Киләсәккә ышаныс менән бағабыҙ30.05.2015
Киләсәккә ышаныс менән бағабыҙ Республикабыҙҙың көньяғында урынлашҡан Мәләүез районы тәбиғәтенең матурлығы менән һоҡландыра. Күркәм төбәктә 86 меңдән ашыу кеше йәшәй. Райондың ҡабатланмаҫ биҙәге булған “Башҡортостан” милли паркына, Нөгөш һыу һаҡлағысына ял итергә республикабыҙҙан ғына түгел, күрше өлкәләрҙән дә күпләп киләләр.
Бөгөн бәрәкәтле Мәләүез ерендә ҙур тантана – һабантуй. Ниндәй кәйеф, уңыштар менән ҡаршылай улар халыҡ байрамын? Район хакимиәте башлығы Малик Шакир улы Вахитов “Башҡортостан” гәзитенә ошолар хаҡында һөйләне. Һүҙ – уға:


– Мәләүез уңған игенселәре, тырыш мал­сылары менән данлыҡлы. Быйылғы байрамды ла матур һөҙөмтәләр менән ҡаршылайбыҙ. Яҙғы сәсеү барлыҡ хужа­лыҡ­тарҙа ла тиҙ һәм сифатлы башҡарылды.
Барлыҡ хеҙмәт коллективтарының – хакимиәт, бәләкәй һәм урта эшҡыуар­лыҡ, дәүләт учреждениелары, профсоюз, ветерандар ойошмаларының берлектә­ге эшмәкәрлеге республика үҫешенә лайыҡ­лы өлөш индерә. Ауыл эшсәндәренең Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып заманса технологияларҙы, алымдарҙы ҡул­ланыуы ҡоролоҡ йылдарында ла яҡшы уңыш алырға ярҙам итә. Иген, көнбағыш, шәкәр сөгөлдөрө, ит һәм һөт етештереү буйынса район төбәктә алдынғылар иҫә­бенә инә. Былтыр район буйынса етеш­терелгән продукция күләме 13 миллиард һумға етте. Ауыл хужалығында тулайым продукция кимәле 4,9 миллиард һум тәшкил итте. Былтыр хужалыҡтарға 270 миллион һумлыҡ, ә быйылғы биш айҙа 55 миллион һумлыҡ техника, һуңғы ике йылда 30 иген йыйыу комбайны һатып алынды. Әл­бит­тә, улар­ҙың бер ни ҡәҙәр өлөшөн дәүләт субсидия формаһында кире ҡайтара. Рес­пуб­ликабыҙ Хөкүмәте­нең Дипломына лайыҡ булыуҙы ошо уңыштарыбыҙға ҙур баһа тип ҡабул итәбеҙ.
Салауат исемендәге крәҫтиән (фермер) хужалығында яңы ашлыҡ таҙартыу һәм киптереү комплексы сафҡа инде. “Ашҡаҙар”ҙа, “Старт”та шундай уҡ объекттар төҙөлә, ә “Иҙел”дәгеһе ремонтлана. Былтыр Мәләүез ерендә үткәрелгән “Баҫыу көнө” республика семинар-кәңәш­мәһенә Башҡортостандың төрлө төбәк­тәренән меңдән ашыу кеше килде. Рес­публика Башлығы Рөстәм Хәмитов, министрлыҡтар, ведомстволар вәкилдә­ре, ғалимдар, ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре уның юғары кимәлдә ойошторолоуын, төбәктә ер эшкәртеүҙең сифаты яҡшы булыуын, бындай сара­ларҙың агросәнәғәт комплексын үҫте­реүгә яңы һулыш биреүен билдәләне.
Быйыл район эшсәндәре сәсеүҙе 70 мең 700 гектарҙа башҡарҙы. Әле баҫыу­ҙарҙа ҡый үләндәренә һәм ҡоротҡостарға ҡаршы көрәш бара.
Биш айҙа барлыҡ төр агросәнәғәт комплексы предприятиелары көсө менән 15 мең тонна ит етештерелде. Шуның 80 проценты Мәжит Ғафури исемендәге ҡошсолоҡ комплексы өлөшөнә тура килә. Йәнә мең ярым кеше эшле, аҡсалы булды, район ҡаҙнаһы тулылана. Был комплекс бөгөн төбәктең киләсәген билдәләй тип әйтер инем. Ит буйынса “Дружба”, һөт һауыуҙа Салауат исемен­дәге хужалыҡтарға етеүсе юҡ.
“500 ферма” республика програм­маһын һөҙөмтәле файҙаланабыҙ. Ошо уңайҙан 11 малсылыҡ бинаһы төҙөлдө, бәғзеләре яраҡлаштырылып эшләнде. Әле был программала дүрт хужалыҡ ҡатнаша. Крәҫтиән (фермер), шулай уҡ шәхси хужалыҡтар үҫешә, ғаилә һөтсөлөк фермалары барлыҡҡа килә.
Әлбиттә, өлгәшелгәндәр менән генә хушһынып ҡалырға йыйынмайбыҙ. Квалификациялы белгестәргә ихтыяж ҙур, шуға ла эшселәр әҙерләү, булғандарын ҡабаттан уҡытыуға етди иғтибар бүлергә кәрәк.
