“Һыуға ла батмаҫ яҡшылыҡ, Утта ла янмаҫ яҡшылыҡ”30.05.2015
Тормошта яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ юлдары бар. Башҡорттоң мәшһүр эпосынан күренеүенсә, Урал батыр һәр саҡ изгелек ҡылһа, Шүлгән яманлыҡ һуҡмағын һайлай.
Яҡшылыҡ иһә һәр саҡ еңеп сыға. “Урал батыр” эпосында ла дөрөҫ юлдан йөрөгән төп герой тәбиғәтте үлемһеҙ яһай. Ул йәншишмәнең һыуын тирә-йүнгә бөркөп, ергә йән өрә. Урал батырҙың яҡшылығы мәңге йәшәй, онотолмай.
“Күккә лә осор яҡшылыҡ,
Һыуға ла батмаҫ яҡшылыҡ,
Утта ла янмаҫ яҡшылыҡ,
Бары эшкә баш булыр.
Үҙеңә лә, кешегә лә
Мәңге йәшәр аш булыр” –
тигән һүҙҙәрҙә ҙур хикмәт ята. Бер-беребеҙгә яҡшылыҡ эшләргә тырышайыҡ, дуҫтар!

Айсыуаҡ ҒАЗИН,
Ҡурғашлы мәктәбе уҡыусыһы.



Вернуться назад