Ғаиләбеҙҙә ете кеше – атайым, әсәйем, ике өләсәйем, апайым, ҡустым һәм мин. Бер-беребеҙгә терәк булып, дуҫ-татыу ғүмер итәбеҙ.
Атайым – табип, ә әсәйем – тарих уҡытыусыһы. Ҡустым Данил балалар баҡсаһына йөрөй, апайым менән мин иһә гимназияла белем алабыҙ. Өйҙә өләсәйҙәребеҙ беҙҙе һәр саҡ яҡты йөҙ, тәмле аш менән ҡаршы ала.
Яҙғыһын баҡсала бергәләп сәскә, йәшелсә сәсәбеҙ. Күҙ ҡамаштырғыс гөлдәребеҙ йортобоҙ янынан үткән һәр кемде сәләмләп ҡала төҫлө. Ишле ғаиләбеҙ үҙе лә сәскә баҡсаһына оҡшап тора.
Илвина СӨЛӘЙМӘНОВА,
башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.