Рәхмәт һиңә, ҡәҙерлем!30.05.2015
Рәхмәт һиңә,  ҡәҙерлем! 2009 йылдың июль аҙаҡтары ине. Ғ. Ҡы­уатов исемендәге республика клиник дауаханаһының 9-сы ҡатына күтәрелеп, 903-сө палатаға йүнәлгәйнем генә, тауыш ишетеп, туҡтап ҡалдым. Шулай ҙа индем, ә унда ирем бер үҙе ултыра. “Кем менән һөйләшәһең тиһәм, бер үҙең икәнһең”, — тим. Баҡтиһәң, атайым мәрхүмдең мәжлестә йырлаған йырын көйләп ултыра:

Үтәһең дә, ғүмерем, ай үтәһең,
Үтеп кенә харап итәһең.
Үткәнеңә лә бит риза инем,
Үлтереп тә әрәм итәһең...

— Мәрфуға! Тыуымдан ҡалмағас, үлемдән ҡалмайһың инде ул. Кем яҡты донъянан туйған, минең дә йәшәгем килә, әлбиттә, сөнки тамамланмаған эштәрем бар. Суфыйғәле ағайым тураһында очерк яҙаһым (Советтар Союзы Геройы Суфыйғәле Суфиянов – бейемдең бер туған ҡустыһы), Ҡара диңгеҙ флоты, Севастополь хаҡында күләмле китап сығараһым бар, — тине ул шул саҡ.
Юғарыла яҙылғандар — тарих фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, СССР юғары мәктәптәре отличнигы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғөбәйҙулла Шәрип улы Илешев тураһында. Дауаханалағы һөйләшеүҙән һуң ун көн үткәс, мәрхүм булды ул. Хәйер, хыялдары тормошҡа ашты: 2006 йылда — “Иҫтәлектәр”, 2007 йылда — “Ҡара диңгеҙ флоты”, 2009 йылда “Флот. Тормош һыҙығы” исемле китаптары нәшер ителде. Тик үҙе генә күрә алманы. Ни эшләйһең, яҙмыш шулай ҡушҡандыр инде — балалары өсөн өҙөлөп торған хәстәрлекле атайҙы, тоғро тормош юлдашын юғалтыу еңел булманы... Түҙҙек, сабыр иттек.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Ғө­бәй­ҙуллаға 13 йәш була, Шверник исемен­дәге колхозда атайҙарын, олатайҙарын алмаштырып, колхоз эшенә егелә. 1944 йылдың көҙөндә, һуңғы хәрби призывта, Башҡортостандан 750 егетте (Ғөбәйҙуллаға 17-се йәш) Севастополгә ебәрәләр. Ул 1944 йылдың көҙөнән 1951 йылдың аҙағына тиклем Ҡара диңгеҙ флотында хәрби хеҙмәттә була. Хәрби телеграфистар әҙерләү курсын тамамлап, Ҡара диңгеҙ флотының ра­диораз­ведкаһында хеҙмәт итә. Төрөктәрҙең “Яуыз” эскадраһының эшен күҙәтәләр (төрөктәр немецтар яғында һуғыша). Флот етәкселеген мөһим мәғлүмәттәр менән тәьмин иткәне өсөн рәхмәттәргә лайыҡ була, АҠШ-тың хәрби диңгеҙ көстәре менән бәйләнеш булдыра. Ғөбәйҙуллаға АҠШ-тың торпеда катерында радиомәғлүмәт буйынса инструктор булырға ла тура килә. Севастополдең иң мөһим хәрби базаһында яңы торпеда катерҙарын һынауҙа ҡатнашып, ҙур оҫталыҡ күрһәткәне өсөн “Флот элемтәһе алдынғыһы”, “Германияны еңгән өсөн”, ”Совет Армияһына һәм Флотына – 30 йыл” миҙалдары менән бүләкләнә, тиҫтәләгән Хөкүмәт наградаһына лайыҡ була.
Шулай итеп, 1951 йыл аҙағында тыуған яғына ҡайта, запастағы офицер булғас, 1952, 1956, 1960 йылдарҙа әҙерлек үтеп, 4-се ғәскәри часть командиры, торпеда катерҙары берләшмәһенең флагман элемтәсеһе ярҙамсыһы һәм башҡа хәрби исемдәр ала. Мәрхүм булғанда ул 3-сө ранг капитаны ине. Севастополь Украинаға бирелгәс, ул тыныслығын юғалтты, был — аҡылға һыймаған аҙым, тип бик ҡайғырҙы.
