Матур көндөң ҡәҙерен белеп30.05.2015
Республикала баҫыу эштәре йәнле бара. Балтас, Дүртөйлө, Краснокама, Миәкә, Тәтешле, Шаран райондары иген, ҡуҙаҡлы культуралар сәсеүҙе тамамланы. Әлегә барлыҡ майҙандың 86 процентында орлоҡ бураҙнаға һалынған.
Шәкәр сөгөлдөрөн сәсеү ун районда тамамланған. Бөгөн 47250 гектар ерҙе “татлы тамыр” биләй. Ә көнбағыш 191673 гектарҙа сәселгән (91 процент). Дәүләкәндәр планды 39 процентҡа арттырып үтәгән.
Йәшелсә ултыртыу әле лә ҡыҙа. Был эш әлеге көнгә 909,9 гектар майҙанда башҡарылған (планға ҡарата 66 процент). Ун биш район эште теүәлләгән дә инде. Картуф 2066 гектар (61,5 процент) ерҙә ултыртылған. Барыһы ун туғыҙ район “икенсе икмәк”те сәсеп бөткән.