Талпан ҡорбанын һағалай29.05.2015
Башҡортостанда талпан ҡаҙалыу осраҡтары кәмемәй. Миҙгел башланғандан алып медицина ойошмаларына был бөжәктән зыян күргән 3 187 кеше мөрәжәғәт иткән, шуның 1 100-ө — балалар.

Талпан энцефалиты йоҡтороуы ихтимал булғандарҙың 36,8 процентына иммуноглобулин һалынған. Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияларында 1 апрелдән алып 2 919 талпан тикшерелгән, уларҙың 175-ендә — энцефалит вирусы, 195-ендә боррелиоз сире асыҡланған. Шул уҡ ваҡытта кешеләр араһында ошо сәбәп менән ауырып китеүселәр теркәлмәгән.




Вернуться назад