Ҡыйыулыҡ — ярты бәхет30.05.2015
Бер ауылда тыуып үҫһәк тә, Рәшиҙә Мырҙағәлина апай менән һирәк осрашабыҙ. Уңайы тура килеп, уның иҫтәлектәрен тыңлап, оҙаҡ һөйләшеп ултырҙым. Кеше яҙмышы кинолағы һымаҡ ҡатмарлы ла, фәһемле лә.

– Туғаным, минең тормошом да шул тыл һалда­тыныҡы кеүек. Ошо ғибрәтле ғүмер юлым хаҡында яҙһаң, бик рәхмәтле булыр инем, — тигәс, бер һүҙҙән ризалаштым.
Илебеҙ өсөн бик ҡатмарлы 1937 йылда Ишембай районының (элекке Маҡар) Биксән ауылында Миңлеямал менән Миҡдәдтең ғаиләһендә донъяға килә ул. Атаһы иң беренселәрҙән булып һуғышҡа китә. Тәүге йылдарҙа фронттан яҡшы хәбәр килмәй, тик өскөл хаттар йорттарға ҡайғы-хәсрәт ташый. Сталинград өсөн барған һуғышта ғаилә башлығы һәләк була. Башты ташҡа бәреп булмай, һәр кем ил яҙмышы менән йәшәй. Рәшиҙә менән өс йәшлек ҡустыһы Миҙхәт атай тәрбиәһенән мәхрүм ҡала. Илдә аслыҡ, яланғаслыҡ хөкөм һөрә. Ләкин һыр биреү юҡ, һәр кем өҫкә ҡолап килгән үлемгә ҡаршы көрәшә. Бер-береңә ярҙам итеү, бер һыныҡ икмәкте лә бүлешеү, кешелеклелек сифаттары халыҡта йәшәүгә ынтылышты көсәйтә. Әсәләре Миңлеямал да: “Тыуған ерендә сәпсек үлмәй ул, һеҙ ҙә үҫерһегеҙ, яҡшы тормошта ла йәшәр көндәр булыр”, — тип балаларын йыуата.
Һәләүек буйҙары ап-аҡ муйыл, балан сәскәһенә күмелгәндә шатлыҡлы еңеү хәбәре бөтә донъяны яңғырата. Балалар йылғала сабаҡ һөҙөп, һыу буйында балыҡ өтөп һыйлана, бер-береһенә сәскәләр бүләк итешә, бөтә ауыл гөр килә. Рәшиҙә 12 йәшендә эшкә егелә, колхоз башмаҡтарын көтә. Аяҡ аҫты һаҙлыҡ, сабата тишек, уныһы ла оҙаҡҡа сыҙамай. “Атайым иҫән булһа, исмаһам, яңы сабата үреп бирер ине”, — тип уфтанған саҡтары аҙ булмай. Колхоз һарайы ярым емерек, тишек тә тошоҡ. Яңы тыуған быҙауҙар унда ҡыш сыға алырлыҡ булмағас, уларҙы өй беренсә кешегә таратып, май айҙарында ғына йыйып алалар. Тотош ауыл халҡына бер закон. Колхоз рәйесе Мәүлетбай ағай Садиҡов та малдарҙы аҫрап бирә. Ғәжәп әрһеҙ кеше була ул. Тәүҙә, ғаиләһен күсереп килтергәнсе, кешелә фатирҙа тора. Ҡулында һалам тултырылған тоҡ, баҡһаң, ошо әйбер уның өсөн мендәр ҙә, матрас та булып хеҙмәт иткән икән. Рәйестең һыңар ҡулы юҡ, һуғышта өҙҙөргән. Халыҡ уны ябайлығы, ғәҙеллеге өсөн хөрмәт итә.
– Эй, ҡыҙым, һинән шәп көтөүсе сыҡты бит әле, сыбыртҡың да ныҡ шартлай, мал һине тыңлай, — тип Рәшиҙәне дәртләндерергә лә онотмай.
