Баш ҡалабыҙҙағы “Хәсрәтле әсә” мемориалы. Почетлы ҡарауыл һаҡта тора. Оркестр уйнай. Кадет корпусы курсанттары тигеҙ сафҡа теҙелгән. Һағышлы йыр йөрәктәргә үтеп инә. Ана, оло ғына йәштәрҙәге апай күҙ йәштәрен һөртөп-һөртөп ала. Ауыр булһа ла, һүҙ ҡушам.
– Войцехович Маргарита, – тип таныштырҙы апай үҙе менән. – Улым Анатолий иҫән булһа, быйыл уға илле йәш тулыр ине. “Улығыҙ тураһында бер аҙ һөйләгеҙ әле”, – тигәс, ул:
– Мин илай ғына беләм, – тине ул, күҙ йәштәренә төйөлөп. – Анатолийҙы 1981 йылда армияға оҙаттыҡ. “Минең өсөн борсолмағыҙ, яҡшы хеҙмәт итәм, бөтәһе лә һәйбәт”, тип хаттар яҙыр ине. Ике йылдан һуң уның менән бергә киткән егеттәр барыһы ла хеҙмәтен тултырып ҡайта башланы. Беҙ түҙемһеҙләнеп улыбыҙҙы көттөк. Көтмәгәндә уның үлеме хаҡында хәбәр алғас, ышанмай торҙоҡ. Көн менән төн буталды…
Нуриман егете Илшат Сафиуллин да 1983 – 1985 йылдарҙа афған михнәттәрен үҙ иңендә татыған.
– Һөлөк кеүек егеттәр башын һалды, – тине ул, ауыр һулап.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Руслан Ғиззәтуллин, ҡаһармандарҙың ата-әсәләре, туғандары, хеҙмәттәштәре һәйкәлгә сәскә һалды, батырҙарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алды.
И. ХАҠОВ.
* * *Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 23 йыл тулыу айҡанлы, Конгресс-холда хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған ватандаштарыбыҙҙы иҫкә алдылар. Был сараға республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән һуғышта улдарын юғалтҡан ата-әсәләр, шулай уҡ иҫән-һау ҡайтҡан яугир-интернационалистар йыйылды. Хәтер кисәһендә республикабыҙҙың Президент Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Марат Мәрҙәнов, Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта ҡатнашты.
Мәғлүм булыуынса, Афған һуғышы 1979 — 1989 йылдар һуҙымында дауам итте. Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, был ҡан ҡойошта 15 051 яугиребеҙ һәләк була, 53 753-ө яралана, 417-һе хәбәрһеҙ юғала. Меңәрләгән әсәләрҙең күҙ йәштәрен түктергән һуғыш шаңдауы беҙҙең республикабыҙҙы ла урап үтмәй. Башҡортостан үҙенең 343 аҫыл улын юғалта, ә алтауһы хаҡында әле булһа ла хәбәр юҡ.
Марат Мәрҙәнов Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың тәбрикләү хатын уҡып ишеттерҙе:
“Был һуғышта зыян күреүселәрҙең ғаиләһе хаҡында хәстәрләү — беҙҙең төп бурысыбыҙ, — тиелә унда. — Яугир-интернационалистар һәр саҡ үҙ-ара дуҫлыҡ,
Ватан алдында яуаплылыҡ һәм патриотизм менән айырылып тора. Һеҙ бөгөн дә республикабыҙ иҡтисадында һәм социаль өлкәлә намыҫлы хеҙмәт итәһегеҙ, йәш быуынды илһөйәр итеп тәрбиәләүҙә ҙур эш алып бараһығыҙ”.
Сараға килеүселәр араһында бихисап миҙал таҡҡан Гөлфиә Мөҙәрисова ла бар ине. Ул да һуғыштың барлыҡ михнәтен ирҙәр менән берҙәй күтәргән.
— Яуҙаштарым менән осрашҡанда иламай түҙә алмайым. Күпме егеттәр әрәм булды. Ә уларға әле йәшәргә лә йәшәргә ине. Ер йөҙөндә һәр саҡ тыныслыҡ, имен тормош булһын. Бер үк һуғыш ҡабатлана күрмәһен, — тине отставкалағы прапорщик Гөлфиә Хафиз ҡыҙы.
А. АБҘАҠОВ.