Өҫтәмәне төбәк билдәләй29.05.2015
Рәсәй Хөкүмәте 6 майҙағы ҡарары менән йәшәү өсөн кәрәкле һәм мөһимдәр исемлегенә индерелгән дарыуҙар хаҡына төбәк дәүләт контроле тәртибен раҫланы.
Документҡа ярашлы, төбәк власы бындай дарыуҙарҙың күмәртә һәм ваҡ сауҙа селтәрендәге хаҡына өҫтәмә күләмен үҙаллы билдәләйәсәк. Ҡарар дарыу саралары менән күмәртәләп сауҙа иткән ойошмаларға, дарыуханаларға, фармацевтика эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүгә рөхсәт ҡағыҙы булған эшҡыуарҙарға, медицина ойошмаларына, уларҙың ауылдарҙағы бүлексәләренә ҡағыла. Төбәк дәүләт контроле ошо өлкәне даими күҙәтеүгә, тикшереүҙәр үткәреүгә етешһеҙлек асыҡланған осраҡта, ғәйеплеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыуға ҡорола. 2015 йылға кәрәкле һәм мөһим дарыуҙар исемлеге менән http://government.ru/media/files/u8akRanvT14/pdf сайтында танышырға мөмкин.