Тыныслыҡ30.05.2015
С. Әлибаев һүҙҙәре,
М. Сәлимов көйө.
Һибелә таңдарҙа
Ҡояштың нурҙары,
Хыялдар оса юғары.
Талпынышып йырлайбыҙ ҙа
Тыуған илде нурлайбыҙ.
Сәстәрҙән иркәләп,
Саф елдәр иҫһендәр,
Һәр ерҙә гөлдәр үҫһендәр.
Аяҙ булһын күгебеҙ ҙә
Көләс булһын көнөбөҙ!
Ҡушымта:
Зәңгәр күктәрҙә осһон күгәрсен –
Тыныслыҡ кәрәк бөтә ер өсөн.
Тыныслыҡ, тыныслыҡ, тыныслыҡ –
Йәшәһен мәңгегә ул Ерҙә!
Юҡ, юҡ, юҡ!
Һуғыш кәрәкмәй, һуғыш кәрәкмәй,
Һуғыш кәрәкмәй беҙгә!