Гел шулай булһын!30.05.2015
Беҙҙең класыбыҙ
Ифрат дуҫ йәшәй,
Барлыҡ эштәрҙе
Күмәкләп эшләй.

Уҡыуҙа ла беҙ
Артта ҡалмайбыҙ,
Барса теманы
Бик тиҙ аңлайбыҙ.

Спортта үҙебеҙ
Гелән алдынғы,
Күптәрҙе инде
Артта ҡалдырҙыҡ.

Уңыш-еңеүҙәр
Гел дә күп булһын.
Һәр портфолио
Маҡтауға тулһын!

Әсғәт ЙӘҺҮҘИН,
Республика башҡорт лицей-интернаты уҡыусыһы.




Вернуться назад