Ял да, байрам да юҡ30.05.2015
Салауат исемендәге ауыл хужалығы кооперативы баҫыуҙарында трактор тауышы тынмай. Һауа шарттары ла уңайлы. Шуға күрә эш йылдам бара.

– Сәсеүҙең иң ҡыҙыу мәле. Гаражда бер генә трактор ҙа, механизатор ҙа ҡалманы. Барыһы ла баҫыуҙа. Әле 120 гектар майҙанда һоло сәстек, – ти ауыл хужалығы предприя­тиеһының баш агрономы Денис Макеев. – Бойҙай, арпа сә­сеү дауам итә. Был культу­раларға 1 200 һәм 800 гектар бүлеү күҙаллана. 120 гектар ерҙең яртыһына борсаҡ ултырттыҡ. 500 гектарҙа сөгөлдөр сәсеү тамамланып килә. Бер үк ваҡытта бойҙай һәм шәкәр сөгөлдөрө баҫыуҙарын химик утауға төштөк.
Хужалыҡ “бренд”ына әүерелгән картуф ҡарамағында – 55 һәм 70 гектарлыҡ ике ялан. Денис Юрьевич әйтеүенсә, уларҙың тәүгеһенә картуф тулыһынса ултыртылған, ошо көндәрҙә икенсеһендә эш башланған.
– Беҙ голланд технологияһын, шул иҫәптән сит ил орлоғон һәм техникаһын ҡулланабыҙ. Был миҙгелдә “Романо” орлоғон һайланыҡ, – ти баш агроном. – Башта тупраҡты йомшартабыҙ, һуңынан ғына орлоҡ һалабыҙ. Бер үк ваҡытта уны сирҙәргә һәм ҡоротҡостарға ҡаршы дарыу менән эшкәртәбеҙ.
Һабаш баҫыуында Илдус Ыҡбаевтың бригадаһы эшләй. Күп йыллыҡ эш тәжри­бәһенә эйә булған механизаторҙар Владимир Григорьев менән Азат Ғәйнуллин “МТЗ-82” трак­торҙарына тағылған картуф ултырта торған ике агрегат баҫыуҙарҙы иңләй. Сәсеүсе Әхәт Шаһитов менән Азат Хәсәнов техниканың эшен иғтибар менән күҙәтә. Юлис Иманғолов, Әкрәм Алсынбаев, Фәнис Рәмиев тупраҡ эшкәртеү менән шөғөлләнә. Водителдәр Миңлейәр Ибраһимов һәм Виктор Кривоконев орлоҡ ташый. “Сәсеү нисек бара?” тигән һорауға игенселәр: “Бик яҡшы! Иң мөһиме – һауа шарттары һәм техника һынатмаһын. Көнө буйы эшләйбеҙ. Ике тапҡыр йылы аш килтерәләр”, – тип яуап­ланы. Беҙҙең менән аралашҡандан һуң, эшсәндәр ашығып машиналарына ултыр­ҙы ла китеп барҙы. “Икенсе икмәк”­те улар аҙна аҙағына сәсеп бөтөргә ниәт­ләй.
– Сәсеүҙе, һәр культура өсөн агрономия технологияларын тейешенсә үтәп, сифатлы үткәреү мөһим. Һауа торошо көйһөҙләнеп китмәһә, уңыш мул булыр, – ти ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе Сибәғәт Ғәйнуллин.
Игенселәр көн буйы баҫыуҙан ҡайтып инмәй – сәсеү осоронда ял да, байрам да юҡ. Ҙур тырышлыҡтың уңышын күрербеҙ, тип өмөтләнә улар.





Вернуться назад