Көлгө лә, илағы ла килә...29.05.2015
Сауҙа хеҙмәткәрҙәре халыҡты үҙҙәренә йәлеп итеү өсөн ниҙәр генә уйлап тапмай.

“Полушка” аҙыҡ-түлек сауҙа үҙәгенә барып инһәм, бөтә нәмәгә лә хаҡ 99 тингә тамамлана. Кәштәгә аҙыҡ теҙеп йөрөгән егеттән:
– Ә бер тинен ҡайтарып бирәһегеҙме һуң? — тип һораным.
Егет миңә уҫал күҙҙәре менән аҡшайҙы ла:
– Нимә, бер тиндән байып китермен тиһеңме әллә? — тине. — Кассаға бар, булһа — бирерҙәр, булмаһа — юҡ...
Бер ҡап маргарин эләктереп алдым да иҫәпләшергә килдем.
– 24 һум, — ти кассала ултырған ҡыҙыҡай, күҙен дә йоммай.
– Һеңлем, витринала бит 23 һум 99 тин тип яҙылған, — тим, үҙемде тыныс тоторға тырышып.
Ҡыҙыҡай бер аҙ өндәшмәй ултырҙы ла:
– Ҡайтарырға бер тинлегем юҡ, — тине.
– Булмағас, ниңә 99 тин тип яҙаһығыҙ.? Яҙғас, бирергә тейешһегеҙ. Бер, биш тинлектәрҙең әйләнештән сыҡҡанына ни заман.
Ҡыҙ өндәшмәй. Ә мин ҡыҙҙым да киттем.
– Ни өсөн халыҡтан көләһегеҙ? Халыҡты һарыҡ тип беләһегеҙме әллә? Үҙең һанап ҡара: бер миллион берәмек тауар һаттың икән ти, һәр береһенән берәр тин алып ҡалһаң, шул ваҡыт эсендә һеҙҙең кеҫәгеҙгә 10 мең һум кереп ята. Был бит — халыҡтан урланған аҡса. Бер магазиндан ғына. Ә Сибайҙа “Полушка”лар өсәү. Ә Рәсәйҙә... Унан, һеҙ биргән чекта 24 һум тип түгел, 23 һум 99 тин тип һуғылған. Тимәк, тартып алһағыҙ ҙа, алмағанһығыҙ булып һанала. Кем кеҫәһенә китә был урланған аҡсалар?
– Беҙ ғәйеплелер шул, — ти ҡыҙыҡай, илар сиккә етешеп. — Ана, түрәләргә әйтегеҙ!
Биргән 24 һумымдың бер һумын кире биреп сығарҙы шулай ҙа.
Был күңелһеҙ ваҡиғаны яҡшы эштер тип уйламайым. Шулай ҙа тормошобоҙҙа осрап торған ошондай хәлдәргә битараф ҡалырға ярамайҙыр. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?







Вернуться назад