Үҙебеҙгә бәйле булһа ла...29.05.2015
Көнитмешебеҙҙе медицинаһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Был тармаҡтағы яңылыҡтар менән ваҡытында танышып, уларҙы йәш быуынға белем биреүҙә, эштә файҙаланыу зарур. Кисә Өфөләге “Башҡортостан” дәүләт концерт залында илебеҙҙең медицина, фармацевтика буйынса юғары уҡыу йорттары һәм Рәсәй-Љытай Медицина университеттары ассоциацияһы ректорҙарының берлектәге кәңәшмәһендә ошо юҫыҡта һүҙ барҙы. Унда республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
– Кешенең төп байлығы – сәләмәтлек. Күп осраҡта һаулығының, именлегенең торошон һәр кем үҙе билдәләй. Єммә шул уҡ ваҡытта медицинаның, һаулыҡ һаҡлау тармағының мөмкинлектәре хәл иткес әһәмиәткә эйә, – тине Рөстәм Зәки улы.
Сәләмәтлек аҙналығына ярашлы ойошторолған Љытай, Љырғыҙстан, Рәсәй, Германия, Япония, АЉШ һәм Башҡортостандағы алдынғы етештереүселәрҙең технологиялары күргәҙмәһе лә күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятмай ҡалмаҫ. Өҫтәүенә, Башҡортостандағы юғары уҡыу йорттары өсөн хеҙмәттәшлектең яңы мөмкинлектәре асыласаҡ. Мәҫәлән, Љытай делегацияһы составында ғына медицина һәм фармацевтика факультеттары булған туғыҙ классик юғары уҡыу йорто вәкилдәре бар ине.
Кисә шулай уҡ баш ҡалалағы В.И. Ленин исемендәге паркта ойошторолған Сәләмәтлек байрамында төрлө табиптарҙан кәңәш алырға, ҡан баҫымын үлсәтергә, холестерин кимәлен, ғөмүмән, һаулыҡ торошон тикшертергә мөмкин ине.
Маматхон УБАЙДУЛЛАЕВ, Башҡортостан дәүләт медицина университетының хирургик стоматология кафедраһы профессоры:
– Сәләмәтлек аҙналығы һәм уның барышында ойошторолған саралар халыҡ өсөн бик кәрәк, бигерәк тә төрлө сирҙәрҙе иҫкәртеү өсөн. Є беҙ, йәғни ғалимдар, тәжрибәбеҙҙе уртаҡлашабыҙ, яңы ҡаҙаныштар менән танышабыҙ. Үҙем Ташкент ҡалаһынанмын. Љатыным – Башҡортостандан. Бер нисә йыл элек күсеп килдек. Быға тиклем Йәмәндә йәшәгәйнек.
Фәрит КАЕВ, “Љарағай” шифаханаһы директоры:
– Шифаханалар өсөн бындай күргәҙмәләр, саралар үҙеңде башҡаларға танытыу ғына түгел, яңы ҡорамалдар менән танышыу өсөн дә отошло. Ћөҙөмтәлә аҙаҡ үҙебеҙгә ҡулайлыларын һатып алабыҙ.