Халыҡтың хеҙмәт һөйөүсәнлеге – уңыш­тарыбыҙҙың төп нигеҙе. Сәнәғәт предприятиеларының, ауыл хужалығы­ның, ҡулланыусылар баҙарының һәм эшҡыуарҙарҙың тотороҡло эшмәкәрлеге киләсәккә ышаныс тыуҙыра. Быйыл биш айҙа 5,5 миллиард һумлыҡ продукция етештерелде (2014 йылдың ошо осоронан 5 процентҡа күберәк), бюджет үҙебеҙҙең табыш иҫәбенә 100 процентҡа тулыланды. Былтыр инвестиция күләме 4 миллиард һум булһа, быйыл уны 4,2 миллиард һумға еткерергә уйлайбыҙ.
Районда крәҫтиән (фермер) хужалыҡ­тары уңышлы эшләй. Бөгөн улар өлөшө­нә һөрөнтө ерҙең – 27, барлыҡ тулайым ауыл хужалығы продукцияһының 10 проценты тура килә. Улар ҡошсолоҡ комплексы, һөт-консерва һәм ит комбинаты, шәкәр заводы, элеватор, “Клен” йәмғиәте кеүек етештереү предприятиелары ме­нән тығыҙ һәм һөҙөмтәле эшләй. Районда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ ныҡлы үҫешә.
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙенең Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһендә граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу иғтибар үҙәгендә булырға тейешлеген билдәләй. Районда был йәһәттән федераль һәм республика, шулай уҡ муниципаль маҡ­сатлы программалар уңышлы тормошҡа ашырыла. “Ауылды социаль үҫтереү” программа­һына ярашлы 30 ғаилә фатир алды, ҡайһылары үҙҙәре төҙөнө.
Республика Хөкүмәте ярҙамы, дәүләт программалары буйынса биш йылда Мәләүез ҡалаһында күп ҡатлы 62 йортҡа капиталь ремонт үткәрелде. Бер нисә социаль объект файҙаланыуға тапшырылды: 110 урынлыҡ балалар баҡсаһы, Ергәндә бассейн, күп функциялы спорт майҙансығы. Ҡалала 7-се урта мәктәпкә, Воскресенск һәм Дәүләтҡолдағы клубтар­ға капиталь ремонт эшләнде, “Магнит” ҙур сауҙа үҙәге сафҡа инде. Әле “Аҡ­бу­ҙат” магазины бинаһын төҙөкләндереү, Һыртлан, Воскресенск, Александровка ауыл­дарында магазиндар асыу күҙаллана.
Мәләүездә яңы биҫтәгә нигеҙ һалын­ды, Тамъян ауылында комплекслы төҙө­лөш башланды. Инвалид бала тәр­биә­ләгән, ишле һәм йәш ғаиләләргә айырыуса ярҙам күрһәтелә, шәхси йорт төҙөү өсөн 900 ер участкаһы бүленде, 30 йәш ғаилә торлаҡ алыуға, төҙөүгә дәүләт ярҙамын файҙаланды. Коммуникация селтәрҙәрен яңыртыуҙы, яңы биҫтәләр төҙөүҙе, ауыл һәм ҡалаларҙы төҙөклән­дереүҙе дауам итәбеҙ. Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, спорт өлкәһендә ҡыуа­ныслы һөҙөмтәләр бар. Рәсәйҙә генә тү­гел, сит илдәрҙә лә уңышлы сығыш яһа­ған, танылыу алған талантлы йәш­тәребеҙҙең булыуы ҡыуан­ды­ра. Әсәлекте һәм балалыҡты яҡ­лау, граждан­дар­ҙың хә­үеф­һеҙ­леген тәьмин итеү буйынса ла байтаҡ мәсьәләләр хәл ителде.
Быйыл – Әҙә­биәт йылы. Был йүнә­лештә йыл башынан матур саралар үт­кә­релә. Күптән түгел Бөйөк Ватан һуғы­шын­да Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләнек. Бөгөн районда 85 һуғыш, 500 хеҙмәт ветераны, 352 тол ҡатын йәшәй. Беҙ уларҙың һәр береһенә ярҙам күрһәтәбеҙ. Байрам алдынан ҡалалағы Дан монументы ремонтланды, ауыл хужалығы эшсәндә­ре­нә, тыл батырҙа­ры­на һәйкәл асылды, ветерандар аллеяһы булдырылды. Һу­ғыш­та ҡатнашҡандарға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға адреслы ярҙам күр­һә­телә. Һуңғы биш йылда 75 вете­ран­ға, яуҙа һәләк булғандарҙың ҡатын­да­рына 82 миллион һумлыҡ ярҙам бүленде.
Быйыл Мәләүез районы ойошторо­лоуға – 85 йыл. Төбәктең иң олпат предприятиелары – һөт-консерва менән шә­кәр заводтары үҙҙәренең юбилейын билдәләй. Башҡаларға һәр ваҡыт өлгө булған “Ашҡаҙар” крәҫтиән (фермер) хужалығы ла оло тантанаға әҙерләнә. Үҙҙәренең ошо тырыш хеҙмәте, яҡшы уҡыуы, йәмәғәтселек эштәрендә әүҙем ҡатнашыуы менән тыуған төйәгебеҙҙең сәскә атыуына ҙур өлөш индергән йәштәргә, хеҙмәтсәндәргә, ветерандарға ҙур рәхмәт белдерәм.
В. АЙҘАРОВ
яҙып алды.



Вернуться назад