Урамға йәнә дружинниктар сыға29.05.2015
Олораҡ быуындың хәтерендәлер: элек ойошмаларҙан һәм уҡыу йорттарынан, беләккә “Халыҡ дружиннигы” тип яҙылған ҡыҙыл сепрәк бәйләп, урамға тәртип һаҡлаусылар сыға торғайны. Был енәйәтселекте иҫкәртеүҙә рәсми органдарҙың ғына түгел, ябай кешеләрҙең дә ҡатнашыуын аңлатҡандыр инде. Әле Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай был йәмәғәт ойошмаларын тергеҙеү буйынса закон проекты әҙерләй.
Республикабыҙ парламентының кесе йомала булып үткән ултырышында ошо проектты ла тикшерҙеләр. Тимәк, элекке замандың бөтә нәмәһе лә насар түгел икән, хәҙерге шарттарға яраҡлаштырып үҙләштерерлек файҙалы алымдары ла бар. “Граждандарҙың йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа ҡатнашыуы тураһында”ғы Федераль закон нигеҙендә әҙерләнгән был яңы хоҡуҡи документ халыҡ дружинаһы ағзаларына һәм уларҙың ғаиләләренә (дружинасыға бер-бер хәл була ҡалһа) социаль гарантиялар ҙа билдәләй.
Ә ултырыш үҙе Башҡортостан Хөкүмәтенең дәүләт мөлкәтен хосусилаштырыу һөҙөмтәләре буйынса отчетын тыңлауҙан башланды. Республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев билдәләүенсә, былтыр 15 хужалыҡ ойошмаһы (нигеҙҙә, дәүләт унитар предприятиелары) аукционда һатыуға ҡуйылған, һәм был саранан Башҡортостан бюджетына биш миллиард һумдан ашыу аҡса ингән. Ундай иҡтисади йүнәлеш, әлбиттә, ҡаҙнаның сығымдарын кәметеү маҡсатын күҙ уңында тота.
Нимә ул “бэби-бокс”? Ошо һорауға күңелһеҙ яуап Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатованың сығышында яңғыраны. Ни өсөн күңелһеҙме? Был терминдың асылы шунда: бала табыу йортонда уҡ үҙ сабыйынан баш тартҡан ҡатын йәнле төргәген дауахана тәҙрәһенә йәки ишегенә беркетелгән махсус йәшниккә, йәғни бэби-боксҡа һалып китә ала. Йәшниктең ҡапҡасы асып ябылғанда дауахана хеҙмәткәрҙәренә сигнал китә, улар баланы сығып ала. Тимәк, был ”цивилизация емеше” беҙгә лә килеп еткән, һәм хәҙер уны республикала ла ҡуллана башлаясаҡтар, сөнки был осраҡта сабый һис юғында иҫән ҡала һәм ышаныслы урынға эләгә. Ә дөйөм алғанда, беҙҙең республика демографик яҡтан илдә алдынғы урындарҙың береһен биләй икән: район һәм ҡалаларҙа балалы ғаиләләр 511,9 мең булһа, шуның 46 меңен ишлеләр тәшкил итә. Республикала етемдәр аҙая, үҫмер ҡыҙҙар араһында аборттар һаны кәмей, ләкин сабыйҙарҙың үлем осраҡтары, балаларға ҡарата ҡылынған енәйәттәр арта төшкән.
Барлыҡ сығыштар араһында иң күп һорау, моғайын, Милана Марат ҡыҙына булғандыр, һәм был аңлашыла ла – үҫеп килеүсе быуындың яҙмышына беребеҙ ҙә битараф ҡала алмай.
Депутаттар шулай уҡ бүтән закон проекттарын ҡараны, Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына федераль закон проекттарын тәҡдим итте, бер нисә мировой судьяны тәғәйенләне.