Туҡланыу мәсьәләһен көйләү өсөн29.05.2015
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы төбәк штабы Instagram социаль селтәрендә республика халҡынан дауаханала һәм мәктәптә нисек ашатыуҙы сағылдырған фотолар йыя.

Һүрәттәргә анализ яһау социаль ойошмаларҙағы туҡланыу селтәрен яңыртыу мөмкинлеген бирәсәк.
– Былтыр республикала ошо маҡсатҡа ҡаҙнанан һәм бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан 4,5 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән, — тине төбәк штабы рәйестәше Эльвира Айытҡолова.
Депутаттың фекеренсә, социаль өлкәгә дәүләт йылдан-йыл күберәк аҡса йүнәлтә, ә халыҡтың фекеренән күренеүенсә, был хеҙмәттәрҙең сифатынан ҡәнәғәт булғандар кәмегәндән-кәмей бара. Дауаханала һәм мәктәптә туҡланыу системаһын тәртипкә килтереү еңел түгел, әммә быны эшләргә мөмкин.
– Беҙгә йәмәғәтселектең ярҙамы, ошо хеҙмәттәрҙе ҡулланыусыларҙың әүҙемлеге кәрәк, — тине Эльвира Айытҡолова. Instagram селтәренә дауаханала туҡланыу тураһындағы фотоларҙы — #едабольницаРБ, мәктәптекен #едашколыРБ тигән билдә менән ебәрергә. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы төбәк штабының Интернеттағы рәсми бите — onf_rb.








Вернуться назад