2005 йылдың мартында “Слава труду” гәзите хәбәрсеһе унан интервью алған. Шунда унан: “Ғөбәйҙулла Шәрип улы, һеҙҙе нимә борсой?” — тип һорағандар. “Севастополде дошман ҡулына бирмәҫ өсөн ғүмерҙәрен аямай һуғышып, батырҙарса һәләк булған һалдаттарҙың (моряктар, ҡала халҡы ла оборонала ҡатнашҡан) йылға булып аҡҡан ҡаны өсөн йәнем тыныслыҡ тапмай”, — тигән ул. Хрущевтың бер ҡултамғаһы менән Ҡырымдың, Севасто­полдең Украинаға бирелеүен ауыр кисерҙе ул. Баҡтиһәң, килешеү буйынса Рәсәй Севастополь бухтаһын 20 йылға ҡуртымға алып, 2,5 миллиард доллар түләгән икән (үҙ ере өсөн). Ерле халыҡ был аҙымды Украина алдында капитуляция тип һанаған.
Аллаға шөкөр! Ҡырым менән Севастополь үҙ иленә — Рәсәйгә кире ҡайтты. Әгәр ҙә иҫән булһа, минең Ғөбәйҙуллам да сикһеҙ шатланыр ине. Шулай ҙа ейәнебеҙ Назар Илешев Затондың көньяҡ зыяратындағы “Дан аллеяһы”нда ерләнгән ҡартатаһының ҡәберенә барып: “Ҡартатай! Тыныс йоҡла! Ҡырым менән һин яратҡан Севастополь Рәсәйгә кире ҡайтты. Беҙ һинең өсөн дә, үҙебеҙ өсөн дә шатланабыҙ”, — тип ҡайтты.
Ғөбәйҙулла хеҙмәттән һуң баштан-аяҡ эшкә сумды: өйләнде, уҡырға инде. Әйткәндәй, ул ғүмере буйы белемгә ынтылып йәшәне. 1957 йылда ситтән тороп Мораҡ башҡорт педагогия училищеһын тамамлап, хеҙмәт юлын уҡытыусы булып башланы. 1961 йылда белемен Свердловск ҡалаһындағы Юғары партия мәктәбендә камиллаштырып, Йомағужа, һуңынан Өфө ҡалаһының Ленин райкомына урынлашты.
Ә 1965 йылдан ул ныҡлап ғилми эшмәкәрлеккә тотондо. 1968 йылда Дондағы Ростов университетында тарих фәне буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланы. 1968 — 1976 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында, Мәскәүҙең технология институты филиалында (хәҙерге Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы) эшләне, 1976 йылдан 15 йыл дауамында Өфө дәүләт авиация техник институтында кафедра мөдире вазифаһын башҡарҙы. 1985 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡланы. Күп йылдар Сибай институтының ғилми, БДУ-ның тарих һәм философия буйынса диссертация яҡлау советтары ағзаһы булды. Тарих фәне буйынса 200-ҙән ашыу белгес әҙерләүҙә ҡатнашты. Уның элекке аспиранттары сит илдәрҙә лә эшләй. 1991 йылда республиканың көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә институт булдырыу сараларында ҡатнашыу өсөн Сибай ҡалаһына эшкә күсеп, яңы ойошторолған БДУ-ның Сибай институтында беренсе доктор һәм профессор булды. Институтҡа уҡытыусы кадрҙар һайлап алыуҙа ихлас ҡатнашты. Ғилми етәксе булараҡ йәштәргә диссертация әҙерләүҙә, яҡлауҙа ярҙам итте. Уның тырышлығы менән тарих бүлеге кафедраһы асылды.
Ғөбәйҙулла Илешев Сибай институты уҡытыусылары, студенттары хәтерендә эшһөйәр, намыҫлы, илтифатлы, көслө рухлы шәхес булып ҡалғандыр, моғайын. Уның иҫтәлегенә Сибай ҡалаһының Горняк проспектында мемориаль таҡтаташ ҡуйылды.
Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйтер инем: беҙ — ғаиләһе, туғандары, дуҫтары — уны онотмайбыҙ, хәтеребеҙҙән юймайбыҙ! “Мәрфуға! Ни өсөн оҙаҡ йәшәгәнемде беләһеңме? Һиңә өйләндем дә уҡырға тотондом. Өс баланы үҫтереү, тәрбиәләү һинең иңеңә төштө. Бер ваҡытта ла, етәр, уҡыма инде, тимәнең. Күпме ситтә булырға тура килде. Ҡыҙғанманың, үҙеңде лә, мине лә яраламаның. Минең тылым ныҡ булды. Ә сирләп киткәс, ныҡ ҡараның, тәрбиәләнең, изгелектәреңде ҡайтара алмам инде. Бик егәрле, хәстәрлекле әсәй ҙә, ҡатын да булдың, балаларҙағы яҡшы сифаттар һинән күскәндер, ахыры”, — тине ул. Яҡшы һүҙең өсөн рәхмәт, ҡәҙерлем!

Мәрфуға ҒӘЛИНА,
хеҙмәт ветераны.


Вернуться назад