Ҡунаҡ ашы — ҡара-ҡаршы30.05.2015
Хәбәр итеүебеҙсә, Бөрө балалар йорто тәрбиәләнеүселәре яңыраҡ Пекинда бер аҙналыҡ сәфәрҙә йөрөп ҡайтҡайны. Ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы, тиҙәр бит. Кисә Ҡытайҙың балалар фонды делегацияһы, шулай уҡ мәктәп уҡыусылары Өфөгә килде.

Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы аэропортта Баш­ҡорт­остан вәкилдәре менән бергә Рәсәй балалар фонды рәйесе урынбаҫары Дмитрий Лиханов ҡаршы алды. Ҡытай делегацияһы баш ҡалабыҙҙа ике көн буласаҡ. Улар республикабыҙҙың Археология һәм этнография, Хәрби дан музейҙары һәм башҡа иҫтәлекле урындар менән танышасаҡ, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры сәхнә­ләш­тергән “Урал батыр” эпосын ҡараясаҡ. Бынан тыш, программала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов менән осрашыу ҡаралған.




Вернуться назад