Килемһеҙ ҡаҙна тулмай30.05.2015
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан бюджетының һәм муниципаль берәмектәр ҡаҙнаһының килем ҡеүәтен, һалым һәм уға ҡарамаған килемдәр керемен арттырыу мәсьәләһе буйынса ведомство-ара комиссияһының ултырышын үткәрҙе.
– Бөгөн беҙ барлыҡ кимәлдәге бюджеттарға бурыстың артыу проблемаһын тикшерәбеҙ. Апрель башында республика буйынса федераль ҡаҙна системаһына 14,6 миллиард һумлыҡ бурыс йыйылған ине. Шуның яртыһы — 7,7 миллиард һумдан ашыуы — беҙҙең йыйылма бюджетҡа тура килә, – тип хәбәр итте Рөстәм Зәки улы. — Республика ҡаҙнаһына ла бурыс арта. Йыл башынан алып был күрһәткес 22 процентҡа үҫкән. Табышҡа һалым һәм ойошмалар мөлкәтенә һалым буйынса ла түләүҙәрҙең 1,5 тапҡырға артыуы күҙәтелә. 1 апрелгә 25 ҙур ойошманың ғына бюджет алдындағы бурысы ярты миллиард һумдан ашып киткән.
Республика Башлығы тиҙ арала бындай хәлдең сәбәбен асыҡлау бурысын ҡуйҙы. Шулай уҡ һалымға ҡарамаған килемдәр буйынса ла бурыстың артыуы билдәләнде. Ошо йәһәттән республиканың йыйылма ҡаҙнаһы 2,4 миллиард һумдан ашыу аҡсаны алып еткермәгән. Уның 1,1 миллиард һумын юл ҡағиҙәләрен боҙған өсөн түләнмәгән штрафтар тәшкил итә.
Кәңәшмәлә ошо йүнәлештәге эште көсәйтеү, рейдтар ойоштороу, бурыслыларҙы тикшереү хаҡында әйтелде.