Йөрәктәргә ҡояш ҡундырып...30.05.2015
Йөрәктәргә ҡояш ҡундырып... Шыңшыу болоттарҙы тиҙ генә ҡайҙалыр оҙатып, күк йөҙөндә ҡояш апай йылмайып ебәрҙе. Баҡсаларҙа, парктарҙа үләндәр, сәскәләр “биҙәнә”, ҡоштар яңы йыр өйрәнә... Бар тәбиғәттең сабыйҙарҙы йәйҙең тәүге байрамы менән ҡотларға әҙерләнгән мәле.

Көтөп алынған йәмле миҙгел Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән башлана. Мәғлүмәттәргә күҙ һалғанда, был байрамды булдырыу мәсьәләһе 1949 йылда Парижда уҙғарылған Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар конгресында хәл ителә. Киләһе йылдан иһә байрам рәсми рәүештә билдәләнә башлай.
Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнөң флагы ла бар. Унда Ер тирәләй биш фигура ҡуйылған. Урталағы шар уртаҡ йортобоҙҙо – Ватаныбыҙҙы – сағылдырһа, эргәһендәге күк, һары, ҡара, аҡ, ҡыҙыл төҫтәр – төрлөлөк һәм сыҙамлылыҡ билдәһе.
1 июндә Өфө халҡын һәм ҡу­наҡтарҙы төрлө күңелле саралар көтә. Мәҫәлән, “ВДНХ-Экспо” комплексы (Менделеев урамы, 158) майҙанында “Мәрхәмәт” хәйриә фонды социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән һәм ишле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, шулай уҡ ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балалар өсөн күркәм тамаша ойоштора. Бәләкәстәр унда интерактив уйындарҙа, конкурстарҙа ҡатна­шып, әкиәт персонаждары менән осрашып, күстәнәс алып ҡы­уаныр.
Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһы йорто (Киров урамы, 1) эргәһендәге майҙан да гөрләп торасаҡ. Унда балалар ижад коллективтарының концерты, ҡыҙыҡлы конкурстар, аниматорҙар ҡатнашлығында мауыҡтырғыс уйындар уҙғарыу ҡаралған. Байрамда шулай уҡ “Олатайҙарыбыҙҙың данлы еңе­үе”, “Нимә ул хеҙмәт һаҡлау?” тигән һүрәт бәйгеләре еңеүселәре бүләкләнәсәк. Йәш рәссамдарҙың ижад емештәре менән ошонда уҡ ойошторолған күргәҙмәлә таны­шырға мөмкин буласаҡ.
Шулай уҡ Өфөләге барлыҡ парктарҙа ла мауыҡтырғыс саралар ойоштороласаҡ. Көн дә сабыйҙарҙың кәйефен төшөрөргә ниәтләмәй: 25 градус йылы булыр тип көтөлә.
Беҙ иһә, йола буйынса, байрам алдынан редакция хеҙмәткәр­ҙәренең мәктәпкәсә йәштәге балаларын йыйып ҡотланыҡ. Иртә менән тупылдашып килеп еткән сабыйҙар яңы эш көнөбөҙҙөң күгенә ҡояш ҡундырып, күңелгә сикһеҙ дәрт-дарман өҫтәп ебәрҙе.


Вернуться назад