Гүзәл тәбиғәтле Ҡариҙел районында тыуған башҡорт ҡыҙымын. Изге төйәгемдә тау, күл, таллыҡ, ҡуйы урман – барыһы ла бар.
Былтыр ғаиләбеҙ менән Бөрө ҡалаһына күсеп килдек. Бында ла тәбиғәт ифрат матур. Кешеләр бер-береһе менән татыу йәшәй, ҙур-ҙур йорттар төҙөй. Ошолай матурлыҡҡа, дуҫлыҡҡа ынтылған һәр кем бәхетле булһын ине.
Мәҙинә ҒӘЛИМОВА,
1-се мәктәп уҡыусыһы.