Кисә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына юғары дәүләт наградалары тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр Рәсәй Президентының Рәхмәт хатын, Салауат Юлаев орденын, республиканың Почет грамоталарын, атҡаҙанған хеҙмәткәр исемдәрен алды.Хеҙмәт кешеһенә иғтибар һәм хөрмәт бер көн менән генә сикләнергә тейеш түгел – был хәҡиҡәтте республика етәкселеге күптән маҡсат итеп алған. Шуға ла Башҡортостанда эшләүсе халыҡҡа иғтибар һәр ваҡыт көн ҡаҙағында ҡала. Ә кисәгеләй тантаналар иһә – ана шул хөрмәттең бер сағылышы ғына.
Был юлы Рөстәм Зәки улы бүләкләү тантанаһын айырым шәхестәрҙең ҡаҙаныштарын баһалауҙан башланы, уларҙың уңыштарын, еңеүҙәрен билдәләп үтте. Әйтәйек, республика Башлығы Салауат Юлаев орденына лайыҡ тип табылған билдәле баянсы Ридик Фәсхетдиновтың ижадына битараф түгеллеген йәшермәне.
— Виртуоз баянсы оҫталығы һәм таланты менән күптәрҙең күңелен яуланы. Шәхсән үҙем Ридик Әхмәт улы менән үткән быуаттың 70-се йылдарынан танышмын. Беҙгә рәсми делегация составында Германияға бергә сәфәр ҡылырға тура килде. Мин уны бөгөн дә эш тип янып йәшәгән шәхес итеп беләм, — тине ул.
Эстонияның баш ҡалаһы Таллиннда эшләп килгән “Ағиҙел” башҡорт мәҙәни ойошмаһы рәйесе Флүзә Хәйруллинаның хеҙмәтен дә юғары баһаланы Рөстәм Зәки улы.
— Ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе берләштереүҙә, алыҫ тарафтарҙа телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, тарихыбыҙҙы һаҡлап алып ҡалыуҙа һеҙҙең тырышлығығыҙ баһалап бөткөһөҙ, — тине ул. Әйткәндәй, Флүзә Тимерғәзим ҡыҙы ла Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.
Рөстәм Хәмитов шағир Әсхәл Әхмәтҡужиндың (Әсхәл Әхмәт-Хужа) ижадына ла айырым туҡталды.
— Һеҙҙе танылған шағир һәм яҡшы тәржемәсе тип беләбеҙ. Хеҙмәтегеҙҙең тап быйыл — юбилей йылында Башҡортостан Республикаһының Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булыуы оло мәртәбә, — тине ул, яҙыусының ижадын баһалап.
Бүләкләнеүселәр араһында гәзитебеҙҙең күптәнге дуҫы, “Танып” шифаханаһы директоры Кашшаф Ямалетдинов та бар ине. Ул Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһын алып һөйөндө. Әйткәндәй, бәхетленең ҡунағы ла бер көндө тигәндәй, Кашшаф Сәйфетдин улы тантанаға Мәскәүҙә үткән “Шифаханалар-2015” Бөтә Рәсәй форумынан ҡайтып барышлай туҡтаған. Бүләктәре тос: “Танып” шифаханаһы коллективы төрлө номинацияла биш алтын миҙалға лайыҡ булған!
— Татыу, берҙәм коллектив — уңыш-ҡаҙаныштарҙың төп нигеҙе. Беҙҙә тәжрибәле, үҙ эшен яратҡан хеҙмәткәрҙәр тупланған. Халыҡ өсөн эшләгәнебеҙҙе аңлайбыҙ, шуға бурыстарыбыҙ ҙа, маҡсаттарыбыҙ ҙа, киләсәккә пландарыбыҙ ҙа тәү сиратта яуаплылыҡҡа ҡайтып ҡала, — тине Кашшаф Ямалетдинов.
Дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһына килгәндәрҙең һәр ҡайһыһы хаҡында, уларҙың ҡаҙаныштары, еңеүҙәре тураһында әллә күпме һөйләргә булыр ине. Шулай ҙа хеҙмәт батырҙарын берләштергән бер сифатты билдәләп китмәй мөмкин түгел: ул да булһа – профессионаллек. Ҡайҙа ғына, ниндәй генә тармаҡта эшләһәң дә, һайлаған һөнәреңә тоғро ҡалып, башҡарған бурыстарыңды халыҡ мәнфәғәтенә йүнәлткәндә генә ошондай бейеклектәргә өлгәшергә мөмкиндер ул.