, ярҙамсыл механизаторҙы коллективта бик хөрмәтләйҙәр.
Илдар Ишекәев йыл һайын районда уҙғарылған һабансылар конкурсында ҡатнаша һәм башлыса беренсе урынды яулай. Ул оҫталығы, маһирлығы республикала ла киң билдәле. Ике йыл элек йәш егет Краснодар крайының “Кубань” уҡытыу хужалығында үткән “Югагро-2012 баҫыу көндәре”ндә һөрөү буйынса Рәсәйҙең беренсе асыҡ чемпионатында 9-сы урынды алғайны. Ил буйынса 24 төбәктән 50-ләп кеше араһында тәүге унау исемлегенә инеү – ҙур ҡаҙаныш. Былтыр иһә Илдар Ростов өлкәһендә ошондай уҡ ярышта 6-сы урынды яулап, Мәләүез еренең, Башҡортостаныбыҙҙың данын күтәрҙе.
Ошо көндәрҙә иһә “Һуҡайлы” крәҫтиән (фермер) хужалығының эшһөйәр механизаторы Илдар Ишекәев Һарытау өлкәһендә үткән “Һабансы-2015” Бөтә Рәсәй асыҡ чемпионатында 3-сө урынды яуланы. Яҡташыбыҙ “Трактор-шоу” номинацияһында ҡатнашты.