Ҡытайҙың ҡыҙыҡһыныуы арта30.05.2015
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Республика йортонда Ҡытай Халыҡ Республикаһының Рәсәй һәм Ҡытай медицина университеттары ассоциацияһына ингән фармацевтика һәм медицина юғары уҡыу йорттары ректорҙары менән осрашты.

Сарала Харбин медицина университеты президенты, Ҡытай Фәндәр академияһы ағзаһы, ассоциацияның рәйестәше Ян Баофен, вице-президенттар – Сычуань уни­вер­ситетынан Ли Хон, Цзилинь уни­вер­си­тетынан Ли Фань, Наньцзин медицина университетынан Чжоу Яфу, Пекин университетының Сәләмәтлек үҙәгенән Вэйган Фан ҡатнашты. Яҡтар медицина өлкә­һендә белем биреү йәһәтенән хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара ғилми бәйләнеш мәсьәләләрен тикшерҙе.




Вернуться назад