Яугирҙәр ниңә айырып ҡарала?29.05.2015
Оҙаҡ уйлап, фекер төйнәп йөрөгәс, күңелемә тынғылыҡ бирмәгән уйҙарымды яҙып ебәрергә баҙнат иттем.
Бөрйән районының Яңы Усман ауылы ҡыҙымын. Утыҙ йыл самаһы Ырымбур өлкәһендә йәшәнем, күптән түгел Сибай ҡалаһына килеп төпләндем.
Атайым Насретдин Малабаев Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булды. 1907 йылда тыуған ҡәҙерле кешем заманында ил кисергән барлыҡ ауырлыҡтарҙы үҙ иңендә татыған. Бөйөк Ватан һуғышынан уң ҡулһыҙ ҡайтҡан. Аяғында ла яра бар ине, арҡаһындағы йәҙрә ярсыҡтарын сығарырға маташа торғайныҡ. Һуғыштан һуң ауылда колхоз рәйесе, бригадир булып эшләне. 1982 йылда баҡыйлыҡҡа күсте.
Башҡортостанға йәшәргә ҡайтҡас, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының ҡәберенә һәйкәл ҡуялар икән тип ишеттем. Был мәсьәлә буйынса урындағы етәкселәргә шылтыратҡас, кире яуап ишетергә тура килде. “Был турала закон 1991 йылда ҡабул ителде, ә атайығыҙ 1982 йылда уҡ вафат булған. Уның ҡәберенә Хөкүмәт иҫәбенә һәйкәл ҡуйыу мөмкин түгел”, – тинеләр. Шул хәтлем рәнйенем. Заманында беҙҙең атайҙар бит бер ниндәй ташламаны файҙаланманы, юғары пенсия алманы. Беҙгә лә, һуғыш ветераны балаларына, льготалар булманы. Ауылдағы башланғыс мәктәптән һуң Иҫке Собханғолда уҡыныҡ. Миңә, мәҫәлән, интернатҡа бурысым күбәйеп киткәс, ятаҡтан урын да бирмәнеләр, кешелә йәшәргә мәжбүр булдым. Атайым да, алда әйтеп үткәнемсә, бер ниндәй льгота күрмәй үлеп китте. Хәҙер уға бушлай һәйкәл ҡуйыу ҙа мөмкин түгел икән...
Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан төрмәлә ултырғандарҙың байтағына амнистия иғлан ителде. Байрам айҡанлы енәйәтселәр шундай бүләк алды, ә тыныслыҡ өсөн көрәшкән яугирҙәр Указ сыҡҡанға ҡәҙәр үлгән өсөн генә һәйкәлгә лайыҡ булмай сығамы? Ветерандарҙың береһе лә онотолмаһын, айырып ҡаралмаһын ине.
Туғандарым менән йыйылышып, атайымдың ҡәберенә һәйкәл ҡуйҙыҡ. Яҡыныбыҙҙың рухы ғәҙелһеҙлеккә әрнеп ятмаһын...