Ҡырым үҙен ҡырҙа тоймай29.05.2015
Ҡырым үҙен ҡырҙа тоймай Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ҡырым Республикаһының Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары Николай Янаки менән осрашты. Улар Ҡырымдың Белогорск райо­нына матди һәм методик ярҙам сараларының тормошҡа ашырылыуын һәм быйыл үҙ-ара эш итеү планын тикшерҙе.

– Берлектәге эшебеҙҙе дауам итәбеҙ. Быны былтырғы һөҙөмтәләр буйынса ла тойғанһығыҙҙыр, моғайын. Ҡайһы бер мәсьәләләрҙә ярҙам итә алдыҡ. Бер нисә объектты төҙөкләндереүгә, яңыртыуға тотонабыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Беҙ Белогорск районын республиканың шефлыҡҡа алған төбәге, Башҡортостандың 55-се районы тип ҡабул итәбеҙ.
Осрашыу барышында Николай Янаки менән Рөстәм Хәмитов Белогорск районында йәшел­сәселекте һәм баҡсасылыҡты үҫтереү мәсьә­ләләрен тикшерҙе. Ҡырымдың ошо районында газ үткәреү ҙә фекер алышыуҙың мөһим темаһы булды. Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, бер нисә ваҡытлыса вариант тикшерелә, газ үткәреүгә бик күп аҡса кәрәк, шуға күрә мәсьәләне Ҡырым етәкселеге “Газпром” менән хәл итергә тейеш. Осрашыуҙа шулай уҡ Симферополдәге “Сэлма” фирмаһының электр машиналары эшләү заводында мотоблоктар етештереү хаҡында ла фекер алыштылар.
Әйткәндәй, Ҡырым Республикаһына ярҙам сараларын финанслау маҡсатында Башҡортостан­дағы Айырым маҡсатлы социаль программалар фонды нигеҙендә махсус иҫәп асылғайны. Уны тулыландырыу сығанаҡтары — республика предприятиеларының һәм халыҡтың ирекле иғәнәләре. Белогорск районына ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән аҡсаның дөйөм күләме 238,6 миллион һум тәшкил итә.
Мәғариф учреждениеларын яңы уҡыу йылына әҙерләү барышында Крымская Роза ауылында “Розочка” балалар баҡсаһына капиталь ремонт яһалды, Мичуринское ауылында “Колосок”, Зыбиныла – “Тополек”, Богатое ауылында “Родничок” мәктәпкәсә уҡыу йорттарының ҡыйығы төҙөклән­дерелде, өр-яңы өс ҡаҙанлыҡ төҙөлдө. Белогорск ҡалаһында, шулай уҡ бер нисә ауылда туғыҙ дөйөм белем биреү учреждениеһы яңыртылды. Гуманитар йөк составында балаларҙы мәктәпкә йөрөтөү өсөн автобус та ебәрелде.
Белогорск районы мәктәптәрен тамамлаған балаларҙы уҡытыу өсөн Башҡортостандың Мәға­риф министрлығы республикабыҙҙағы юғары уҡыу йорттарында бюджет урындарына квота билдәләне. Әле Өфө вуздарында Ҡырымдан 15 студент белем ала. Мәҙәниәт учреждениеларын тәртипкә килтереү, йыһазландырыу маҡсатында Белогорск ҡалаһындағы балалар музыка мәктәбенә — уйын ҡоралдары, методик әҙәбиәт, ә Балалар һәм үҫмерҙәр ижады үҙәгенә театр һәм бейеү кейемдәре тапшырылды.




Вернуться назад