Яратам китап уҡырға,
Ул – иң яҡын дуҫ, беләм.
Шуға көн дә тиерлек
Китапханаға киләм.
Унда мине төрлө-төрлө
Ҡыҙыҡлы баҫма көтә.
Һәр береһе фәһем бирә,
Аң-белемгә өйрәтә.
Әле лә китеп барам
Тоғро дуҫтар янына.
“Китап менән дуҫ бул”, – тиеп
Теләк әйтәм барына.
Ғайсар ҠАНСУРИН,
Байыш мәктәбе уҡыусыһы.