“Асыҡлыҡ — мөһим шарт”29.05.2015
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Рәсәй сәйәсәте мәктәбе тыңлаусылары алдында сығыш яһаны.
Мәктәптең әлеге программаһы мәғлүмәти йәмғиәтте үҫтереүгә, республиканың абруйын арттырыуға, матбуғат менән власть структуралары араһындағы бәйләнеште киңәйтеүгә, ШОС һәм БРИКС саммиттарын яҡтыртыуға арнала.
Үҙенең сығышында Константин Борисович мәғлүмәт киңлеген үҫтереү эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне, “республика парламенты эшендәге мөһим принциптарҙың береһе — асыҡлыҡ” тип билдәләне. Константин Толкачев шулай уҡ матбуғат баҫмалары, социаль селтәрҙәрҙе һәм блогтарҙы файҙаланыусылар менән үҙ-ара бәйләнеш, Дәүләт Йыйылышының рәсми сайты буйынса ҡайһы бер мәсьәләләргә туҡталды, сарала ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына ла яуап бирҙе.