– 14 йәшемдә Муса исемле ағайға комбайн ярҙамсыһы итеп ҡуйҙылар. Көнбағыш, кукуруз сәсәбеҙ. Һауынсы булып та эшләнем. Малға бесән етмәй, транспорт юҡ. Шуға күрә ҡыш көнө йыла ағасы һыҙырып ашатабыҙ. Халыҡ яҙҙы көтөп ала, ҡышты аслы-туҡлы сыҡҡан кешеләр серек бәрәңге, ҡуҙғалаҡ, балтырған, кесерткән йыйып аш бешерә. Үләндәр аҙыҡ та, дарыу ҙа булып торҙо. Аҡсаны күргән юҡ, аҙ ғына он бирәләр, уныһы ла ҡап-ҡара, ташлы, — тип хәтерләй апай. — Күрше ауылда төрмә урынлашҡан, һаҡсыларҙың ғаиләләре хәлле генә. Беҙ көйәнтәләп ҡатыҡ ташып һата башланыҡ, аҙыҡ-түлеккә, сепрәккә лә алмаштырабыҙ. Он, икмәк, шырпы алып, һөйөнөшөп ҡайтабыҙ. Тормош ни тиклем ауыр булһа ла, халыҡтың берҙәм йәшәүе михнәттәрҙе еңеп сығырға ярҙам итте. 1958 йылда бағаналар ултыртып, сымдар һуҙып, электр уты тоҡандырҙылар. Ифрат ҙур шатлыҡ булды был ваҡиға. Өрлөктән шәмдәрҙе алып, лампочка яҡтыһында ҡунаҡҡа саҡырышты ауылдаштар. Хәллерәк кешеләр радио алды, ә башҡалар йыйылып уны тыңланы. Аҙаҡ өй беренсә “шәпкәле” радио индерҙеләр. Төрлө ҡыҙыҡ ваҡиғалар ҙа булды. Бер ғаилә радионан эт өргәнен ишеткәс, ҡайҙа икән ул, тип радионы һүтеп тә ҡараған, тип һөйләнеләр.
Һайран егете Ғәббәс менән донъя ҡорҙоҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иремде бүрәнә баҫып, 29 йәшемдә өс бала менән тол ҡалдым. Сәлих ауылынан бер ир һоратып килгәс, балаларым менән күсеп киттем, йәнә ике балаға әсәй булдым. Үкенескә ҡаршы, иремдең ғүмере иртә өҙөлдө. Балаларҙы нисек интернаттарға урынлаштырыуым — үҙе бер оло ваҡиға. Ә үҙем Сәлихтә һыйыр һауам, колхозда аҡса юҡ. Аптырағас, быяла заводына эшкә керҙем. Ҡалала бер бүлмәле фатирҙа ҡустым йәшәй ине. Ете кеше шунда һыйҙыҡ. Рәсимәм Өфөләге республика мәктәп-интернатында, Йәмиләм — Ишембайҙағы 2-се башҡорт гимназияһында, Нурсиләм Салауат ҡалаһы интернатында уҡый башланы.
Нисек фатир алырға тигән һорауҙың борсоғанын белеп, бер таныш ҡатын кәңәш бирҙе. “Һин Валентина Терешковаға Мәскәүгә хат яҙ, тик кешегә һөйләмә. Кремль эргәһендә ике почта йәшниге бар: береһе — ҡыҙыл, икенсеһе зәңгәр төҫтә. Ошо ҡыҙылына хатты һалырға кәрәк”, — тине. Шулай итеп, доғамды уҡып, үҙ ҡулым менән В. Терешковаға хат яҙҙым. Ете көн тигәндә Мәскәүҙән хат килеп тә төштө. Шулай итеп, ике бүлмәле фатир ҡулға эләкте, ул һөйөнөстө аңлатып бөтөрлөк түгел. Бәхет бер килһә, килә икән. Балалар яҡшы уҡый, эшем бар, заводта гел маҡталып премиялар алам, ҡайтһам, яҡты фатирым ҡаршы ала. Эш ярат, эш яратһаң, кеше лә һине яратыр, тигән әйтемде һәр саҡ иҫтә тоттом, балаларҙы ла шул рухта тәрбиәләнем. Һәр береһенә юғары белем алырға ярҙам иттем. Ришат улым Салауат ҡалаһында — энергетик, Йәмиләм — Ишембай мәғариф идаралығында, ә Нурсиләм Өфө ойошмаһында баш хисапсы, Рәсимә балалар йортонда эшләй. Оло улымдың иртә баҡыйлыҡҡа күсеүе генә ҡара ҡайғыға һалды.
Үҙемде ысын тыл һалдаты итеп тоям. Йыл һайын балаларым мине ял йортона ебәрә. “Беҙ һинең алда мәңгелек бурыслыбыҙ, әсәй”, — тигән һүҙҙәре йөрәгемде йылыта.
...Ул бөгөн дә Салауат ҡалаһында Советтар Союзы Геройы Валентина Терешкова биргән фатирында йәшәй. Иң түрҙә — космонавтың йылмайып төшкән рәсеме. Ҡыйыу, тәүәккәл әсә Рәшиҙә Мырҙағәлинаға һоҡланмау мөмкин түгел.






Вернуться назад