Атай менән әсәйҙән өлгө алып30.05.2015
Ныҡлы ғаилә – ил тотҡаһы, тиҙәр. Мин дә ҡотло нигеҙҙә буй еткерәм.
Әсәйем Гөлшат – изге күңелле, уңған кеше. Аш-һыуға, ҡул эштәренә оҫта ул. Яғымлы, нурлы ҡарашынан күңелемә йылылыҡ, дәрт-дарман алам.
Атайым иһә элек-электән малсы­лыҡты үҙ иткән. Әлеге “Азамат” крәҫтиән (фермер) хужалығын күп йылдар элек асҡан. Унда һыйыр, йылҡы малы, ҡош-ҡорт аҫрайбыҙ. Йәйгеһен ҡымыҙ эшләйбеҙ, милли эсемлекте ситтән килгәндәргә һатып ебәрәбеҙ.
Атайым менән әсәйем төрлө бай­рамдарҙы, һабантуйҙарҙы үткәреүгә булышлыҡ итә, мәктәпте, мәҙәниәт йортон ярҙамдан айырмай. Беҙ, биш балаһы, ҡәҙерлеләребеҙҙең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тыры­ша­быҙ, эшләп, төрлө һөнәр белеп үҫә­беҙ. Ҙур рәхмәт һеҙгә, атай һәм әсәй!

Гүзәл ШӘРӘФЕТДИНОВА,
Тирәкле мәктәбе уҡыусыһы.



Вернуться назад